Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен Улы

Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен улы (11 июнь 1944 йыл) — рәссам-монументалист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, доцент.

1987 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1988).

Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен Улы СССР
Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен Улы Рәсәй
Тыуған көнө 11 июнь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Силәбе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам

Биографияһы

Виктор Хөсәйен улы Шәрәфетдинов 1944 йылдың 11 июнендә Силәбе ҡалаһында тыуған.

1971 йылда М. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһының монументаль һәм декоратив-ғәмәли факультетының монументаль һынлы сәнғәт бүлексәһен тамамлай

Өфө ҡалаһында йәшәй. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында 2001 йылдан эшләй. 2008 йылдан — һүрәт кафедраһы мөдире, доцент.

Эштәре

  • Гобелен «Урыҫ ҡунаҡсыллығы» (Орел ҡалаһы, «Шипка» мотеле, 1971—1973)
  • Биҙәү «Һабантуй» (Алабуға, «Прикамнефть» Мәҙәниәт һарайы, 1974—1975); «Акбуҙат, Урал-Батыр» (Лағыр ҡасабаһы, Салауат районы, 2000—2001)
  • Мозаикалы панно: «Урал-Батыр» (Баймаҡ ҡалаһы Мәҙәниәт һарайы, 1987); «Медицина» (Сибай, 1992); «Акбуҙат» (Баймаҡ ҡалаһы Мәҙәниәт һарайы, 1993)
  • Горельефтар: «Төҙөүсе» (Өфө, Өфө нефть институты факультеты, 1980—1981); «Космосты еңеүселәр» (УДАТУ, 1980—1981); «Музыка, театр, әҙәбиәт», «Искусство» (Өфө ҡалаһы «Синтезспирт» Мәҙәниәт һарайы, 1982)
  • Витраждар: «Таш сәскә» (Сибай, 1982); «Ат баштары» (Өфө, ипподром, 1982)
  • Металдан эшләнгән композициялар: «Музалар» (Межгорье, 1995); «Сәнғәт» (Красноусольск, 2000—2001); «Сәнғәт» (Өфө сәнғәт училищеһы, 2000—2001); «Ҡурай йыры» (Күгәрсен районы, Мораҡ, 2001—2002); «Ҡурай» (Юғары Ҡыйғы, Ҡыйғы районы , 2003); «Ҡурай моңо» (Шишмә, 2003); «Нур» театры (2004)
  • 1941-1945 йылдарҙағы яуҙарҙа һәләк булған яугирҙәргә (Тәүәкән ауылы, Күгәрсен районы, 2002).

Күргәҙмәләре

Виктор Хөсәйен улы Шәрәфетдинов — республика һәм бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә 1985 йылдан алып ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1988).

Һылтанмалар

Tags:

Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен Улы БиографияһыШәрәфетдинов Виктор Хөсәйен Улы ЭштәреШәрәфетдинов Виктор Хөсәйен Улы КүргәҙмәләреШәрәфетдинов Виктор Хөсәйен Улы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреШәрәфетдинов Виктор Хөсәйен Улы ҺылтанмаларШәрәфетдинов Виктор Хөсәйен Улы11 июнь1944 йылБашҡорт АССР-ыСССР

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Америка Ҡушма Штаттары10 июляНилКонфуцианлыҡАлтынАксум батшалығыБөйөк Британия (утрау)Олбани (Нью-Йорк)ҺимереүДонъяның иң эре авикомпанияларыТулыланыусы энергияАрыҫлан күпере (Санкт-Петербург)РеинкарнацияЭйзенштейн Сергей МихайловичПи (һан)Ява телеДжакартаДоситей ОбрадовичПарафинСкифияМарс (Ауырғазы районы)МилләтселекХәбиров Радий Фәрит улыҘур сфинксНельсон МанделаФутбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһыБөйөк Моголдар империяһыҠөрьәнДНКБашҡортостан24 апрельXX быуатСкароне Эктор25 ғинуарНух (Ной)Магнитогорск1926 йылҠытайҙағы мәҙәни инҡилапСтатистикаМуса (пәйғәмбәр)28 март1838 йылЮғары белемҺинд цивилизацияһыКлассик механикаМедлаҒәлләмов Салауат Абдрахман улыӘминева Резида Рәүф ҡыҙыДүшәмбеУрыҫтарҠатайБелорус ССР-ында золомСингапурКаннТуберкулёзЛитосфераБуллинг🡆 More