Әхмәҙиев Вафа Исхаҡ улы (5 август 1937 йыл — 20 октябрь 1983 йыл) — башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе.
Филология фәндәре кандидаты (1970). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976).
Әхмәҙиев Вафа Исхаҡ улы | |
Файл:AhmadievV.jpg | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | Башҡорт АССР-ы Маҡар районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ғүмәр ауылы |
Вафат булған көнө: | 20 октябрь 1983 (46 йәш) |
Вафат булған урыны: | Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Жанр: | шиғриәт, проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | башҡорт, рус |
Вафа Исхаҡ улы Әхмәҙиев 1937 йылдың 5 авгусында Башҡорт АССР-ы Маҡар районының (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ғүмәр ауылында тыуған. Маҡар урта мәктәбен һәм 1966 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Башҡорт филологияһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1970 йылдан СССР Фәндәр Академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ҡулъяҙма һәм боронғо китаптар йыйыу буйынса археографик экспедицияларҙа ҡатнаша.
1950 йылдар аҙағында республика ваҡытлы матбуғатында Вафа Әхмәҙиевтың тәүге шиғырҙары баҫыла башлай. 1968 йылда Башкнигоиздатта уның тигән тәүге «Устремление» шиғри йыйынтығы донъя күрә. Уның артынан «В душе — оседланный конь» исемле тағы бер китабы нәшер ителә. «Устремление» (1968), «В душе — оседланный конь» (1973) йыйынтыҡтарына ингән шиғырҙарында шағир тыуған ерен данлай, үҙ быуынының хистәре һәм фекерҙәре менән уртаҡлаша. Вафа Әхмәҙиевтың шиғырҙары тапҡырлыҡ, лиризм һәм хис-тойғололоғо менән айырылып тора. Балалар өсөн сығарылған «Взойди, взойди, солнышко!» (1979) исемле шиғырҙар китабында Вафа Әхмәҙиев бай халыҡ фольклорының традицион формаларын ижади һәм органик рәүештә ҡуллана. Балалар әҙәбиәте тураһында бер-нисә мәҡәлә яҙған. Михаил Воловиктың «Сказание о Ерэнсэ-сэсэне» әҫәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.
Владимир Романов юбилей айҡанлы яҙған мәҡәләһендә: «Рауил Бикбаевтың („Шағирҙың гражданлыҡ йөҙө“) һәм Назар Нәжмиҙең („Кеше күңелдәрен асыусы“) ул тыуҙырған ижади портреттары белгестәрҙә генә түгел, ә киң ҡатлам уҡыусылырында ҡыҙыҡһыныу уята, ә уның „Башҡорт әҙәбиәтендә традицион образдар“, „Фәнни-техник прогресс һәм башҡорт әҙәбиәте“, тигән мәҡәләләре һәм әҙәбиәт тарихы һәм теорияһы тураһындағы очерктары ижтимағи резонанс тыуҙырҙы».
«Башҡорт әҙәбиәте тарихынан» (1975) китабында «ХХ быуатта башҡорт шиғриәте» исемле монографик очерк баҫтырып сығара.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Әхмәҙиев Вафа Исхаҡ улы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.