Ихрам

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ихрам (ғәр.إحرام ҡотолоу, ваз кисеү, бағышлау) - айырым бер төр кейемде һәм ихрам халәтен аңлата.

Ихрам
Ихрам кейгән хаж ҡылыусы

Ихрам (кейем)

Мәккәлә хаж ҡылыусы кейә торған кейем. Ул - етен йәки мамыҡтан туҡып эшләнгән ике буй аҡ туҡыма. Береһе яурын аша тәнгә һалына, икенсеһе билгә урала. Бындай туҡымаға энә теймәгән булырға тейеш. Был кейем элек-электән хажға барыусыларҙың яҡшы ниәт менән сәфәр тотоуын аңлата.Был кейем тулы ғөсөл алып, ихрам хәленә инергә ниәт итеп кейелә. Ихрам кейеме һәр кешенең ихлас ниәттә булыуын һәм Аллаһ алдында тигеҙлеген һынландыра. Ир-аттың аяҡ кейеме лә тегелмәгән булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ ихрам хәленә инеү ниәтен әйтеп, мөслимәләр кейеменә талаптарға ярашлы теләгән күлдәген кейә. Ихрам халәтенә ингәндә 2 рәҡәғәт намаҙ уҡыла. Ихрам халәтенә ингән кеше өсөн айырым тыйыуҙар бар. Был тыйыуҙар ниәт һәм тәлбиә әйтеү менән үк көсөнә инә. Ихрам халәтенә ингән кеше мөхрим тип атала

Ихрам халәте

Мосолманға ихрам хәлендә бер ниндәй йән эйәһен дә үлтерергә, ерҙән бер генә үҫемлекте лә йолҡорға, ағас йәки ҡыуаҡ ботаҡтарын һындырырға, сәс алдырырға йәки тырнаҡ киҫергә, ҡырынырға, енси яҡынлыҡ ҡылырға, ләззәткә бирелергә рөхсәт ителмәй.Уға сауҙа һәм донъя эштәренә ҡағылышлы нәмәләр менән шөғөлләнергә ярамай, шулай уҡ ҡатын һората йәки өйләнә алмай.Асыуланыу, кемделер рәнйетеү тыйыла; ҡырыныу, сәс һәм тырнаҡ ҡырҡыу, биҙәүестәр тағыу һәм тартыу шулай уҡ рөхсәт ителмәй. Ихрам халәтендәге кешеләр хаҡында яҙыусы, хажиә Гүзәл Ситдиҡова үҙенең "Йәннәт баҡсаһы" тигән китабында ошолай бәйән итә:

Хаж - ул ахыры заманда ҡубарылыр халыҡтың кескәй өлгөһө, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Ихрам да бит кәфенде хәтерләтә... Үҙ төркөмдәшең генә булмаһа, һис кемдең һис кемдә эше юҡ. Битарафлыҡ тип атап булмайҙыр быны, бәлки хажға килеүселәрҙең үҙ эске донъяһын барлауы, тәүбәгә килеүе, хистәренә башкөллө сумыуы ла барҙыр. Әммә яһилланып кешегә ҡанығыуҙы ла, тупаҫлыҡты ла күрмәнем .

Ихрам кейгән урын

Хаж ҡылыусылар ихрам халәтенә ингән урын миҡат тип атала. Хажға төрлө илдәрҙән киләләр, шуның өсөн уларға айырым ихрам кейеү урыны тәғәйенләнгән. Рәсәйҙән барыусылар ихрамды Мәҙинә миҡатында кейә. Беҙҙең көндәрҙә күптәр ихрамын самолетҡа ултырыр алдынан уҡ кейеп ала

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. Ихрам // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы. - Өфө, 2014. - 232 бит
  • З. Шафиғи. Рауил Үтәбай-Кәрими. Ислам. Белешмә һүҙлек. Ҡазан-1993 й. ISBN 5-298-00949-2

Шулай уҡ ҡарағыҙ

http://islam-today.ru/blogi/kamil_xazrat_samigullin/mikaty__mesta_vxozhdeniya_v_ixram/

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Tags:

Ихрам (кейем)Ихрам халәтеИхрам кейгән урынИхрам ӘҙәбиәтИхрам Шулай уҡ ҡарағыҙИхрам ҺылтанмаларИхрам ИҫкәрмәләрИхрамИслам тарихы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Шүрәле1924 йылБотсванаҒХәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙыЛатин алфавитыҠытай Халыҡ РеспубликаһыБашҡорт теленең диалекттарыБеренсе донъя һуғышыХамматов Яңыбай Хаммат улыЦиблиев Василий ВасильевичЙен Зигмунд1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышыСалауат Юлаев музейыСалауат Юлаев1926 йылЖан МареСолтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы1880 йылИстрополитана университетыЯңы КаледонияМарко ПолоБашҡорт әҙәбиәте15 ноябрьСовет Социалистик Республикалар СоюзыСан-ФранцискоВаҡытТәкбирЛантаноидтарАбдуллина Лариса Хашим ҡыҙыКейекбаев Жәлил Ғиниәт улыӨхүдАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыЭнциклопедияАҙнай (Бишбүләк районы)Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыАкротири һәм ДекелияЛондонМария-АнтуанеттаҠорбанғәлиевТинес (ҡасаба)МәсетлеМарксизмАмерика Ҡушма Штаттары президенттары исемлегеФутбол буйынса Польша йыйылма командаһыРәсәй ФедерацияһыЙәйғорЯрлылыҡЕнси актКөҙәйҺаулыҡӘл-Харам мәсетеЭль-НиньоДәүләтбаев Рәмис Рәжәп улыҒәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улыҠырғыҙстан райондарыӘбделҡадир ИнанХәбиров Фәрит Барый улыЕвграфов Алексей РомановичКурдтарУрал батырКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыДинастияТуңғатарВикимилек🡆 More