Xvi Быуат Аҙағы — Xviii Быуат Башы Өфө Өйәҙе

Өфө өйәҙе (рус. Уфимский уезд) — Урыҫ батшалығының административ-территориаль берәмеге.

1586 йылда ойошторолған.1708 йылдың 18 декабрендәге указ нигеҙендә Ҡаҙан губернаһы составына ингән, һуңынан Өфө провинцияһына әүерелдерелгән.

Территорияһы

Өйәҙ сиктәре көнбайышта Волга йылғаһына тиклем барып еткән, төньяҡ-көнбайышта Кама йылғаһының һул ярҙарынан (урыны менән уң яҡ ярҙан) үткән, көньяҡ-көнсығышта һәм көньяҡта Тубыл йылғаһының үренән Яйыҡтың һәм уның ҡушымтаһы Илектең урта ағымы буйлап барып Ағиҙел һәм Кесе Үҙән йылғаларының түбәнге өлөшөнә тиклем еткән.

Ойәҙ составында дүрт даруға (юлдар) айырыла:

Идаралығы

Өйәҙ идаралығы төрлө дәүләт органдары ҡарамағында булған. Дөйөм идаралыҡ Ҡаҙан Һарайы Приказына ярашлы атҡарылған. Ҡаҙан Һарайы Урыҫ дәүләтенең ул осорҙағы үҙәк органдарының береһе булған һәм административ, хәрби, суд һәм финанс идаралыҡтары менән шөғөлләнгән. Ҡаҙан Һарайы Приказы элекке Ҡазан, Әстерхан һәм Себер ханлыҡтары, бынан тыш Өфө өйәҙе, Ҡаҙан өйәҙе, Түбәнге һәм Урта Волга буйы, Мещера һәм Нижгород өйәҙе (1587 йылға тиклем) ингән бик ҙур территорияға идара иткән. Ҡаҙан Һарайы Приказының мөһим бурыстарының береһе яһаҡ китаптарын төҙөү һәм урыҫ булмаған халыҡтарҙан яһаҡ йыйыу була. Разряд приказына ярашлы воеводалар тәғәйенләнгән. Күрше халыҡтар менән мөнәсәбәттәр (Өфө өйәҙе өсөн — каҙаҡтар, ҡалмыҡтар, нуғайҙар, Яйыҡ казактары) Илсе приказы менән яйланған. Оло Һарай Приказы һарай волостары һәм ауылдары менән идара иткән. Урындағы үҙидара Өфө приказлы йорто аша тормошҡа ашырылған.

Өфө приказлы йорто

Өфө приказлы йорто Өфө өйәҙендә һәм Өфөлә административ, хәрби, дипломатик, полиция, суд, финанс һ.б. идаралыҡтар менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл иткән. Урындағы идаралыҡ органы башында воевода торған, уға күп кенә һанлы хеҙмәткәрҙәр буйһонған. Штат составына дьяк (дәүләт хеҙмәткәре), подьячийҙар, целовальниктар (вазифалы кешеләр), таможня башлыҡтары, годовальщиктар, тәржемәселәр һәм толмачтар ингән.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.5. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009.
  • Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.6. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2010.
  • История башкирского народа. В 7 т. Т.3. — Уфа.: Гилем, 2011, C.90.
  • Муравьев А. В., Самаркин В.В Историческая география эпохи феодализма (Западная Европа и Россия в V—XVII вв.). — М.: Просвещение, 1973.
  • Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006.

Tags:

Xvi Быуат Аҙағы — Xviii Быуат Башы Өфө Өйәҙе ТерриторияһыXvi Быуат Аҙағы — Xviii Быуат Башы Өфө Өйәҙе ИдаралығыXvi Быуат Аҙағы — Xviii Быуат Башы Өфө Өйәҙе Өфө приказлы йортоXvi Быуат Аҙағы — Xviii Быуат Башы Өфө Өйәҙе ИҫкәрмәләрXvi Быуат Аҙағы — Xviii Быуат Башы Өфө Өйәҙе СығанаҡтарXvi Быуат Аҙағы — Xviii Быуат Башы Өфө ӨйәҙеРус телеҠазан губернаһыӨфө провинцияһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Асыҡ контентГазМостай КәримНилМәккә2020 йылЯпонияның милли парламент китапханаһы2010 йыл24 февральЖурналистикаSkypeЭлектроникаСыуаштар2009 йылМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыЧернов Иван Логинович14 октябрьХалыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөӘбделҡадир ИнанТултырыусыЫрымбур губернаһыXII быуатҮҫемлектәрЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтыСатурн (планета)ҠояшПрограммалау телеHTMLОктябрь (Ҡарасай)Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМиланЛатин телеӨфө «Нур» татар дәүләт театры24 майW3CБашҡортостан РеспубликаһыКорея РеспубликаһыТверь өлкәһе26 майАҙанғол (Мәсетле районы)Ҡара гөбөргәйелУкраинаАпрельАрхеологияКаракасТөркиәДаянова Тәскирә Байрам ҡыҙыГәрәев Муса Ғайса улы3 октябрьГригориан стилеГренландияВикимилекФБашҡорт телендә аффиксацияБәшмәктәрФлоридаСиднейҺыуБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыИнтернетЯпон телеҒаләмTendence🡆 More