Урал Аръяғы Агросәнәғәт Колледжының Иҫке Собханғол Филиалы

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында урынлашҡан уҡыу йорто

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалы
Нигеҙләнгән

1984

Директор

Юлсурин Таһир Йәноҙаҡ улы (1997 йылдан)

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы

Тарихы

Уҡыу йорто 1984 йылда Учалы һөнәри техник училищеһының филиалы булараҡ барлыҡҡа килә. Училище ойошторолғандан алып бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡорола.

    Үҙгәртеүҙәр
  • 1985 йылдан — 132-се һанлы СПТУ
  • 1990 йылдан — 132-се һанлы ПТУ
  • 1995 йылдан — 132-се һанлы һөнәри училище
  • 2013 йылдан — Баймаҡ ауыл хужалығы колледжының филиалы
  • 2015 йылдан — Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалы

Асылғандан алып белем биреү учреждениеһы 22 төрлө эшсе һөнәрҙәре буйынса 9590-дан ашыу эшсе кадрҙар сығарған (2022 йылға ҡарата)

Йүнәлештәре

  • Ауыл өсөн квалификациялы эшсе кадрҙар әҙерләү.
  • Уҡыу процесына фәнни-методик ярҙам системаһын камиллаштырыу.
  • Белем биреүҙең юғары сифатына һәм конкуренцияға һәләтлелегенә, уның һөҙөмтәлелегенә өлгәшеү.
  • Белем биреүҙең, тәү сиратта профессиональ белемдең, республика ихтыяждарына тап килеүен тәьмин итеү.
  • Белем биреүҙең социаль әһәмиәтен һәм ролен арттырыу, өҙлөкһөҙ белем биреү процесында берҙәмлекте һәм уҡытыуҙы тәьмин итеү.

Һөнәр биреү

Колледжда уҡыу процесы квалификациялы эшсе кадрҙарҙы сифатлы әҙерләү, уҡыусыларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатында алып барыла. Уҡытыу ауыл хужалығы производствоһында һәм башҡа тармаҡтарҙа талап ителгән һөнәрҙәр буйынса алып барыла.

Колледждың филиалында 4 һөнәр буйынса уҡыу ойошторолған:

  • «Автомеханик» (уҡыу мөҙҙәте 10 ай)
  • «Һатыусы, контролер-кассир» (уҡыу мөҙҙәте 10 ай)
  • «Ауыл хужалығы производствоһы тракторсыһы-машинисы» (уҡыу мөҙҙәте 3 йыл)
  • «Художестволы ағас изделиелары етештереүсе» (уҡыу мөҙҙәте 3 йыл).

Теләге булғандарға электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәре алыу мөмкинлеге бар. Көндөҙгө бүлектең бөтә төркөмдәрендә лә «В» категорияһындағы водитель һөнәренә уҡытыу алып барыла.

Уҡыусылар кәрәкле технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған уҡыу-етештереү оҫтаханаларында белем ала. Улар производство практикаһын Бөрйән, Белорет райондары хужалыҡтарында һәм предприятиеларында үтә. Уны тамамлаусылар эшкә урынлаша һәм үҙ һөнәре буйынса уңышлы эшләй.

Уҡыусыларҙың уңыштары

2017 йылдан колледж филиалы Wordskills төбәк беренселегендә ҡатнаша. Был конкурста «Автомеханик» төркөмө студенты Бикишев Илһам Ишмырҙа улы «Еңел автомобиль ҡоролошо һәм техник хеҙмәтләндереү» компетенцияһы буйынса икенсе урын, «Ағастан художестволы изделиелар эшләү» төркөмөнән Зәйнетдинов Илнур Рәшит улы «Таш юныу эше» компетенцияһы буйынса өсөнсө урын яулай.

Етәкселәре

Матбуғатта

  • Урал Аръяғы Агросәнәғәт Колледжының Иҫке Собханғол Филиалы  2 август 2018, Филиалыбыҙҙың киләсәге бар

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

Tags:

Урал Аръяғы Агросәнәғәт Колледжының Иҫке Собханғол Филиалы ТарихыУрал Аръяғы Агросәнәғәт Колледжының Иҫке Собханғол Филиалы ЙүнәлештәреУрал Аръяғы Агросәнәғәт Колледжының Иҫке Собханғол Филиалы Һөнәр биреүУрал Аръяғы Агросәнәғәт Колледжының Иҫке Собханғол Филиалы Уҡыусыларҙың уңыштарыУрал Аръяғы Агросәнәғәт Колледжының Иҫке Собханғол Филиалы ЕтәкселәреУрал Аръяғы Агросәнәғәт Колледжының Иҫке Собханғол Филиалы МатбуғаттаУрал Аръяғы Агросәнәғәт Колледжының Иҫке Собханғол Филиалы СығанаҡтарУрал Аръяғы Агросәнәғәт Колледжының Иҫке Собханғол Филиалы ИҫкәрмәләрУрал Аръяғы Агросәнәғәт Колледжының Иҫке Собханғол ФилиалыБашҡортостан РеспубликаһыБөрйән районыИҫке Собханғол (Бөрйән районы)

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Воронеж өлкәһеАят әл-КүрсиФилиппинЛеди ГагаИсламов Мырҙағол Буранғол улыБуранов Ғилметдин Мостахетдин улыҺомайПрограмма менән тәьмин итеүТокелау1802 йылҺарыгүҙЙосопов Харрас Ғәлиәкбәр улыҺүҙ төркөмдәреЕңеү көнө (йыр)ҠобайырҠарсыға ябалаҡГрушаБеляев Николай ИльичАльпакаНауруФәнБашҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрыXII быуатАҡ алтынИсламда фәрештә1978 йылФилЕвклидXIX быуатСираҡ һөйәгеХаруки МуракамиБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыКөньяҡ диалектМамыҡ ҡанатлыларАмантаева Фәниә Ғәлимйән ҡыҙыОҙонлоҡБәшмәктәрОнгон1837 йылШвейцарияБалыҡ майыМедведев Дмитрий Анатольевич2006 йылБарбу НатальяҠояшКилешМайкл ДжексонЕрШотландияЫрымбур губернаһыБашҡорт теленең лексикаһыГәрәев Муса Ғайса улыБөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы1915 йылӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улыМостай КәримНазар НәжмиҺӘминев Әмир Мөхәмәт улыТәкбир1896 йылКейекбаев Жәлил Ғиниәт улыФән докторыРун яҙмаһыДүшәмбе2004 йылМакс Планк🡆 More