Персонаж Зөлҡәрнәй

Зөлҡәрнәй (ғәр.

Зөлҡәрнәй исеме Ҡөрьәндең ун һигеҙенсе сүрәһендә дүрт тапҡыр телгә алына.

Зөлҡәрнәй
ғәр. ذو القرنين
Рәсем
Зат ир-ат
Һөнәр төрө полководец
Телгә алынған хеҙмәттәр Ҡөрьән
Эра Древний мир[d]
Враг Йәжүж менән Мәжүж
Персонаж Зөлҡәрнәй Зөлҡәрнәй Викимилектә

Исеме һәм прототибы

Зөлҡәрнәй ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «ике мөгөҙлө» тигәнде аңлата. Исемдең аныҡ аңлатмаһы билдәһеҙ. Берәүҙәр көнсығыш менән көнбайышты «ҡояш мөгөҙө» тип атай, икенселәре быны Рум менән Фарсы иленең хужаһы булыуы менән аңлата, өсөнсөләр маңлайында оро булғандыр, тип фараз итә.

Ҡайһы бер риүәйәттәргә ярашлы, Зөлҡәрнәйҙең исеме «Искәндәр» булған, шуға күрә уны ғәҙәттә Искәндәр Зөлҡәрнәй менән тиңләштерәләр («Ҡуш мөгөҙлө Искәндәр»), етмәһә, ул тәңкәләрҙә мөгөҙлө илаһ Зевс-Амон кәүҙәләнеше булараҡ һүрәтләнгән. Башҡалар Зөлҡәрнәй прототибын Бөйөк Кир II йәки Сөләймәндә күрә ; хәҙерге заман тикшеренеүселәре хатта Византия императоры Ираклий I прототибы булыуы мөмкин тип иҫәпләй.

Бөтә комментаторҙар уны бөйөк батша булған тип таный, Фарсы батшаһы Дарий, Лахмид батшаһы әл-Мүнзир, Йемен батшаһы Әл-Әкрән («мөгөҙлө») йәки башҡалар булыуы ихтимал тип һанай. Ҡайһы бер тарихсылар (әл-Куртуби, әт-Табари, Ибн Асир) Зөлҡәрнәй Ибраһим пәйғәмбәр заманында йәшәгән, хатта уның менән бергә Мәккәгә хаж ҡылған, тип раҫлайҙар.

Зөлҡәрнәйҙең ҡаҙаныштары

Зөлҡәрнәй Бер Аллаға ышанған һәм башҡа халыҡтарҙы Аллаһ шәриғәтенә эйәрергә саҡырған. Аллаһ уға бөйөк власть биргән, һәм ул мәжүсиҙәргә ҡаршы һуғышҡан, шулай итеп Европала һәм Азияла ҙур территориялар яулап алған.

Шул уҡ ваҡытта, Ҡөрьән Искәндәрҙең яулағандарынан тыш Зөлҡәрнәйҙең башҡа ҡаҙаныштарын бәйән итә (мәҫәлән, Йәжүж-Мәжүж менән һуғыш йәки ҡояш «һаҫыҡ сығанаҡҡа байыған» ерҙәрҙә йәшәүселәр өҫтөнән ойошторолған хөкөм). Зөлҡәрнәй Йәжүж менән Мәжүждең башҡа халыҡтарға ҡарата яуызлыҡ ҡылған ҡырағай ҡәбиләләренә ҡаршы сығыш яһай. Зөлҡәрнәй ике тау араһында диуар төҙөй, ә блоктар араһындағы ярыҡтарға ирегән тимер ҡойҙорта. Был бөгөнгө Бөйөк Ҡытай диуары түгел. Ҡиәмәт көнө алдынан Йәжүж һәм Мәжүж был диуарҙы тишеп сығырға һәм башҡа илдәргә ябырылырға тейеш.

Ҡөрьән хикәйәһенең мәғәнәһе шунда: бөйөк батша Зөлҡәрнәйҙең бөтә ҡаҙаныштарын уға Аллаһы тәғәлә бүләк иткән.

Вафаты

Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, йә Мәккә эргәһендә, йә ҡайҙалыр Сүриә менән Мәҙинә араһында вафат булған һәм Тахам тауында ерләнгән.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Абу аль-Калям Азад Личность Зуль-Карнейна стала известна // «Арабский журнал». — 2011. — № 184.
  • Али-заде, А. А. Зулькарнайн // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Бертельс Е. Э.. Роман об Александре и его главные версии на Востоке. М.— Л., 1948.
  • Пиотровский М. Б. Зу-л-Карнайн // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 78-79.
  • al-Iskandar / Watt W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)

Tags:

Персонаж Зөлҡәрнәй Исеме һәм прототибыПерсонаж Зөлҡәрнәй Зөлҡәрнәйҙең ҡаҙаныштарыПерсонаж Зөлҡәрнәй ВафатыПерсонаж Зөлҡәрнәй ИҫкәрмәләрПерсонаж Зөлҡәрнәй ӘҙәбиәтПерсонаж ЗөлҡәрнәйЙәжүж менән МәжүжСүрәҒәрәп телеҠөрьәнӘл-Кәһф сүрәһе

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ӨхүдЕ. А. Букетов исемендәге Ҡарағанды дәүләт университетыҺаулыҡКөҙәйКүсемле әйберТатарҙарҠобағош сәсәнКәбиров Артур Зиннур улыХәрби антЧегодаевҠырғыҙстанБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыОлимпДинастияКинотеатрБаймаҡ районыҺарыҡты кем ашаған?Аҙнай (Бишбүләк районы)Нацистик Германияның концентрацион лагерҙарыТиҙләнешВикимилекБөйөк Ватан һуғышыБашҡорт теленең лексикаһыҒарипов Рәми Йәғәфәр улыУҡытыусыАсыҡ контентЙылҺессенТанзимат15 ноябрьҺарытау өлкәһеБоланМәжит ҒафуриКарл ЛиннейБоланутВикимедиа фондыВетеринарияАтомӨфөҠотошов Рамаҙан Нурғәли улыХанлыҡ112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыҠотдосДезик һәм СиғанТуңғатарУкраинаНефть химияһы һәм катализ институты (Рәсәй Фәндәр академияһы)КурдтарАттилаБашҡорт ир-ат исемдәреГорькийҙың әҙәби-мемориаль музейы (Ҡазан)Баш битСалауат Юлаев музейыЕйәнсура районыХөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улыҒайса (пәйғәмбәр)Хисамов Ғәлим Афзал улыЛатин алфавитыБабаев Юрий НиколаевичЕкатерина IIҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүАнуше АнсариӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыҒүмәров Исхаҡ Идрис улыМарко Поло🡆 More