Кая Каллас

Кая Каллас (эст. Kaja Kallas; 18 июнь 1977 йыл, Таллин, Эстон ССР-ы) — эстон юрисы, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.

Реформалар партияһы рәйесе. 2021 йылдың 26 ғинуарынан Эстонияның ғәмәлдәге премьер-министры. Элек — Европа өсөн либералдар һәм демократтар альянсы (20142018) һәм Эстония парламенты составында (20112014, 20192021) Европа парламенты депутаты.

Кая Каллас
эст. Kaja Kallas
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Кая Каллас Эстония
Тыуған көнө 18 июнь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны Таллин, Эстон ССР-ы[d]
Атаһы Сийм Каллас[d]
Әсәһе Кристи Каллас[d]
Хәләл ефете Arvo Hallik[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, адвокат, эконом
Эш урыны TGS Baltic[d]
Ванемуйне[d]
TGS Baltic[d]
Viru-Nigula wind farm[d]
Borenius[d]
Эстонская школа бизнеса[d]
Рийгикогу[d]
Европейский парламент[d]
Биләгән вазифаһы премьер-министр Эстонии[d]
Уҡыу йорто таллинская гимназия в Лиллекюле[d]
Таллинский английский колледж[d]
Тарту университеты[d]
Эстонская школа бизнеса[d]
Университет Лоуренса[d]
Әүҙемлек урыны Страсбург, Брюссель һәм Таллин
Сәйәси фирҡә ағзаһы Партия реформ Эстонии[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Большой крест ордена Звезды Румынии орден князя Ярослава Мудрого II степени
Эра XXI быуат
Рәсми сайт kajakallas.ee
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 220 862
Кая Каллас Кая Каллас Викимилектә

Биографияһы

Кая Каллас 1977 йылдың 18 июнендә Таллинда тыуған. Кая Каллас — Реформалар партияһының элекке рәйесе һәм Европа комиссияһының элекке вице-президенты Сийм Калластың ҡыҙы.

Кая Каллас 1995 йылда өлгөргәнлек аттестатына имтихан үтә. 1999 йылда Тарту университетының юридик факультетын хоҡуҡ өлкәһендә бакалавр дәрәжәһе менән тамамлай, шунан һуң конкуренция өлкәһендә Европа һәм Эстония закондар сығарыуға махсуслашҡан адвокат булып эшләй (2011 йылда уның адвокат эшмәкәрлегенә хоҡуғы бөтә). Шулай уҡ 1996 йылдан театр режиссер ярҙамсыһы сифатында профессиональ эшләй. 2007 йылда Эстония бизнес мәктәбенә уҡырға инә, бында 2010 йылда иҡтисадта EMBA дәрәжәһен (эшлекле идара итеү магистры) ала.

Кая Каллас эстон, инглиз, рус, фин һәм француз телдәрендә иркен һөйләшә.

Сәйәси карьераһы

2010 йылда Каллас Эстонияның Реформалар партияһына ҡушыла һәм 7157 тауыш йыйып, 2011 йылда Эстония парламентына һайлана (Рийгикогу). XII саҡырылыш Эстония парламентында (2011 йылдан 2014 йылға тиклем) иҡтисади мәсьәләләре буйынса комитетты етәкләй.

2014 йылда һайлауҙарҙа Каллас, Европа парламентына кандидатураһын ҡуя, 498 21 тауыш йыя. Европа парламентында Каллас Сәнәғәт, тикшеренеүҙәр һәм энергетика буйынса комитетҡа инә, эске баҙар һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комитеты ағзаһы була. ЕС-Украина парламент хеҙмәттәшлеге комитетында делегация рәйесе урынбаҫары, шулай уҡ «Евронест» парламент ассамблеяһында делегация һәм АҠШ менән мөнәсәбәттәр буйынса делегация ағзаһы була. Бының өҫтәүенә, Каллас Европарламенттың депутат-ара төркөмө ағзаһы һәм Йәштәр төркөмөнөң вице-рәйесе була.

2017 йылдың 13 декабрендә Реформалар партияһы рәйесе Ханно Певкур 2018 йылдың ғинуарында был вазифаға үҙ кандидатураһын ҡуймаясағын иғлан итә, һәм уның урынын биләү өсөн Калласҡа тәҡдим итә. 15 декабрҙә Каллас был тәҡдимде ҡабул итә һәм партия етәксеһенә һайлауҙарҙа үҙ кандидатураһын ҡуйырға ризалаша. 2010 йылдың 14 апрелендә Каллас Реформалар партияһы рәйесе вазифаһын башҡара башлай.

