Болниси Сионы

Болниси Сионы - (рус. Болнисский сион, груз.

Квемо-Картли өлкәһенең Болниси муниципалитетының Болниси ауылында урынлашҡан.

Болниси Сионы
груз. ბოლნისის სიონი
Нигеҙләү датаһы V быуат
Рәсем
Дәүләт Болниси Сионы Грузия
Административ-территориаль берәмек Болниси[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Болниси Сионы Болниси Сионы Викимилектә

Тарихы

Ҡорамды 478 йылда төҙөй башлағандар, 493 йылда тамамлағандар - был илдәге иң ҡарт, шул уҡ ваҡытта яҡшы һаҡланған базилика. Ҡорамда грузин телендә яҙылған бик боронғо яҙма табылған.

Тасуирламаһы

Болниси Сионы 
Болнис Сионы, көнбайыштан күренеш

Ҡорам өс һикәлтәле нигеҙгә ҡороп төҙөлгән. Өс нефы көмбәҙле түшәм менән эшләнгән һәм ике яҡлы ҡыйыҡ менән ябылған. Үҙәк нефтың көмбәҙе ярымтүңәрәк, ә ҡабырғалағылары — киҫек ярымтүңәрәк. Төньяҡтан һәм көньяҡтан ҙур ҡыйыҡлы галереялар ойошторолған. Көнсығыш яҡтан ябыҡ баптистерий (суҡындырыу урыны) булған. Көнсығыш алтарь яғынан ярым цилиндр рәүешле сығынты ҡалдырылған.

Тыштан декоратив биҙәктәр юҡ тиерлек, тәпәш, ауыр күренешле диуарҙар. Эре йәшкелт таш квадрҙарҙан һалынған. Көнсығыш һәм көнбайыш фасадтары монументаль ҡырыҫ һәм ыҡсым. Көньяҡ һәм төньяҡ фасадтарҙың ҡабырғаларын асыҡ галереяларҙың аркалары йәнләндерә.

Ҡорам интерьеры киҫелештә сатраш барлыҡҡа килтергән колонналар рәте менән хасил ителгән. Эре аныҡ формалар эске яҡты монументаль сүрәткә индерә.

Таштан ырып эшләнгән колонна капителдәре һәм пилястралар кейектәр һәм ағастар һүрәте менән биҙәлгән, шулай уҡ икешәрле ваҡ аркалар ярҙамында һыҙатлы орнаменттар барлыҡҡа килтерелгән. Һүрәт сюжеттары, ихтимал, иртә христианлыҡҡа, йәки урындағы инаныстарға бәйле булғандыр. Фарсы һәм Сүриә сәнғәте һәм урындағы ағас биҙәктәр эшләү традициялары ҡулланылыуы тойола.

Галерея


Әҙәбиәт

Tags:

Болниси Сионы ТарихыБолниси Сионы ТасуирламаһыБолниси Сионы ГалереяБолниси Сионы ӘҙәбиәтБолниси СионыГрузин телеРус теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүГалилео ГалилейРәсәй ФедерацияһыБахрейнИспан телеБранденбургСәддам ХөсәйенҠорманай (Ауырғазы районы)Андропов Юрий ВладимировичТбилисиВәлиева Гөлнара Ҡәүи ҡыҙыЗеленский Владимир АлександровичХордалыларБуффон ДжанлуиджиМексикаКүмәклектәр теорияһыФлоридаХристианлыҡЛатин АмерикаһыИкенсе донъя һуғышыXII быуат1862 йылМөхәббәтПабло НерудаАлбанияСөнниҙәрФәс (баш кейеме)Карлин ДжорджӘлмөхәмәтов Илдар Әмин улыЯбай һөйләмИсҡужина Миңзифа Усман ҡыҙыЛюксембургБарак ОбамаБесәйНаполеон IЭдинбургЯпонияБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреРудольф Джулиани1999 йылҰХужандӘлмән районыҒабдулла ибн Ғәбдел Ғәзиз әс-СәғүдОло АҡаБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыИзге Китаптар28 мартАтлас тауҙарыБиологияЯҡшыдәүләтов Йәркәй Әнүәр улыКутузов исемендәге Орел стратегик һөжүм операцияһыЯдро ҡоралыМилләтселекСеулРональд РейганҮҫәргән2006 йылТубылФутбол буйынса Бразилия йыйылма командаһыТони МоррисонИҫке СытырманКатовицеГиганттар юлыSonyХолокостСиғандарТроцкий Лев ДавидовичЧеркассы өлкәһеКаприПермь крайыЛыжичко Руслана Степановна23 декабрь🡆 More