Ауырғазы Районы

Ауырғазы районы — Өфөнән 80 км көньяҡта, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең яҡшы үҙләштерелгән өлөшөндә урынлашҡан.

1930 ойошторолған. Майҙаны 2014 км². Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 47,2; 1989 — 39,1; 1995 — 38,8; 2010 — 30,9. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 19 кеше. Күпселеге татарҙар, сыуаштар, башҡорттар. Район үҙәге — Талбаҙы ауылында — 11,6 мең кеше (1994) йәшәй.

Ауырғазы районы
Ауырғазы районы
Флаг[d]
Ауырғазы РайоныАуырғазы Районы
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Рәсем
Атамаһы Ауырғаҙы районы
Дәүләт Ауырғазы Районы Рәсәй
Административ үҙәк Талбазы
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d] һәм YEKT
Халыҡ һаны 36 970 кеше (2010)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 205 метр
Сиктәш Ҡырмыҫҡалы районы, Ғафури районы, Стәрлетамаҡ районы, Әлшәй районы һәм Дәүләкән районы
Майҙан 2014 км²
Почта индексы 4534ХХ
Рәсми сайт aurgazy.bashkortostan.ru
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 34745
Ауырғазы Районы Ауырғазы районы Викимилектә

Географияһы

Ер өҫтө формалары убалы ҡалҡыулыҡтарҙан тора, ныҡ карсланған . Климаты континенталь һәм уртаса дымлы. Район територияһы аша Өршәк һәм Ауырғазы йылғалары аға. Имән, ҡайын ҡатыш имән, йүкә һәм уҫаҡ урмандары район майҙанының 17% биләй, ҡалҡыулыҡтарҙа һирәк-һаяҡ утрау булып үҫә.

Район ерендәге тупраҡ һелтеһеҙләнгән, карбонатлы, һоро урман һәм ғәҙәти ҡара тупраҡлы.

Иҡтисады

Районда нефть ятҡылыҡтары (Боҙаяҙ, Өршәк, Талбаҙы, Ибрай, Черниговка, Добровольный), кирбес сеймалы (Софиполь һәм Суханово), балсыҡ (Дарьино, Яңы Федоровка), ҡом (ДуБашҡортостановка, Кесе ИБашҡортостанай), гипс, эзбизташ, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Түбәнге Ләкәнде), агрономик рудалар (Яңы Төрөмбәт һәм Иҫке Ҡарамалы) запасы бар. Ауырғазы районы нигеҙҙә, — ауыл хужалығы районы. Ауыл хужалығы ерҙәре (121 мең га) бөтөн Район майҙаныныңның 72% биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 103 мең га. ауыл хужалығы предприятиелары бойҙай, ҡарабойҙай, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә, һөт-ит малы, сусҡа, һарыҡ үрсетеүгә махсуслашҡан.

Нефть ятҡылыҡтарын “Ишембайнефть”, “Өфөнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтары үҙләштерә. Талбаҙыла ҡатнаш мал аҙығы һәм кирбес заводтары, аҙыҡ-түлек комбынаты эшләй; ауыл хужалығы техникаһы Талбаҙыла һәм Ишлелә ремонтлана.

Район територияһын төньяҡтан көньяҡҡа Өфө—Күмертау—Ырымбур тимер һәм автомобиль юлдары, Көнбайыштан көнсығышҡа Дәүләкән—Талбаҙы—Красноусол автомобиль юлы киҫеп үтә. Район эсендә Куйбышев тимер юлының Дарьино һәм Нуғаҙаҡ тимер юл станциялары урынлашҡан.

Социаль–мәҙәни өлкә

Районда 66 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 33 урта мәктәп, Ауырғазы һөнәрселек училищеһы, 35 китапхана, 63 клуб, 1 үҙәк район һәм 4 участка дауаханаһы, Талбаҙы ауылыда тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Урыҫ, татар һәм сыуаш телдәрендә “Путь Родины” — “Ватан юлы” — “Сершыв ҫүле” район гәзиттәре сыға.

Транспорт

Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 56 966
1959 51 989
Йыл Халыҡ һаны
1970 55 076
1979 47 327
Йыл Халыҡ һаны
1989 38 962
2002 38 996
Йыл Халыҡ һаны
2010 36 970
2019 32 366

Билдәле шәхестәре


Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Ауырғазы Районы  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Tags:

Ауырғазы Районы ГеографияһыАуырғазы Районы ИҡтисадыАуырғазы Районы Социаль–мәҙәни өлкәАуырғазы Районы ТранспортАуырғазы Районы Халыҡ һаныАуырғазы Районы Билдәле шәхестәреАуырғазы Районы ИҫкәрмәләрАуырғазы Районы ҺылтанмаларАуырғазы РайоныБашҡорттарСыуаштарТалбазы (Ауырғазы районы)Татарҙар

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Урта быуаттарТөрки халыҡтарЛазенки (парк)СәпсекҒәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улыИнтернетУҡытыусыНеодимКәбиров Артур Зиннур улыСәҙе буйы (йыр)Башҡортостан Республикаһы ХөкүмәтеМәскәүТәкбирХәбиров Фәрит Барый улыДөйөм сағыштырмалыҡ теорияһыШәкүров Рәшит Закир улыӨфөКинотеатрСалауат (доға)Ғүмәров Вил Бәшир улыШығай (Силәбе өлкәһе)Мария-АнтуанеттаБайдин Николай АнатольевичНацистик Германияның концентрацион лагерҙарыВиноградов Павел ВладимировичҠара гөбөргәйелДжек НиколсонГрецияПолина ВиардоҠарас сәсәнЯнцзыЭҙләүҙе оптималлаштырыуСергей Ковалёв (йүнсел)Анна БобровскаяҺыуҒКугубаев Яков АнатольевичМилләттәр БерләшмәһеБаймаҡ районыЙосопов Тимербай Йосоп улыХөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улыБереговой Георгий ТимофеевичПавел РомановӘл-Харам мәсетеЭякуляцияЙоһанн КрюгерБашҡорт теленең диалекттарыЛантаноидтарФәрүәз УрманшинБашҡортостан архитектураһыЕңеш суҡыһыБашҡорт телеАныҡлаусыҺыусыҡҡан шишмәһе (Ейәнсура районы)Һарытау өлкәһеФәритов Айрат Тәбрис улыХәрби антДәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улыКеше яҙмышыЭстонияла исламЕвропа тарихы🡆 More