Парламент һайлауҙарында 2019 йылдың 3 мартында һайлаусыларҙың 20083 тауышын алып, яңынан депутат мандаты ала, был кандидаттар араһында иң яҡшы һөҙөмтә булып тора. Реформалар партияһы һайлауҙарҙа 28,9 проценты тауыш менән еңеп сыға һәм Рийгикогула 34 урын ала. 5 апрелдә Эстония президенты Керсти Кальюлайд Калласты премьер-министр вазифаһына ҡуйып, уға яңы хөкүмәт ойошторорға тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта партия коалиция төҙөй алмай һәм хөкүмәт төҙөү хоҡуғы Юри Ратасҡа күсә, ул премьер-министр була. Реформалар партияһы оппозицияла ҡала.

2021 йылдың 13 ғинуарында, Юри Ратас хөкүмәте отставкаға киткәндән һуң, Эстония президенты Реформалар партияһы лидеры Кая Калласҡа яңы хөкүмәт ойошторорға ҡуша. 14 ғинуарҙа президент 2019 йылда парламентта һайлауҙарҙа күп тауыш йыйыусы Калласты  Реформалар партияһы рәйесе булараҡ премьер-министр вазифаһына кандидат итеп тәғәйенләү буйынса ҡарарға ҡул ҡуя. 2021 йылдың 25 ғинуарында Каллас, Рийгикогу ағзаларының 70 тауышын алып, хөкүмәт формалаштырыу өсөн парламенттың хуплауын таба.

2021 йылдың 26 ғинуарында Эстонияның беренсе ҡатын-ҡыҙ премьер-министры була. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Каллас хөкүмәтендә 14 министрҙың 7-һе  — ҡатын-ҡыҙ, был Эстония рекорд булып тора, ә Эстонияның президенты булып шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ Керсти Кальюлайд тора.

Шәхси тормошо

2002—2006 йылдарҙа Эстония диңгеҙ академияһы хеҙмәткәре Роомет Лейгерҙа кейәүҙә була. 2011—2014 йылдарҙа уның юлдашы 2003—2005 йылдарҙағы Эстонияның финанс министры Таави Вескимяги була. 2011 йылда уларҙың улы тыуа. 2018 йылдың сентябрендә банкир Арво Халликҡа  (Arvo Hallik) кейәүгә сыға.

Кая спорт менән мауыға (саңғы, ролик, гольф). 2006 йылда Эстон гольф-клубы ағзаһы булып тора.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Кая Каллас БиографияһыКая Каллас Сәйәси карьераһыКая Каллас Шәхси тормошоКая Каллас ИҫкәрмәләрКая Каллас ҺылтанмаларКая Каллас18 июнь1977 йыл2011 йыл2014 йыл2018 йыл2019 йыл2021 йылЕвропа берлегеТаллинЭстон телеЭстония

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Шон КоннериМанилаПрагаУГАТУ-САТПольшаПсихологияТашбашМөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙыЯҡын Көнсығыш тарихыРеинкарнацияМюзикл4 декабрьИбраһимов Әнүәр Камил улыБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыӘсәҙуллин Әнис Ҡасим улыМаргарет ТэтчерМатематикаМөғтәзилиҙәрРимБорщФутбол буйынса Англия йыйылма командаһыҒәззәҺабансы (Ауырғазы районы)ҠояшИран-Ираҡ һуғышыПугачёв районыГеорг Вильгельм Фридрих ГегельИнженерлыҡ эше1801 йылГаврило ПринципБилл ГейтсКнин һарайыБаҡырИнглиз телеНАТОАльмазанУраҙаАвгустусбургКомиксАбдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙыКансай халыҡ-ара аэропортыХаббл (телескоп)Милли паркСингапурШвецияБритни СпирсСүриәлә граждандар һуғышыБашҡорт ВикипедияһыАйхигтБарак ОбамаРудольф ДжулианиИндонезия бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғышДжон Мейнард КейнсҺөтимәрҙәрЕбәкАнархизмЛос-АнджелесҠотдосСанкт-ПетербургСулавесиУралСводеш исемлегеГонконгСингапур тарихыОдесса6 ноябрьНью-ЙоркСөләймәнЗигмунд ФрейдАдольф ГитлерБрюс ЛиҠотоева Гөлназ Мират ҡыҙыРейкьявик🡆 More