Йыр Урал

Урал — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Тарихи йыр.

«Урал»
Йыр Юлай Ғәйнетдинов
Абдулла Солтанов,
Ишмулла Дильмөхәмәтов,
Азат Айытҡолов
Мөхәммәт Ҡәҙерғолов
Мөхәммәт Түләбаев
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡорт

Дауамлығы

4:15

Авторы

халыҡ

Тарихы

«Урал» — башҡорт халҡының иң билдәле йырҙарының береһе. Уны 1915 йылда фольклорсы, драматург Мөхәмәтша Буранғоловтың Орск өйәҙе Һабыр ауылы (хәҙер Йылайыр районы) йырсыһы Әфләтүндән һәм 1920 йылда Ырымбур өлкәһенең Верхнеурал өйәҙенең Иҙрис (хәҙер Баймаҡ районы) ауылында йәшәгән Ғәбит сәсәндән яҙып алыуы билдәле.

Легенда буйынса, «Урал» йыры XIV быуаттан билдәле булған. Йырҙа XVI быуатта Ете башҡорт ырыуы берләшмәһенең барлыҡҡа килеүенә бәйле тарихи ваҡиғалар сағылдырылған, уның тәүге «Ете ырыу» исеме шунан алынған. Төбәкте колониялаштырыу осоронда, Төбәк колониялаштырыу дәүерендә, XVII-XVIII башҡорт ихтилалдары осоронда «Урал» йырының төп идеяһы тыуған ерҙе һаҡлау һәм исемдәре билдәле һәм билдәһеҙ батырҙарҙы данлау була, төп лейтмотивы - колониаль һәм социаль иҙеүгә ҡаршы көрәшкә саҡырыу.

Легендаһында боронғо ваҡыттарҙа башҡорттарҙың үҙ-ара татыу йәшәмәгәнлеге, бер-береһенең ерҙәрен баҫып алыуҙары, мал-тыуарҙарын,ҡатын -ҡыҙҙарын алып китеүе һөйләнә. Аҡһаҡалдар, оло йәштәге абруйлы кешеләр бындай йәшәйешкә сик ҡуйырға уйлайҙар. Көньяҡ Уралдың Ҡырҡтытау итәгендә ете башҡорт ырыуы осраша. Улар тыныс тормош урынлаштырып, татыу йәшәргә вәғәҙәләшәләр.

Ошо мөһим ваҡиғаға арнап, Байыҡ Айҙар сәсән «Урал» йырын ижад иткән тигән фараз да бар. Айҙар сәсән ижад иткән варианты ла бар. Тимәк, XVIII быуатҡа йыр Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында ғына түгел, төньяҡ-көнсығышында ла билдәле булыуына нигеҙ бирә. Шулай уҡ «Урал» башҡорт халҡы гимнының авторы билдәһеҙ сәсән булған тигән фекер ҙә бар.

«Урал» йыры тәүге тапҡыр композитор Хөсәйен Әхмәтов яҙмаһында «Башҡорт халыҡ йырҙарында» нәшер ителгән. Йырҙың варианттарын С. Ә. Галин, Ф. Х. Камаев, А. С. Ключарёв, Л. Н. Лебединский, Иван Васильевич Салтыков, Р. С. Сөләймәнов яҙып ала. Лирик-эпик йүнәлешле йыр. Йырҙа Урал образы Тыуған илде символлаштыра.

Йыр киң таралған, төрлө исемле варианттары билдәле. «Боронғо Урал», «Иҫке Урал» тигән йырҙарҙың текстары ла төрлө һәм «Урал» (ҡыҫҡа көй) йырҙары һалмаҡ көй һәм оҙон көй стилдәрендә башҡарыла. Көйө киң диапазоны (дуодецима), һалмаҡ темп, мажор-минорлы алмашыныулы пентатоника, ижектәрҙең эсендә бай биҙәкләнеп һуҙып йырланыуы менән айырылып тораЛәлә Аралбаева, журналист, музыка белгесе.

