Киров Сергей Миронович

Сергей Миронович Киров (ысын фамилияһы Костриков) (15 (27 март) 1886 йыл, Уржум, Вятка губернаһы — 1 декабрь 1934 йыл, Ленинград) — Рәсәй революционеры, совет һәм дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.

1934 йылдың 1 декабрендә Леонид Николаев тарафынан үлтерелә. Кировтың үлтерелеүе СССР-ҙа «Оло террор» исеме аҫтында билдәлелек алған массауи репрессиялар башланыуға сәбәп була.

Киров Сергей Миронович
рус. Сергей Миронович Киров
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Киров Сергей Миронович Рәсәй империяһы
Киров Сергей Миронович СССР
Тыуған көнө 15 (27) март 1886
Тыуған урыны Уржум[d], Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 декабрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[…] (48 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Үлем төрө һомицид[d]
Км үлтергән Леонид Васильевич Николаев[d]
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы первый секретарь ЦК КП Азербайджана[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d]
Ҡатнашыусы РКП(б)-ның X съезы[d], РКП(б)-ның XI съезы[d], РКП(б)-ның XII съезы[d] һәм ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитетының сәйәси бюроһы[d] һәм Общество старых большевиков[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Трудового Красного Знамени Азербайджанской ССР
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Sergei Kirov
Киров Сергей Миронович Киров Сергей Миронович Викимилектә

Иртә йылдары

Сергей Миронович Костриков 1886 йылдың 27 мартында (15 март) Вятка губернаһының Уржум ҡалаһында тыуған. Сергейҙың ата-әсәһе Вятка губернаһына Пермь губернаһынан күсеп килгәндәр. Ғаиләләге тәүге дүрт бала сабый саҡта уҡ вафат булған. Сергейҙың Анна (1883—1966) апаһы һәм Елизавета (1889—1968) һеңлеһе була. 1894 йылда аталары ситкә эшкә киткән ерҙән ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғала, әсәләре вафат була. Ҡыҙҙарҙы ҡартәсәһе тәрбиәгә ала, ә Сергейҙы приютҡа бирәләр.

Киров Сергей Миронович 
Киров бала сағында

Сергей — Уржум мәхәлләһен, һуңынан ҡала училищеһын тамамлай. Уҡыу ваҡытында бер нисә тапҡыр грамота һәм китаптар менән бүләкләнә. 1901 йылдың көҙөндә Ҡазанға килә һәм Ҡазан механика-техник сәнәғәт училищеһына уҡырға инә. 1904 йылда уҡыуын тамамлай һәм училищены тамамлаусылар араһында иң яҡшыларҙан була. Шул уҡ йылда Томскиҙа ҡала управаһында чертежсы булып эшләй башлай һәм бер үк ваҡытта Томск политехник институтының әҙерлек курсында ла уҡый.

1917 йылға тиклемге революцион эшмәкәрлеге

Томскиҙа 1904 йылдың ноябрендә РСДРП-ға инә. Партия псевдонимы — Серж. 1905 йылда тәүге тапҡыр демонстрацияла ҡатнаша һәм ҡулға алына. Төрмәнән сыҡҡандан һуң хәрби дружиналарҙың етәксеһе була. 1905 йылдың июлендә РСДРП-ның Томск ҡала партия комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1905 йылдың октябрендә «Тайга» тимер юл станцияһында забастовка ойоштора, ә 1906 йылдың июлендә ҡулға алына һәм йыл ярымға Томск ҡәлғәһенә (төрмәһенә) ябыла. 1908 йылдан алып Сергей Костриков профессиональ революционер булып китә, Иркутскиҙа һәм Новониколаевскиҙа эш алып бара.

1909 йылда Владикавказға килә, «Терек» Төньяҡ Кавказ кадет гәзите хеҙмәткәре була, Сергей Миронов псевдонимы аҫтында яҙа, үҙешмәкәр спектаклдәрҙә ҡатнаша, альпинизм менән мауыға. 1910 йылдың 9 авгусында Киров Казбек тау башына менә һәм бер айҙан үҙенең тәьҫораттары тураһында «Терек» гәзитендә яҙа. 1911 йылдың 31 июлендә Киров Эльбрусҡа күтәрелә. Киров театрҙы, Л. Н. Толстойҙың ижадын ярата; ҡала театры һәм Владикавказда гастролдәрҙә йөрөгән төркөмдәр спектаклдәренә рецензиялар яҙа. Бында ул буласаҡ ҡатыны Мария Львовна Маркус менән таныша.

