Джордано Бруно

Джорда́но Бру́но (итал. Giordano Bruno; исеме: Филиппо, ҡушаматы — Бруно Ноланец; 1548 йылда, Неаполь янындағы Нола ҡалаһында тыуған — 1600 йылдың 17 февралендә Римдә вафат булған) — Италия философы һәм шағиры, пантеизм вәкиле.

Католик дини хеҙмәткәре булараҡ, Джордано Бруно неоплатони́зм йүнәлешен үҫтерә, Коперник тәғлимәтенә яңы аңлатма бирә. Бруно үҙе йәшәгән заманды күпкә үҙып киткән күҙаллауҙар биргән, был фараздар һуңынан астрономик асыштар менән нигеҙләнгән: йыһандың сикһеҙ булыуы, йыһандағы йондоҙҙар алыҫтағы ҡояш кеүек, Ҡояш системаһында әлегәсә асылмаған планеталар булыуы, йыһанда беҙҙең Ҡояш кеүек есемдәрҙең сикһеҙ булыуы, сит планеталарҙа Ерҙәге кеүек «йәшәү» мөмкин булыуы.

Джордано Бруно
Giordano Bruno
Джордано Бруно портреты (гравюра копияһы, XVIII быуат башы)
Джордано Бруно портреты (гравюра копияһы, XVIII быуат башы)
Тыуған көнө

1548({{padleft:1548|4|0}})

Тыуған урыны

Нола, Неаполь янында

Вафат көнө

17 февраль 1600({{padleft:1600|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Вафат урыны

Кампо деи Фиори, Рим

Ғилми даирәһе

философ, космолог,

Бала сағы

Филиппо Бруно 1548 йылда Неаполдән йыраҡ түгел Нола тигән төбәктә тыуа. 11 йәшендә уны әҙәбиәт, логика һәм диалектиканы өйрәнергә Неаполгә алып киләләр. 1563 йылда 15 йәшендә ул Изге Доминака монастырына уҡырға килә. Бына 1565 йылда монах дәрәжәһен һәм Джоржано ҡушаматын ала. Тиҙҙән йәндең кәүҙәлә булыуына, Дева Марияның яралғыланыуына шикләнгәне өсөн етәкселәр уның эшмәкәрлеген тикшерә башлай. Тикшереү һөҙөмтәләрен көтөп тормайса, ул Римға ҡаса, хәүефһеҙерәк тип Италияның төньяғына күсенә. Бында ул дәрес биреп эшләй башлай, бер урында ярты йылдан артыҡ булмай.

Европа буйлап гиҙеү

Башта 35 йәшлек фәлсәфәсе Лондонда, һуңынан Оксфордта, ундағы профессорҙар менән бәхәсләшкәндән һуң киренән Лондонға күсә. Бер нисә хеҙмәтен яҙа, улар араһында иң мөһиме — «Ғаләмдең һәм донъяның сикһеҙ булыуы тураһында» (1584 йыл). Уны Англия хөкүмәте ҡурсалауға ҡарамаҫтан, ул ике йылдан Францияға ҡасырға мәжбүр була. Һуңынан Германияла уға лекциялар уҡыу тыйыла. Бруно үҙенә дошмандар таба торған иҫ киткес һәләткә эйә була. Ул аҡылы ҡабул итмәгән барлыҡ ғөрөф-ғәҙәттән баш тарта, бәхәсләшеүсегә туранан-тура уның ахмаҡ, йүләр булыуын әйтә. Үҙен донъя гражданины, Ҡояш һәм Ер улы, академияһыҙ академик тип иҫәпләй.

Хөкөмө һәм үлеме

1591 йылда йәш аристократ Джованни Мочениго саҡырыуы буйынса Венецияға мнемоника (хәтерҙе үҫтереү сәнғәте) буйынса дәрес бирергә килә. Тиҙҙән Джованни Мочениго менән мөнәсәбәттәре боҙола. 1592 йылдың 25 майында Мочениго Венеция инквизицияһына ялыу ебәрә. Бынан һуң фәйләсуф ҡулға алына. Урындағы инквизиторҙар уны, фекеренән баш тартырға күндерә алмай, Римдағы коллегаларына тапшыра.

7 йыл буйы төрмәлә ултырып сыҡҡас, 1600 йылдың 17 февралендә Джордано Бруно хөр фекерлелек өсөн католик сиркәү тарафынан еретик булараҡ инквизиция усағында яндырыла.

