Пеле: бразилия футболсыһы (1940–2022)

Пеле́ (тулы исеме — Э́дсон Ара́нтис ду Насиме́нту) (порт.

Футбол
Футбол
Пеле
Пеле: Биографияһы, Футбол ҡаҙаныштары, Иҫкәрмәләр
Информация
Тулы исеме Эдсон Арантис ду Насименту
Тыуа 23 октябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (83 йәш)
Бразилия, Минас-Жерайс, Трес-Корасойнс ҡалаһы
Вафат 29 декабрь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (82 йәш)
Морумби[d], Субпрефектура Бутантан[d], Западная зона Сан-Пулу[d], Сан-Паулу, Бразилия
Гражданлығы Бразилия Бразилия
Буйы 173 см
Позиция һөжүм итеүсе
Карьера
Йәштәр клубтары
1952—1955 Бразилия Бауру
1955—1956 Бразилия Сантос
Клуб карьераһы*
1956—1974 Бразилия Сантос 638 (619)
1975—1977 АҠШ флагы Нью-Йорк Космос 64 (37)
Йыйылма командаһы**
1957—1971 Бразилия Бразилия 92 (77)
Халыҡ-ара миҙалдары
Донъя чемпионаты
Алтын Швеция 1958
Алтын Чили 1962
Алтын Мексика 1970
Көньяҡ Америка чемпионаты
Көмөш Аргентина 1959
Дәүләт наградалары
Риу-Бранку ордены кавалеры Риу-Бранку ордены командоры Мəҙəниəттәге ҡаҙаныштары өсөн ордены кавалеры
Британия империяһы ордены кавалеры
Британия империяһы ордены кавалеры

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Биографияһы

Бала сағы, үҫмер йылдары

Пеле: Биографияһы, Футбол ҡаҙаныштары, Иҫкәрмәләр 
«Мальмё» швед клубына ҡаршы иптәштәрсә матчта уйнай

Э́дсон Ара́нтис ду Насиме́нту 1940 йылдың 23 октябрендә Бразилияның Минас-Жерайс штатында ҙур булмаған Трес-Корасойнс ҡалаһында ярлы ғаиләлә тыуа. Футбол йәш Эдсондың иң яратҡан мауығыуҙарының береһе була. Атаһы, элекке футболсы Дондиньо улын тәүге уҡытыусыһы була һәм спорт оҫталығының ҡайһы бер серҙәре менән бүлешә. 7 йәшендә Эдсон урындағы балалар командаһы өсөн сығыш яһай башлай, унда матур уйыны һәм һөҙөмтәле һөжүме менән айырылып тора. Бер ваҡыт командала Бразилия йыйылма командаһының элекке уйынсыһы Валдемар де Брито күнекмәләр үткәрә, был Пелеға артабанғы яҙмышын күҙалларға ярҙам итә лә инде. Остазы уның уйынын Сан-Паулу штатындағы «Сантос» клубында ҡарауҙы ойоштора. Тиҙҙән 15 йәшлек Пеле һуңынан бөтөн донъяға билдәле буласаҡ клуб составына инә.

Профессиональная карьера

«Сантос»

1956 йылдың сентябрендә, уға 16 йәш булғанда, беренсе тапҡыр клубтың рәсми матчына сыға («Коринтианс»ҡа ҡаршы) — һәм гол индерә. «Сантос» (19561974) өсөн сығыш яһағанда 11 тапҡыр Сан-Паулу штаты чемпионы исемен яулай (шул тиклем үк турнирҙың иң яҡшы бомбардиры була — 1958 йыл иң һөҙөмтәле була: 58 гол). Футбол буйынса 6 тапҡыр Бразилия кубогын һәм икешәр тапҡыр Либертадорес һәм Ҡитға-ара Кубоктарын яулай.

Швециялағы 1958 йылдағы Донъя чемпионатында Пеленың милли йыйылма командалағы дебюты ла «сантос» өсөн сығыштары кеүек үк тәьҫирле була. СССР-ға ҡаршы уйында команда составында сыға. Уэльс йыйылма командаһы менән сирек финал матчында еңеү голын индерә. Франция командаһы менән сирек финал матчында турнир хужаларының ҡапҡаһына ике туп индереп, хет-трик эшләй. 17 йәшлек Пеле белгестәр, тамашасылар һәм дәғүәселәре араһында берҙәм танылыу яулап, донъя беренселеге тарихында иң йәш чемпион була.