Киров Сергей Миронович 
Мария Львовна Маркус — Кировтың ҡатыны

1911 йылдың 11 авгусында Киров Томск йәшерен типографияһы эше буйынса Владикавказда ҡулға алына, уны Томскиға оҙаталар, 1912 йылдың 16 мартында суд аҡлау хөкөмөн сығара. 1912 йылдың апрелендә Владикавказға әйләнеп ҡайта.

«Киров» псевдонимы осраҡлы рәүештә Кир исеменән алына. Уның барлыҡҡа килеү тарихын Дзахо Гатуев «Мироныч» очергында тасуирлаған. 1912 йылдың апрелендә «Терек» гәзите уның «Поперёк дороги» мәҡәләһен баҫтырып сығара, мәҡәлә беренсе тапҡыр «С. Киров» ҡултамаһы аҫтында сыға. СССР тарихына ул ошо псевдоним аҫтында инә.

Совет тарихының рәсми версияһына ярашлы, 1917 йылға тиклем сәйәси ҡараштары буйынса — тоғро ленинсы. Һуңғы йылдарҙағы тикшеренеүҙәр был фекерҙы иңҡар итә — Киров бик оҙаҡ «сәйәси платформаһын» һайлай алмай аҙаплана, меньшевиктарға, Ваҡытлы хөкүмәткә теләктәшлек күрһәтә, был хаҡта мәҡәләләрендә асыҡтан-асыҡ яҙа, һәм тик 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң большевиктар яғына күсә.

Партия карьераһы

1918 йылдың яҙында ул Терек өлкә советы ағзаһы итеп һайлана, июлдә Советтарҙың V Бөтә Рәсәй съезында ҡунаҡ билеты буйынса ҡатнаша, ә ноябрҙә — ул инде Советтарҙың VI Бөтә Рәсәй съезы делегаты.

1919 йылдың 25 февраленән — Әстерханда ваҡытлы революцион комитеты рәйесе, контрреволюцион боланы баҫтырыуҙы етәкләй (рәсми версия буйынса): күпселегендә ҡыҙылармеецтарҙан торған эшсе боласылар атып үлтерелә.

1919 йылдың 24 майында Митрофан Краснопольский ойошторған Изге Иосиф Астраханскийҙы данлау тәре йөрөшө (крестный ход) туҡтатыла. ойоштороусылар тәре йөрөшен Әстерхан Кремленә табан йүнәлтәләр, сөнки кремлдең бер өлөшө Изге Иосиф исеме менән бәйле була. Кремлдә ҡыҙылармеецтарҙың штабы урынлашҡан була һәм бында тәре йөрөшен провокация итеп ҡабул итәләр. Митрополит Митрофан (Краснопольский) һәм викарий епископы Леонтий 1919 йылдың июнендә ҡулға алыналар һәм атып үлтереләләр. Митрополит Митрофан 2001 йылда Урыҫ сиркәүе тарафынан изгеләштерелгән.

Ошо уҡ йылда XI армияһы Реввоенсоветы ағзаһы итеп һайлана.

1920 йылдың 28 апрелендә XI ҡыҙыл армия составында Баҡыға инә, РКП(б) Үҙәк Комитетының Кавказ бюроһы ағзаһы итеп һайлана, 1920 йылдың июнендә Грузияға Совет Рәсәйенең илсеһе итеп тәғәйенләнә, 1920 йылдың октябрь айында Ригала Польша менән тыныслыҡ килешеүе төҙөү буйынса һөләшеүҙәрҙә совет делегацияһын етәкләй.

1921 йыл — РКП(б)-ның X съезына Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана. Шул уҡ йылдарҙа Әзербайжан компартияһы Үҙәк Комитеның Беренсе секретары итеп һайлана. 1923 йылдың апрель айында РКП(б)-ның XII съезында РКП(б) Үҙәк Комитетының ағзаһы итеп һайлана.

1926 йылдың 8 ғинуарында Сергей Киров — Ленинград губерна (өлкә) комитетының һәм партия ҡала комитетының һәм ВКП(б) Үҙәк Комитеты Төньяҡ-Көнбайыш бюроһының беренсе секретары, ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Полтбюроһы ағзалығына кандидат итеп һайлана. Үҙәк Комитеты составында Зиновьев оппозицияһы менән идеологик көрәш алып барыу өсөн Ленинградҡа ебәрелә. Киров йыш ҡына завод йыйылыштарында була. Бер йыл эсендә 180-дән ашыу сығыш яһай.

