Ҡолһарина Ирена Ғәлинур ҡыҙы (22 июнь 1974 йыл) — Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының рус һәм сағыштырма филология кафедраһы доценты.
Филология фәндәре кандидаты (2002).
Ҡолһарина Ирена Ғәлинур ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 июнь 1974 (49 йәш) или 1974 |
Тыуған урыны | Түбәнге Аллағыуат, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | филолог, университет уҡытыусыһы, доцент, учёный-литературовед, литературовед |
Эшмәкәрлек төрө | филология һәм әҙәбиәт ғилеме |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] |
Әүҙемлек урыны | Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡортостан Республикаhы |
Ҡолһарина Ирена Ғәлинур ҡыҙы 1974 йылдың 22 июнендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуат ауылында тыуа. 1996 йылда Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. 1996—2001 йылдарҙа рус филологияһы кафедраһында аспирантурала уҡый, бер үк ваҡытта баш ҡаланың 85-се мәктәбендә уҡытып та йөрөй. 2001—2004 йылдарҙа Орджоникидзе районының туған телдәр уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләй. 2002 йылда Магнитогорск дәүләт университетында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2002 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының рус һәм сағыштырма филология кафедраһы ассистенты, 2003 йылдан — өлкән уҡытыусы, 2006 йылдан — доцент. 2007—2013 йылдарҙа — фән буйынса декан урынбаҫары; 2013—2019 йылдарҙа — уҡыу-уҡытыу эше буйынса декан урынбаҫары. Рәсәй гуманитар фән фондының грант проекттарын башҡарыуҙашсы (Мәскәү, 2011, 2013), Рәсәй фундаменталь тикшереүҙәр фондының грант проекты етәксеһе (Мәскәү, 2018—2019).
ХХ быуаттың билдәле рус яҙыусыһы С. П. Злобиндың ижади лабораторияһын, башҡорт-рус фольклор-әҙәбиәт бәйләнештәрен һәм мөнәсәбәттәрен өйрәнеү, ХХ быуат — ХХI быуат башында рус яҙыусылары ижадында башҡорт темаһы принциптарын һәм репрезентация формаларын өйрәнеү. Ирена Ҡолһарина — 200-ҙән ашыу фәнни-методик эш авторы. Фәнни-методик мәҡәләләре Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Новосибирск, Төмән, Силәбе, Таулы Алтай, Тамбов, Махачкала һ.б. үткән фәнни-ғәмәли конференциялар йыйынтыҡтарында, журналдарҙа баҫыла.
И. Ғ. Ҡолһарина — Өфө ҡала хакимиәтенең «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия, Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы.
Монографиялары:
Учебные пособия:
Учебно-методические пособия для учителей школ:
Сборники фольклорных материалов:
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ҡолһарина Ирена Ғәлинур ҡыҙы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.