1970 йылда Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-Һауа академияһына уҡырға ебәрелә, һәм уны 1973 йылда отличие менән тамамлаған майор Николай Антошкин Одесса хәрби округына эскадрилья командиры итеп тәғәйенләнә. Артабан, полк командиры һөнәре буйынса 8 айлыҡ Үҙәк офицер курстарын тамамлағандан һуң, полк командирының осоу әҙерлеге буйынса урынбаҫары итеп үрләтелә.
1975 йылда ваҡытынан алда «подполковник» хәрби дәрәжәһе ала һәм Үзбәк ССР-ының Ҡашҡадарья өлкәһендә яңы ойошторолған авиация полкына командир итеп ебәрелә.
1976 йылда Байконур космодромы районындағы ер өҫтөн «Союз—21» космос кораблендә осоусы космонавтар Б. В. Волынов һәм В. М. Жолобов менән бер үк ваҡытта донъяла беренсе булып синхроник фотоға төшөрә.
1979 йылдың июлендә Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмөнә полк командиры вазифаһына күсерелә.
«Авиация берләшмәһенең штаб начальнигы» һөнәре буйынса Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы ҡарамағындағы ике айлыҡ Академик курс тамамлай, «полковник» хәрби дәрәжәһе ала.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Антошкин Николай Тимофеевич, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses. ®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.