Ҡырғыҙстан Флагы

Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт флагы (ҡырғ.

Кыргыз Республикасынын Мамлекеттик туусу) — Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт символы. Ҡырғыҙ Республикаһының 1992 йылдың 3 мартындағы Жогорку Кенеш (Юғары Совет) ҡарары менән раҫлана.

Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт флагы
(кирг. Кыргыз Республикасынын Мамлекеттик туусу)
Ҡырғыҙстан

Ҡырғыҙстан Флагы

Раҫланған

3 март 1992

Пропорция

3:5

Авторлыҡ коллективы

Э. Айҙарбәков, Б. Жайчыбеков, С. Иптаров, Ж. Матаев, М. Сыдыков

Тасуирламаһы

Ҡырғыҙстандың дәүләт флагы — ҡыҙыл тура мөйөшлө туҡыма, уның уртаһында алтын төҫтәге нурҙарын (ҡырҡ нур) тигеҙ таратыусы түңәрәк ҡояш дискыһы һүрәте урынлашҡан. Ҡояш дискыһы эсендә ҡыҙыл төҫтәге ҡырғыҙ тирмәһенең төндөгө һүрәте төшөрөлгән.

Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт флагының киңлеге уның оҙонлоғоноң биштән өс өлөшөн тәшкил итә. Нурлы дисктың диаметры — Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт флагы киңлегенең биштән өс өлөшө. Ҡояш һәм нурлы дисктарҙың диаметрҙары нисбәте биштән өс өлөш. Төндөк диаметры нурлы диск диаметрының яртыһын тәшкил итә.

Мәғәнәүи йөкмәткеһе

Ҡырғыҙ халҡының орнаменталь мәҙәниәтендәге ҡояш яҡтылыҡты, асыҡлыҡты, йәшәү сыҙамлығын аңлата. Ялҡын теленә оҡшаш ҡырҡ нур — халыҡ булып берләшкән ҡырҡ ҡәбиләне аңлата.

Төндөк — сфера формаһындағы конструкция, ҡырғыҙҙарҙың "боҙ өйө"нөң (ҡырғыҙ тирмәһенең атамаһы) осонда ҡуйыла һәм ул яҡтылыҡ биреүсе тәҙрә булып тора. Төндөктөң түңәрәк рамаһы ике яғы менән тәре рәүешендә тоташтырылған бирсәләрҙән тора. Төндөк күк менән ерҙе тоташтыра һәм йорт усағының билдәһе итеп ҡабул ителә. Бынан тыш, ул илдә йәшәгән бөтә халыҡтарҙың берҙәмлеген, шулай уҡ төрки халыҡтарҙың исламға тиклемге дине — тәңреселекте символлаштыра.

Техник спецификацияһы

Ҡырғыҙстан Республикаһының дәүләт флагы һәм уның һүрәте, ҙурлығына ҡарамаҫтан, Ҡырғыҙстан президенты резиденцияһында һаҡланыусы дәүләт флагы эталонының төҫлө һәм схемалы һүрәттәренә тап килергә тейеш. Дәүләт флагы төҫтәре ҠР дәүләт флагының техник спецификацияһында күрһәтелгән төҫтәргә тап килергә тейеш.

Төҫлө моделдәр
Төҫө PANTONE CMYK RGB HEX
Ҡыҙыл PANTONE 1788 °C 0-100-100-0 255-0-0 #ff0000
Һары (алтын) PANTONE Yellow C 0-0-100-0 255-255-0 #ffff00

Тарихи флагтар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Tags:

Ҡырғыҙстан Флагы ТасуирламаһыҠырғыҙстан Флагы Мәғәнәүи йөкмәткеһеҠырғыҙстан Флагы Техник спецификацияһыҠырғыҙстан Флагы Тарихи флагтарҠырғыҙстан Флагы Шулай уҡ ҡарағыҙҠырғыҙстан Флагы ИҫкәрмәләрҠырғыҙстан ФлагыҠырғыҙ телеҠырғыҙстан

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Штрих-кодАсҡар (Әбйәлил районы)Мостай КәримКейекбаев Жәлил Ғиниәт улыЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыҠунафин Мөнир Сәхиулла улыЕкатерина IIТыныслыҡАхыры заманАнамнияларСәпсекЮлышев Ирек Ғәле улыБашҡорт алфавитыЕвропа тарихыҠыҙрасов Юлай Фәүҡәт улыМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыАсыҡ контентТимербай ҡурайсыҺарыҡГәрәев Муса Ғайса улыТимер юл транспортыЕвгений МоросниковКурдтарҠушма һөйләмСалауат Юлаев музейыАныҡлаусыАҠШ долларыҺунарсы башҡортҺүҙбәйләнешМуса ЙәлилЛакин Капитон МихайловичҒиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улыБикбаев Рауил Төхфәт улыХанлыҡВикимедиа фондыИсмәғилев Заһир Ғариф улыЖан МареСәлимов Марсель Шәйнур улыSkypeЛондонДөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы1926 йылСәғәт бүлкәтеРәсәй Федерацияһының социаль картаһыБал ҡорттарыҒүмәров Вил Бәшир улыБадьянатх ГрупХалҡым өсөн (Ш. Бабич)Элвис ПреслиХәбиров Фәрит Барый улыҺүҙ төркөмдәреМиокард инфарктыҠотдосГазпром Нефтехим СалауатКарл МарксБабаев Юрий НиколаевичҺарыҡты кем ашаған?Тинес (ҡасаба)Йосопов Тимербай Йосоп улыКешенең йөклөлөгө🡆 More