Дәғүәт (ғәр.
Дәғүәт менән шөғөлләнгән мосолман (дәғи, күпл. дүғәт), ҡайһы бер осраҡтарҙа миссионерҙың ислам эквиваленты тип һаналырға мөмкин .
Дәғүәт | |
ғәр. دَعْوَة |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Дәғүәт Ҡөрьәндә үлектәрҙе Яуап Көнөнә саҡырыу мәғәнәһендә ҡулланыла. Дөйөм алғанда, дәғүәт һүҙе Ҡөрьәндә Аллаһ ихтыярына ярашлы йәшәргә саҡырыу мәғәнәһендә ҡулланыла. Шулай итеп, исламдың тәүге быуаттарында, дәғүәт һүҙен йышыраҡ шәриғәт һәм дин һүҙҙәре менән бер үк кимәлдә ҡулланғандар. Тыныс вәғәз нигеҙендә Мөхәммәт Пәйғәмбәр 23 йыл дауамында үҙ ырыуҙаштары араһында ислам диненә өндәгән. 628 йылда Мәҙинә мосолмандары һәм Мәккә мөшриктәре араһында төҙөлгән тыныслыҡ килешеүе исламдың Ғәрәп ярымутрауында таралыуының иң мөһим этабы булып тора. Шуның арҡаһында бөтә Ғәрәбстан буйлап юл тотҡан мосолман дәғүәтселәре исламға 2 йыл эсендә шуға тиклем 18 йыл элеккенән күберәк кеше килтергән.
Ислам теологияһында дәғүәттең маҡсаты — мосолмандарға һәм мосолман булмағандарға берҙән-бер Аллаһҡа табынырға өйрәтеү һәм ислам пәйғәмбәренең тормошо тураһында мәғлүмәт биреү, шулай уҡ ислам динен ҡабул итеүгә саҡырыу. Дәғүәт ярҙамында Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ҡөрьән үәхиҙәрен таратҡан, артабан Уның шәкерттәре үҙ заманының кешеләренә өндәү бурысын үҙ өҫтөнә алған.
Дәғүәт нигеҙендә вәғәзселәрҙең мәғлүмәтлелеге һәм мәрхәмәтлелеге принцибы ята. Дәғүәттең төп принциптарына түбәндәгеләр ҡарай:
Хәҙерге тормош дәғүәттең мөһимлеген раҫлай, сөнки һуңғы ваҡытта төрлө исламофоб киң мәғлүмәт сараларының кире йоғонтоһо арта. Ислам ойошмалары һәм дин таратыусылар дәғүәт яһау буйынса әүҙем эш алып бара.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Дәғүәт, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.