Кедах (мал.
.
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус | Малайзия штаты | ||
Берләштерә | 12 район | ||
Административ үҙәк | Алор-Сетар | ||
СОлтан | Туанку Салехуддин ибни Аль-Мархум Султан Бадлишах | ||
Халҡы (2010) | 1 947 651 (6 урын) | ||
Тығыҙлығы | 206,65 кеше/км² (8 урын) | ||
Майҙаны | 9 425 км² (8 урын) | ||
Ваҡыт бүлкәте | +8 | ||
Аббревиатура | KH | ||
Код ISO 3166-2 | MY-02 | ||
Рәсми сайты | |||
Кедах Малай ярымутрауының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Көнбайыштан ярҙары Андаман диңгеҙе тарафынан йыуыла. Шулай уҡ штатҡа Лангкави утрауҙар төркөмө инә. Төньяҡтан Таиланд һәм Малайзияның Перлис штаты менән, көньяҡта һәм көньяҡ көнбайышта Пенанг һәм Перак штаттары менән сиктәш.
Кедахтың майҙаны 9 425 км². Халыҡ һаны — 1 651 947 кеше (2010 й.). Халыҡ тығыҙлығы — 206,65 кеше/км². Кедах Тенгану,Кеантан, Перлис һәм Паханг штаттары һымаҡ, малайлылар милләте аҙыраҡ булған штаттар иҫәбенә керә . Кедахта малайлылар дөйөм иҫәптең 75,5 % тәшкил итә. Шулай уҡ унда Ҡытайлылар 14 % һәм һиндтар 7 %.
Кедахтың административ үҙәге — Алор-Сетар. Дәүләт төҙөлөшө вариҫлылыҡ буйынса монархия, солтанлыҡ . Дәүләт башлығы — солтан Саләхеддин Туанка ибни Әл-Солтан Мархум Бадлишах. Ул был вазифаны 2017 йылдың 12 сентябренән биләй.
Уға хәтле солтан уның ата бер инә башҡа ағаһы Туанку Абдул Хәлим Муадзам Шаһ булған. Ул Малайзиялағы берҙән бер ике тапҡыр булған монарх. 1970 −1975 һәм 2011 2016 йылдарҙа етәкселек иткән.
Беренсе дәүләт башланғысы — һинд-буддист короллеге — Кедах биләмәләрендә беҙҙең эраға тиклемге IV быуатта уҡ барлыҡҡа килгән. Был бронғо дәүләт Малай ярымутрауында булған. VII—VIII быуаттарҙа Кедах Шривиджайя, унан һуң Сиам империяларының вассалы булып торған. Кедах солтанат булараҡ нигеҙ һалыныуы датаһы булып 1136 йыл иҫәпләнә. Был йылда урындағы индуизм хакимы Пра Онг ислам ҡабул иткән һәм исемен Солтан Мозафар (Муджафар) Шаһ тип алмаштырған.
XV йөҙйыллыҡта Кедах Джохор солтанаты ҡул аҫтына эләгә. Ике быуат буйына португалдар һәм яугир диңгеҙ халҡы Ачех һиндтары менән һуғыштар алып бара. XIX быуатта Миам власы ҡул аҫтында була. 1909 йылға Инглиз-Таиланд Килешеүе буйынса инглиздарға күсә. 1942 йыл Япония баҫып ала. Өс йылдан яңынан һуң британия ғәскәрҙәре яулап ала. 1957 йыл үҙаллы Малай Федерацияһы составына инә. 1963 йылдан Малайзия составында.
Штат 12 районға бүленә:
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Кедах, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.