1929 йылдың аҙағында Ленинград функционерҙары төркөмө (шул иҫәптән Ленинград советы һәм өлкә партия контроль комиссияһы етәкселәре) Кировты революцияға тиклемге «һул буржуаз матбуғаты менән» хеҙмәттәшлек иткән өсөн вазифаһынан бушатыуҙы талап итәләр. Әлеге эш ВКП-ның Үҙәк контроль комиссияһы Президиумының һәм Политбюроның ябыҡ ултырышында ҡарала. Күп йәһәттән Сталиндың ярҙамы арҡаһында Киров был бәрелештән ҡоро сыға. Уға ҡаршы тороусылар үҙҙәренең Ленинградтағы вазифаларынан бушатылалар. Әммә ултырыш ҡарарында Кировтың революцияға тиклемге эшмәкәрлеге «хата» тип таныла. Бер нисә йыл үткәс, «Рютин платформаһы» аҫтында билдәле платформала Киров сәйәси принципһыҙлығы арҡаһында Сталинға хеҙмәт итеүсе элек большевиктарға ҡаршы торғандар менән рәткә ҡуйыла.

1930 йылдан — ВКП(б-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы һәм СССР-ҙың Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы ағзаһы.

Тарихсы О. В. Хлевнюк раҫлауынса, Киров, Сталиндың мәрхәмәтенән файҙаланыуға ҡарамаҫтан, Политбюрола ҙур абруйлы шәхестәрҙән һаналмай. Мәскәүгә бик һирәк килә, партия юғары ҡатламы һайлауҙарында ҡатнашмай, уның бөтә ҡыҙыҡһыныуҙары Ленинград менән сикләнә.

Киров китап уҡырға ярата һәм бик ҙур китапахана йыя. 1928 йылда М. Горький менән таныша һәм уның нәшриәт эшмәкәрлегендә ярҙам күрһәтә.

Киров етәкселегендә Ленинград һәм бөтә Төньяҡ-Көнбайыш сәнәғәте яңы кимәлгә сыға башлай. Ауыл хужалығының коллективлаштырыуы башлана, шулай уҡ Ленинградтың оборонаһын нығытыу буйынса саралар үткәрелә.

1933 йылда Ленинград буйынса ГПУ начальнигы Ф. Медведев һәм ВКП(б) ағзаһы Ф. Кодацкий менән бергә Ленинград өлкәһендәге баш күтәреү һәм контрреволюцион эштәрҙе ҡарау буйынса атыу хөкөмөн сығарыуға хоҡуғы булған «тройка» составына инә.

1934 йылда нефть сәнәғәтен тергеҙеү һәм реконструкциялау эшендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Ленин ордены менән бүләкләнә. 1930 йылдан алып ВКП(б)-ның үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы, 1934 йылдан — ВКП(б)Үҙәк комитетының секретары һәм ВКП(б)-ның Ойоштороу бюроһы ағзаһы.

Үлтереү

1934 йылдың 1 декабре кисендә С. М. Киров, Смольный коридоры буйлап (бында Ленинград ҡала комитеты һәм ВКП(б)-ның өлкә комитеты урынлашҡан була) ултырышҡа китеп барған саҡта, Леонид Николаев тарафынан соңҡаһына атып үлтерелә.

Бер нисә сәғәт үткәс, Киров заговорсы-халыҡ дошмандары тарафынан үлтерелгән тип рәсми рәүештә иғлан ителә, СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты шул уҡ көндө «союздаш республикаларҙың ғәмәлдә булған енәйәти-процессуаль кодекстарына үҙгәрештәр индереү тураһында» ҡарар ҡабул итә: «Тикшереү органдарына — террористик акттарҙы әҙерләгән һәм башҡарған кешеләрҙең эштәрен тиҙләтелгән тәртиптә үткәрергә. Суд органдарына — хөкөм ҡарарын үтәүҙе тотҡарламаҫҡа…»

Кировты үлтергәндән һуң Ленинградта бик күп кеше ситкә һөрөлә йәки репрессиялана («Киров ағымы»).

Ғаиләһе

Киров Сергей Миронович 
Санкт-Петербургтағы Литератор күперендә Киров ҡатынының ҡәбере

Кострикова Евгения Сергеевна (1921—1975) С. М. Кировтың никахтан тыш тыуған балаһы тип иҫәпләнә. Әммә уларҙың туғанлығы Е. Кострикованың һүҙҙәренән генә билдәле, йәғни, раҫланмаған. Кострикова 1921 йылда тыуған, шул уҡ ваҡытта Киров уның әсәһе М. Л. Маркус менән регистрацияланмаған никахта 1911 йылдан алып йәшәгән.

Ҡатыны — Мария Львовна Маркус (1885 (1882?) — 1945). Балалары булмай.

Үлгәндән һуң

С. М. Кировтың урнаһы 1934 йылдың 6 декабрендә Ҡыҙыл майҙанда Кремль диуарына урынлаштырыла.