Джордано Бруно
Джордано Бруно Рим инквизицияһы хөкөмөндә. Эдот Феррари эшләгән бронза барельеф.

Өс йөҙ йыл үткәс, 1889 йылда Джодано Бруно яндырылған урында уға һәйкәл ҡуйыла.

Әммә дүрт йөҙ йыл үткәс тә Рим католик сиркәүенең башлығы уңы аҡлау мәсьәләһе менән килешмәй.

Джордано Бруно
Рим майҙанында Бруно яндырылған урынға ҡуйылған һәйкәл.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Антоновский Ю. М. Джордано Бруно. Его жизнь и философская деятельность. СПб., 1892.
  • Барбур И. Религия и наука: история и современность. М.: ББИ, 2000.
  • Горфункель А. Х. Джордано Бруно. М., 1973. −175 с. (Мыслители прошлого).
  • Джордано Бруно. Избранное. Самара: Агни, 2000.
  • Йейтс Ф. Джордано Бруно и герметическая традиция. М.: Новое литературное обозрение, 2000.
  • Карсавин Л. П. Джордано Бруно. Берлин, 1923.
  • Кузнецов Б. Г. Джордано Бруно и генезис классической науки.
  • Койре А. От замкнутого мира к бесконечной вселенной: Пер. с англ. Серия: Сигма. 2001. In English: The New Astronomy and the New Metaphysics (глава из книги, посвященная космологии Джоржано Бруно)
  • Лавджой А. Великая цепь бытия. М.: Дом интеллектуальной книги, 2001. Лекция IV. Принцип изобилия и новая космография (в значительной мере посвящена космологическим идеям Дж. Бруно)
  • Менцин Ю. Л. «Земной шовинизм» и звёздные миры Джордано Бруно //Вопросы истории естествознания и техники. 1994, № 1.
  • Философско-религиозные истоки науки. Отв. редактор П. П. Гайденко. М.: Мартис, 1997.
  • Ордине Нуччо. Границы тени. Литература, философия и живопись у Джордано Бруно. Пер. с итальянского А. А. Россиуса. Спб., 2008.-407 с.
  • Gatti H. Giordano Bruno and Renaissance Science, 2002 (содержит критику взгляда на Дж. Бруно как на герметиста).

Һылтанмалар

Tags:

Джордано Бруно Бала сағыДжордано Бруно Европа буйлап гиҙеүДжордано Бруно Хөкөмө һәм үлемеДжордано Бруно ИҫкәрмәләрДжордано Бруно ӘҙәбиәтДжордано Бруно ҺылтанмаларДжордано Бруно17 февральЕрИталияИтальян телеЙондоҙЙыһанНеоплатони́змНиколай КоперникПланетаРимҠояш

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Берләшкән Ғәрәп ӘмирлектәреЗабелина Алла ВладимировнаСифатВикикитапханаБаб-әл-Мәндәб боғаҙы26 августБритни Спирс1991 йылҠалдыҡһыҙ технологияXIX быуатСалауат ЮлаевӘсәҙуллин Әнис Ҡасим улыМиссури (йылға)1845 йылВуди АлленҒаиләШиһапов Зиннур Хәйҙәр улыДамаск19 августНәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙыТони МоррисонӘхмәт (Ауырғазы районы)Си ЦзиньпинДөйөм сағыштырмалыҡ теорияһыОккам бәкеһеМәсетУханьЛогикаНасибашБритан энциклопедияһыПакистан тарихыБашҡорт ВикипедияһыСеулКитапханаЭпидавралағы театрМөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙыРәсәй дәүләт китапханаһы1857 йылҠазан Император университетыТехнологияКацусика ХокусайАварҙарЛека ДукаджиниАндропов Юрий ВладимировичРональд РейганӘүлиәСыров Игорь АнатольевичХөсәйенов Айҙар Гайдар улыАмерика14 февральБөжәктәрТатарстан РеспубликаһыСинт-МартенЕте (һан)ШалғандарСүриәлә граждандар һуғышыСовет Социалистик Республикалар СоюзыБранденбургЛатин телеҠала25 майВикимедиа хәрәкәтеПарижСанкт-ПетербургЯҡын Көнсығыш тарихыЖәһем ибн Сафуан🡆 More