Йырҙың тексы

Йырҙың өҫтәлмә варианты

1941 йылғы Ватан һуғышы яландарында ла уның тексына яңы өҫтәмәләр индерелә. Шулай итеп, һәр дәүерҙең тарихи ваҡиғалары боронғо ҡомартҡыбыҙҙың моңо менән һуғарыла һәм уның ҡөҙрәтен, хәҡиҡәтте сағылдырған шөһрәтен раҫлай.

Башҡарыусылар

Композиторҙар А. Т. Кәримов, Хөсәйен Әхмәтов, Ғ. З. Сөләймәнов «Урал» йырын тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән. Йырҙы Н. Ә. Дауытов - «Халҡым йырҙары» вокаль-симфоник циклында, көйөн З. Ғ. Исмәғилев «Урал илселәре» операһына ике башҡорт халыҡ йырына Увертюраһында, Ключарёв Александр Сергеевич «Урал» музыкаль картинаһында, М. М. Вәлиев симфоник оркестр өсөн «Легенда» әҫәрендә, Х. Ф. Әхмәтов һәм Р. А. Мортазин «Совет Башҡортостаны» документаль фильмында ҡулланған. «Урал» көйө темаһы Фәрит Фәтих улы Иҙрисовтың Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Гимнында ла ҡулланылған.

Нотаһы

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Ахметов Х. Ф. Башкирские протяжные песни. — М.: Всесоюзное издательство «Советский композитор», 1978. −24 с.
  • Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы Сәсән аманаты: — Халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 325 бит.
  • Галин Салауат Әхмәҙи улы Башкирские народные песни: Методическое пособие/Башкирский институт развития образования. — Уфа, 2001. — 42 с.
  • Камаев Ф. Х., Шоңҡаров Н. Д. 400 башҡорт халыҡ йыры. — Өфө, 2011. — 400 бит.
  • Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре. — Өфө, 1997. — 288 бит.
  • Ф. Ш. Ҡоҙаҡаев. Ю. И. Ғәйнетдинов. Әҙһәм ҡурайы. — Өфө. "Китап" нәшриәте. 2009. Т.2000 экз. —176 бит.

Һылтанмалар

Tags:

Йыр Урал ТарихыЙыр Урал Йырҙың тексыЙыр Урал Йырҙың өҫтәлмә вариантыЙыр Урал БашҡарыусыларЙыр Урал НотаһыЙыр Урал Шулай уҡ ҡарағыҙЙыр Урал ИҫкәрмәләрЙыр Урал ӘҙәбиәтЙыр Урал ҺылтанмаларЙыр УралБашҡорт халыҡ йырыТарих

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ТапмаПелеКраузе Александр СергеевичЭнциклопедияАндропов Юрий ВладимировичЛюдовик XIҠытай Халыҡ РеспубликаһыИжтиһадИнформатикаСтатистикаҒабдулла ибн Ғәбдел Ғәзиз әс-СәғүдАҠШ Дәүләт департаментыАнимизмРәсәй тарихыҺарИндонезия бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғышӘкиәтХанлыҡ1862 йылОло АҡаФәлсәфә25 майДөйөм алгебраВаршаваХәбиров Фәрит Барый улыКарачиБашҡорттарЭлизия (тел белеме)Майкл ДжексонСебер17 августХрущёв Никита СергеевичСуданБахрейнПарижАҠШ-тағы граждандар һуғышыХолокостҠазан Император университеты28 мартИнглиз телеОккам бәкеһеОктябрьРуденко Сергей ИвановичАлександр ДубчекМатематикаГонконгАтеизмКомиксӘсәҙуллин Әнис Ҡасим улыПермь крайыУкраина Совет Социалистик РеспубликаһыПабло НерудаЧикагоҠатын-ҡыҙЛогикаХэллоуин1858 йылНью-ДелиНиколай Рерих2017 йылБөйөк Владимир кенәзлегеБирма телеГрек телеТубылХөршидбаныу НатаванКоста-РикаЛатипов Ҡотдос Ҡәниф улы🡆 More