Викитөрҙәрсистематикаһы
Ҡара бөрлөгән | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
| ||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Eubatus | ||||||||||||||||
|
Ҡара бөрлөгән, тал бөрлөгәне — Rubus ырыуы Раузалар ғаиләһендәге бер нисә үҫемлек төрө.Башҡортостанда ҡара бөрлөгән һәм тал бөрлөгәне тип тә йөрөтәләр.
Өлгөрөү осоронда бөрлөгән емештәре башта йәшел, йәшел-ҡыҙыл, ә һуңынан ҡыҙыл-ҡара төҫтә булалар. Өлгөргән бөрлөгән емештәре ҡара төҫтә була. Ике төрҙә сәнескеләр менән ҡапланған һабаҡ һәм үрентеләрҙән тораған ярымҡыуаҡ булып тора; һабаҡ үҫентеләрә өҫкә үрләүсән йәки ергә ятып үҫә; Rubus caesius төрөнөң япраҡтары өсәүле, ҡайһы саҡта бишәүле; Rubus fruticosus төрө биш һәм ете япраҡлы. Rubus caesius күҡһел ҡуныҡ (налёт) менән ҡапланған; Rubus fruticosus төрөнөң ҡуныҡ ҡатламы юҡ. Емештәренең һуты ҡара-ҡыҙыл; тәле әскелт, бер аҙ сайырлы. Емештәренән ҡайнатма яһарға мөмкин. Европанан Скандинавияға тиклем, Архангельск өлкәһенең көнбайыш өлөшөнөндә керетеп, уртаса климатлы һәм йылы илдәрҙә ике төрҙә киң таралған. Кавказда, бигерәктә Rubus fruticosus төрө башҡа ҡыуҡтар менән үтеп сыҡмаҫлыҡ әрәмәлек булып үҫә.
Европала ҡара бөрлөгәндең емешселектә әһәмиәте юҡ, әммә Америкала үны баҙар өсөн үҫтерәләр. Америка сорттары: тәпәш буйлы — «Crystal white» (еләктере аҡ), «Golden Cap» (еләктәре һарғылт-ҡара), «Seneca black» һәм «Garden black» (ҡара еләкле); «Philadelphia», «Kirtland», «Arnolds hybride» кеүек башҡа сорттар ҡурай еләге менән ҡатнаш сорт булып тора, иң яҡшы «Lawton» («New Rochelle») сортын Рәсәйҙең көньяғында үҫтерегә тәҡдим итергә була. Ҡурай еләген тәрән балсыҡлы-избесле, серетмә менән бай булмаған тупраҡта ҡояшлы ерҙә орлоҡтарынан, һабаҡсанан, тамыр үҫентелеренән үрсетәләр; һирәкләү һәм һабаҡтарын киҫеү, ваҡытында күтәреп бәләү — тәрбиәләү саралары.
СССР почта маркаһы |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ҡара бөрлөгән, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.