Наградалары

Хәтер

Киров Сергей Миронович 
Германияла «Kirow S. M. VEB DDR Leipzig» предприятиеһы тамғаһы

Кировтың иҫтәлеге бик күп һәйкәлдәрҙә, сәнғәт әҫәрҙәрендә, шулай уҡ элекке Советтар Союзы территорияһындағы топонимдарҙа мәңгеләштерелә. Совет власы аҙағында һәм бигерәк тә Советтар Союзы тарҡалғандан һуң коммунистик эшмәкәрҙәҙең һәйкәлдәре һүтелә, элекке исемдәр ҡайтарыла. Шуға ҡарамаҫтан, Киров исемен йөрөткән ҡаланың — элекке Вятка — исеме үҙгәртелмәне.

Библиографияһы

  • Киров С. М. Статьи и речи. 1934. — М.: Партиздат, 1934. — 186 с.: ил.
  • Киров С. М. Статьи и речи. Т. 1: 1912—1924. — Л.: Партиздат, 1935. — 220 с.: портр.
  • Киров С. М. Речи и статьи / Под общ. ред. Ф. Кона. — М.: Соцэкгиз, 1937. — 194 с.
  • Киров С. М. Избранные статьи и речи. — М.: Госполитиздат, 1957.
  • Киров С. М. О народном просвещении и воспитании / [Сост., авт. вступит. статьи и примеч. Л. К. Виноградов]. — М.: Просвещение, 1969. — 199 с.: портр.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Грозный год — 1919-й. Огни в бухте. Георгий Холопов.
  • Искендеров М. С. М. Киров в Азербайджане. — Баку: Азербайджанское гос. изд-во, 1970.
  • Киров Сергей Миронович. 1886—1934: Краткий биографический очерк. — М.: Госполитиздат, 1940. — 134 с.: портр.
  • Нагаев Г. Д. Ради счастья: Повесть о Сергее Кирове. — М.: Политиздат, 1974. — (Пламенные революционеры) — 479 с., ил.
  • Алла Кирилина. Неизвестный Киров. — СПб.: Нева; М.: ОЛМА-Пресс, 2001. — 541 с. — ISBN 5-224-02571-0
  • Киров (настоящая фамилия Костриков) Сергей Миронович // Томск от А до Я: Краткая энциклопедия города. / Под ред. д-ра ист. наук Н. М. Дмитриенко. — 1-е изд. — Томск: Изд-во НТЛ, 2004. — С. 147. — 440 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-89503-211-7.
  • С. М. Киров: фото-выставка из 41 листа. — Л.: Союзфото, 1936

Һылтанмалар

Tags:

Киров Сергей Миронович Иртә йылдарыКиров Сергей Миронович 1917 йылға тиклемге революцион эшмәкәрлегеКиров Сергей Миронович Партия карьераһыКиров Сергей Миронович ҮлтереүКиров Сергей Миронович ҒаиләһеКиров Сергей Миронович Үлгәндән һуңКиров Сергей Миронович НаградаларыКиров Сергей Миронович ХәтерКиров Сергей Миронович БиблиографияһыКиров Сергей Миронович ИҫкәрмәләрКиров Сергей Миронович ӘҙәбиәтКиров Сергей Миронович ҺылтанмаларКиров Сергей Миронович1 декабрь15 март1886 йыл1934 йыл27 мартВятка губернаһыСанкт-Петербург

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Төньяҡ амурҙары (башҡорт яугирҙәре)Күбәләк (ырыу)СыуаштарҺүҙ төркөмдәреАстрономияАуылКомиксИнглиз теле24 ғинуарШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)ЭтБлогАвстралияЕсенина Татьяна СергеевнаҠолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙыДинамо (хоккей клубы, Минск)1922 йылГерманияДинамоЭкологияХрущёв Никита СергеевичБаш битАһалтәкә атыБашҡортостан РеспубликаһыГордеев Михаил Викторович25 апрель26 майШвейцарияМәккә2009 йылБүре5 февральНоябрьХалыҡ-ара валюта фондыКарл ЛиннейҠошсоНидерланд телеМакроиҡтисадИорданияӨфө «Нур» татар дәүләт театрыИлПономарёв Руслан ОлеговичВенгрҙарИндонезияПортугалия24 майXVI быуатИмам майҙаныҒабдулла ТуҡайГалилео Галилей14 ноябрьXMLҠошсо кантоныХәйбуллин Ишморат Нәзир улыIKEAОкеанияМакедон телеМария-АнтуанеттаТау эшеҠадир ДаянГлобаль йылыныуАсыу тәлгәштәре112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыҠарға бутҡаһы🡆 More