Касабланка

Касабланка (исп.

Әд-Дар-әл-Бейда — «аҡ йорт», бербер.ⴰⵏⴼⴰ) — Марокконың иң ҙур һәм иң күп халыҡлы ҡалаһы. Атлантик океан ярындағы ҙур порт, баш ҡала Рабаттан көньяҡҡа табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Касабланка өлкәһенең административ үҙәге — Сеттат, ул Касабланка префектураһын тәшкил итә.

Ҡала
Касабланка
ғәр. الدار البيضاء
Касабланка
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Марокко

Район

Касабланка

Координаталар

HGЯO

Мэр

Абдельазиз Эль Омари

Элекке исемдәре

Анфа

Майҙаны

196 км²

Үҙәк бейеклеге

27 м

Климат тибы

тропик

Халҡы

3 499 000 кеше

Тығыҙлығы

17 171 кеше/км²

Агломерация

7 218 000 кеше (2018)

Сәғәт бүлкәте

UTC+1

Почта индексы

20000-20200

Рәсми сайт

casablanca.ma
 (фр.) (ғәр.) (инг.) (исп.)

Касабланка (Марокко)
Касабланка
Касабланка

Тарихы

Урта быуаттарҙа Касабланка хәлле ҡала була, ул Анфа булараҡ билдәле була. 1468 йылда уны португалдар емерә һәм улар тарафынан 1515 йылда яңынан төҙөлә. 1755 йылдағы көслө ер тетрәүҙән һуң ҡала яңынан тергеҙелә. 1907 йылда Касабланканы француздар оккупациялай. Француз хакимлығы ваҡытында ҡала тиҙ үҫешә. Хәҙерге ҡала иҫке мавр ҡалаһы тирәләй төҙөлгән.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Касабланка союздаштар ғәскәрҙәренең Төньяҡ Африкаға төшөүенең өс төп урыны була. Ҡалала АҠШ президенты Франклин Рузвельт һәм Бөйөк Британия премьер-министры Уинстон Черчилль араһында Касабланка конференцияһы үтә (1943 йылдың ғинуары).

1956 йылда Марокконың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәндән һуң француздарҙың китеүе Касабланка өсөн етди иҡтисади ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Әммә йылдам үҫешкән туризм һәм сәнәғәт үҫеше сәскә атыуын ҡайтара.

Климаты

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 31,1 29,4 32,2 32,8 35,1 37,4 38,4 39,0 40,5 37,8 34,7 30,3 40,5
Уртаса максимум, °C 17,3 18,0 19,6 20,2 21,9 24,1 25,8 26,3 25,7 23,8 20,9 18,7 21,9
Уртаса температура, °C 12,6 13,7 15,3 16,5 18,5 20,9 22,7 23,2 22,3 19,8 16,5 14,2 18,0
Уртаса минимум, °C 9,2 10,4 11,8 13,2 15,6 18,7 20,5 20,9 19,7 16,8 13,3 11,1 15,1
Абсолют минимум, °C 0,0 0,0 2,7 5,0 7,4 10,0 13,0 13,0 10,0 7,0 4,6 2,0 0,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 62,2 59,0 50,7 40,2 18,8 5,8 0,7 0,4 4,9 31,1 74,4 76,6 424,8
Һыу температураһы, °C 15 16 17 18 20 21 23 24 22 19 17 16 19
Сығанаҡ: Һауа торошо һәм климат, Туристик портал,[1]

Иҡтисад һәм транспорт

Касабланка — Төньяҡ Африканың алдынғы сауҙа ҡалаларының береһе. Ҡаланы башҡа донъя менән шоссе һәм тимер юлдар, Мөхәммәт V халыҡ-ара аэропорты тоташтыра; порт донъялағы иң ҙур яһалма гаваньдәрҙең береһендә урынлашҡан. Марокконың халыҡ-ара сауҙаһының ҙур өлөшө Касабланка аша үтә.

Төп экспорт: иген культуралары, күн, йөн һәм фосфат. Касабланка шулай уҡ илдең төп сәнәғәт үҙәге булып тора. Сәнәғәттең төп тармаҡтары: балыҡсылыҡ, балыҡ консервалау, ағас эшкәртеү һәм мебель етештереү, төҙөлөш материалдары сәнәғәте, быяла һәм тәмәке тармаҡтары. Марокколағы бөтә банк операцияларының яртыһынан күберәге Касабланкала үткәрелә. Йыл һайын Касабланкала халыҡ-ара сауҙа йәрминкәләре үткәрелә.

