Иртәнге Аш

Иртәнге аш — көн эсендәге беренсе аҙыҡ ҡабул итеү, ҡағиҙә булараҡ, таң атҡандан төшкә тиклем үтә.

Туҡланыу буйынса ҡайһы бер белгестәр, иртәнге аш — иң мөһиме, уны үткәреү һимереүгә, шәкәр диабеты, йөрәк өйәнәгенә килтерергә мөмкин тип фаразлай.

Иртәнге аш йолалары

Төрлө илдәрҙә иртәнге аштың үҙ йолалары бар:

Европала иртәнге аш

Иртәнге Аш 
Һоло ярмаһынан бутҡа

Европала иртәнге ашты әҙерләү Урта диңгеҙ йолаларына барып тоташа. Мотлаҡ рәүештә эҫе эсемлектәр (алкоголһеҙ) һәм ондан бешерелгән ашамлыҡ ҡуялар. Эсемлектәрҙән һөткә өҫтөнлөк бирелә.

Инглиздәрҙә иртәнге аш

Бөйөк Британияла иртәнсәк бекон, бәшмәк, помидор, икмәк менән ҡурылған йомортҡа һәм пудинг ашайҙар. Әммә хәҙерге ваҡытта классик инглиз иртәнге ашын тик ял көндәрендә йә байрамдарҙа ғына ашай алалар.

Һиндтарҙа иртәнге аш

Һинд аш-һыуында ноҡот һәм йәшелсәләрҙән әҙерләнгән сабджи ризығына өҫтөнлөк бирелә, уға карри тәмләткестәр ҡатнашмаһы ла ҡушыла.

Ҡытайҙарҙа иртәнге аш

Ҡытайҙа иртәнге ашҡа еңел ризыҡтар, эсемлектәрҙән пуэр исемле сәй ҡуйыла. Сынаяҡ аҫтына ҙур булмаған өлөштәр менән еләк-емеш, йәшелсә, диңгеҙ продукттары һалына.

Рус иртәнге ашы

Урыҫтарҙа иртәнге ашты әҙерләү күп ваҡытты алмай. Өҫтәлгә майлы бутҡа, эремсек, сыр, ҡоймаҡ ҡуялар, ҡыҙҙырылған йомортҡа, омлет та булыуы мөмкин. Ғәҙәти эсемлектәрҙән — ҡара сәй, кәһүә, десертҡа бал, ҡайнатма, ҡуйыртылған һөт, ҡаймаҡ, печенье ашайҙар. Йәйге осорҙа шулай уҡ емеш-еләк тә өҫтәлә: алма, армыт, ҡауын һәм ҡарбуз, ҡурай еләге, ер еләге һәм башҡалар.

Башҡорттарҙа иртәнге аш

Башҡорттар ғәҙәттә иртәнсәк мотлаҡ һөтлө ҡара сәй эсеп, эремсек, бал, төрлө ҡайнатмалар, ҡорот, талҡан ҡушып ашарға мөмкин.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Tags:

Иртәнге Аш Иртәнге аш йолаларыИртәнге Аш ИҫкәрмәләрИртәнге Аш ӘҙәбиәтИртәнге АшШәкәр диабеты

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ХанлыҡКүсемле әйберОперацион системаБерлин15 ноябрьҠара гөбөргәйелХисамов Ғәлим Афзал улыБөтә донъя татарҙар конгресыЧегодаевСәпсекЛондонСыбар ҡаҙБеларусьYouTubeSkypeӨхүдАбдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙыАхыры заманҮлемАрыҫлан петроглифтарыМуса ЙәлилСолтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙыНацистик Германияның концентрацион лагерҙарыҠотдосКөҙәйБашҡорт телеРИА НовостиБойцова Мария ФилипповнаҺарыҡты кем ашаған?МәскәүМария-АнтуанеттаТанзиматАнтонимБашҡорт теленең лексикаһыҒабдулла ТуҡайДжазБашҡортостан Республикаһы ХөкүмәтеҠарға бутҡаһыСәлимов Марсель Шәйнур улыБеренсе донъя һуғышыЕвгений МоросниковЕ. А. Букетов исемендәге Ҡарағанды дәүләт университетыСалауат (доға)ОвидийБашҡорт телендәге уйын фильмдары исемлегеДинастияҺабан турғайыАҡмуллаРун яҙмаһыМәхмүт (Салауат районы)2019 йылМәсетле районыA (латин хәрефе)Неодим1880 йылКарл МарксМиндешБлаватский Владимир Дмитриевич1965 йылКоморМилләтселекЛазерФәритов Айрат Тәбрис улыБашҡортостан ҡоштары🡆 More