Еҙем-Ҡаран (рус. Зилим-Караново) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл.
2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 431 кеше. Почта индексы — 453061, ОКАТО коды — 80221816001.
Fesk | |
Еҙем-Ҡаран рус. Зилим-Караново | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме | Яңы Еҙем |
Халҡы | ↘431 кеше (2010) |
Милли состав | башҡорттар, татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы | 453061 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды | - |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 431 | 208 | 223 | 48,3 | 51,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Еҙем-Ҡаран ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән төньяҡта 46 км һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 63 саҡрым алыҫлыҡта Тәпәреш йылғаһы буйында урынлашҡан. . Ауылға Нуғай даруғаһы Дыуан-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса Күрпәс-Табын улусы Еҙем ауылы башҡорттары нигеҙ һала, 1786 йылдан Яңы Еҙем (Яңы Еҙем-Ҡаран) исеме менән йөрөй. Артабан шул уҡ шарттарҙа бында Кәлсер-Табын улусы башҡорттары һәм яһаҡлы татарҙар килеп урынлаша. Яһаҡлы татарҙар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә. XIX быуат башынан хәҙерге исемен йөрөтә. 1865 йылда 75 йортта 437 кеше теркәлгән. Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡҡ, умартасылыҡҡ, урман кәсептәре менәнн шөғөлләнгән.. Мәсет, училище, 20 сауҙа кибете булған. 1906 йылда 2 мәсет, 2 тимерлек, 5 бакалея кибете теркәлгән, улус идараһы урынлашҡан. 1920—1922 йылдарҙа — Табын кантонының административ үҙәге. Халҡы: 1906 йылда — 859 кеше; 1920 йылда — 1228 кеше; 1939 йылда — 1022 кеше; 1959 йылда — 737 кеше; 1989 йылда — 517 кеше; 2002 йылда — 494 кеше; 2010 кеше — 431 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, Мәжит Ғафури йорт-музейы бар.
Исемдәре:
Базар урамы (рус. Базарная (улица))
Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица))
Зәки Вәлиди урамы (рус. Заки Валиди (улица))
Урман урамы (рус. Лесная (улица))
Мәжит Ғафури урамы (рус. Мажита Гафури (улица))
Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
Еңеү урамы рус. Победы (улица))
Ялан урамы (рус. Полевая (улица)
Йылға урамы (рус. Речная улица))
Йылға тыҡрығы (рус. Речной (переулок))
Саттаров урамы (рус. Саттарова (улица))
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Еҙем-Ҡаран, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.