Иҫтәлекле урындар

  • Ҡаланың төп иҫтәлекле урыны - донъялағы иң бейек манаралы Хәсән II мәсете.
  • Хәсән II университеты (1976 йылдан эшләй).
  • Бен-Мсик христиан зыяратындағы урыҫ некрополе 2007 йылда булдырылған һәм «Рәсәй Федерацияһы өсөн тарихи һәм иҫтәлекле әһәмиәткә эйә булған сит илдәрҙә урынлашҡан ҡәберлектәр исемлегенә» индерелгән. Унда билдәле рус диаспораһы эшмәкәрҙәре: адмирал А. И. Русин, профессор И. П. Александрский (участок No 13, ҡәбер No 417), А. С. Бехтеев, шағир Сергей Бехтеевтың ҡустыһы), В. Урусова (участок No 150, ҡәбер No 44) һәм башҡа ватандаштары.
  • Урыҫ православие Успение Божией Матери ҡорамы, 1958 йылда төҙөлгән һәм 2013 йылда ҡаланың мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгән (дини хеҙмәттәр ваҡытында асыла).
  • Изге йөрәк католик соборы (Сакре Кёр — Касабланканың төп соборы, хәҙер дини функцияһын юғалтҡан).
  • Ғәрәп лигаһы паркы.
  • Квартал Хаббус:
    • Махкама дю Паша һарайы.
    • Мулай Йүсеф мәсете.
    • Мөхәммәт мәсете.
    • Зәйтүн баҙары.
  • Лурдес ханымдың католик сиркәүе (Нотр-Дам-де-Лурдес), ғәмәлдә.
  • Ратуша.
  • Ҙурлығы буйынса Африкала икенсе урында торған «Марокко Молл» сауҙа үҙәге, музыкаль фонтан һәм аквариум менән
  • Маяк Эль Ханк.
  • Сиди Абдеррахман утрауы.

Административ райондары

  • Анфа
  • Айн дияб
  • Айн Шук
  • Бернусси
  • Бушентуф
  • Фида
  • Маариф
  • Мидина

Галерея

Туғандаш ҡалалар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.

Һылтанмалар

Tags:

Касабланка ТарихыКасабланка КлиматыКасабланка Иҡтисад һәм транспортКасабланка Иҫтәлекле урындарКасабланка Административ райондарыКасабланка ГалереяКасабланка Туғандаш ҡалаларКасабланка ИҫкәрмәләрКасабланка ӘҙәбиәтКасабланка ҺылтанмаларКасабланкаАтлантик океанБербер телдәреИспан телеҒәрәп теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Башҡортостан тарихыАлбания Фәндәр академияһыЕнси актҠәҙим АралбайБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыҒиндуллин Фәрит Хөрмәтулла улыКонституцион монархияҠурған (ҡала)QIWIЭль-НиньоБарабанМария-АнтуанеттаҠушма һөйләм2020 йыл24 февральҠаҙағстанАнтарктида25 апрельХәсән Назар1991 йылТөмән өлкәһеГалилео ГалилейГерманияЕрӨфө губернаһыҠалаКарфагенШарль де ГолльБерлинМиңлеханов Рөстәм Нурғәли улыЭякуляцияҠытайҙағы мәҙәни инҡилап1873 йылХисамов Ғәлим Афзал улыГәзит3 октябрьСыуаш милли кейемеҠояшГазпром Нефтехим СалауатГәрәев Муса Ғайса улыСалауат Юлаев музейыҒәрәп телеФ24 ғинуарВенгрҙарСатурн (планета)Асыу тәлгәштәреИмам майҙаныСалауат (Ислам)Бикбаев Рауил Төхфәт улыБөтә Донъя СелтәреXMLЕвропаСыйырсыҡИсламда фәрештә6 ноябрь2 августКүбәләк (ырыу)ИсландияБилл ГейтсБахрейнСайтАһалтәкә атыHTMLМәскәүСиднейВьетнам🡆 More