1962, 1966 йылдарҙағы донъя чемпионаттарында йәрәхәте һөҙөмтәһендә үҙен тулыһынса күрһәтә алмай. 1970 йылдағы финал турниры (пеленың биографияһындағы дүртенсе турнир) уның һәм тотош команда өсөн тримфаль була — күп эксперттар йыйылма команданы Бразилия тарихында иң көслөһө тип иҫәпләй. Өсөнсө тапҡыр ФИФА донъя кубогын яулаған Бразилия футболсылары уны ғүмерлеккә үҙҙәрендә ҡалдырыу хоҡуғын ала, ә Пеле, 1970 йылда йыйылма команда Мексикала донъя чемпионатында еңгәндән һуң, тарихта берҙен-бер өс тапҡыр донъя чемпионы була. Уның Мексикала донъя чемпионаттарының финал кубогындағы уйындарҙа ҡатнашҡандан алып 100-сө голын индереүе лә символик мәғәнәғә эйә. Ул үҙе ошо турнирҙарҙа 14 матчта уйнай, 12 гол индерә. Дөйөм алғанда, йыйылма команда өсөн уйындарҙа (92 матч), ул дәғүәсеһенең ҡапҡаһына 77 гол индерә — әлегәсә был ҡаҙанышты берәү ҙә үткәне юҡ. Шул уҡ ваҡытта ул команданы бер тапҡыр ҙа капитан булараҡ алып сыҡмай.

Футбол ҡаҙаныштары

    Сантос
  • Бразилия чемпионы (6): 1961, 1962, 1963, 1964, 1965 (Бразилия Кубогы эйәһе), 1968 (Робертан Кубогы эйәһе)
  • Сан-Паулу штаты чемпионы (10): 1958, 1960, 1961, 1962, 1964, 1965, 1967, 1968, 1969, 1973
  • Рио-Сан-Паулу чемпионы (3): 1959, 1963, 1964
  • Либертадорес кубогы эйәһе (2): 1962, 1963
  • Ҡитға-ара кубогы эйәһе (2): 1962, 1963
  • Ҡитға-ара чемпиондарҙың Суперкубогы эйәһе (1): 1968
    Нью-Йорк Космос
  • NASL чемпионы (1): 1977
    Бразилия

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Пеле БиографияһыПеле Футбол ҡаҙаныштарыПеле ИҫкәрмәләрПеле ҺылтанмаларПеле1940 йыл2022 йыл23 октябрь29 декабрьБразилияПортугал телеСан-Паулу

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Башҡорт балыСанскритСыйырсыҡУрыҫ телеСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Сатурн (планета)Үтәбаев Әхмәр Ғүмәр улыСанкт-ПетербургҠорама тегеүПоляк телеАтаман станцияһыБашҡорт шәжәрәһеЕрӘлисәнең Сәйерстандағы мажараларыШевцова Любовь ГригорьевнаГаметаФилиппинQR-кодМәмбәт (Хәйбулла районы)Һүҙ төркөмдәреНазар НәжмиЗәңгәр күл (Ҡырмыҫҡалы районы)Мәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаАдольф ГитлерXII быуатБетонМөнәсәбәт һүҙҙәрЯмалетдинов Мәүлит Байгилде улыЭмоцияИраҡ25 апрельМәҙәниәтАрхаизмдарЭлизия (тел белеме)ПараболаИсландияБашҡорт ир-ат исемдәре1873 йылЕкатерина IIНазаров Рәшит Сәйетбаттал улыШафиҡова Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙыСагитталь яҫылыҡАсыҡ контентҺыуһарСеңләүЭлектр тиҫкәрелекШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыМәжүсилекУҡТәбәристанҒәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улыХәтирәләр (Әхмәтзәки Вәлиди)Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүРун яҙмаһыБактерияларЭль-НиньоФранцуз телеИнглиз телеФинанстарМюзиклЭктел Василий ПетровичЫрыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙыЫрымбур өлкәһеБлокчейнБүләков Динис Мөҙәрис улыБайыҡ сәсәнЖурналистика🡆 More