Һалдат София Йованович

София Йованович (сер.

Наредник (сержант) завниеһына эйә булған, 13 орден һәм миҙал менән бүләкләнгән.

София Йованович
сер. Софија Јовановић
Һалдат София Йованович
София Йованович (һулдан) хеҙмәттәше менән
Ҡушаматы

Сербияның Жанна д'Аркы (франц. Jeanne d'Arc serbe)

Тыуған ваҡыты

1895({{padleft:1895|4|0}})

Тыуған урыны

Сербия Белград, Сербия кенәзлеге

Үлгән ваҡыты

1979({{padleft:1979|4|0}})

Вафат урыны

Флаг Югославии (1945—1991) Белград, Югославия Социалистик Федератив Республикаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Сербия Сербия

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

1912—1918

Хәрби звание

наредник (сержант)

Часть

Срем ирекле отряды

Хәрби алыш/һуғыш

Биографияһы

Белградта Душан урамында йәшәгән ит һатыусы Йовановичтың ҡыҙы. Йованович бер нисә ҡыҙҙың атаһы булған, ләкин ғаиләһендә бер ул да булмауына үкенгән. София бала саҡта атаһыҙ тороп ҡалған. Мәктәпте Беренсе Балҡан һуғышы башланған 1912 йылда тамамлаған. Ул халыҡ оборонаһы вәкилдәренә үҙ теләге менән килгән. Комиссия вәкилдәре Софияға хәрби хеҙмәттән баш тартырға йәки яралыларға ярҙам итер өсөн кәмендә шәфҡәт туташы булырға тәҡдим иткән, ләкин ул быға ҡырҡа ҡаршы булған. Һөҙөмтәлә дарыуханасы Карич, капитан Воислав Танкосич һәм майор Милан Васич («Тау батшаһы» ҡушаматы менән билдәле) ингән комиссия рөхсәт биргән.

София – Сербия армияһында тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Ул Прокупле һәм Вранск-Мунса ҡалаларында уҡыу күнекмәләрен үтә, ә уның тәүге алыштары Црне-Чук һәм Вел-Главала була. София фронт һыҙығы аръяғына сығыу, диверсиялар һәм киҫкен һөжүмдәр ойоштороу менән шөғөлләнә. Уға бик күп наградаларға эйә була, ә француз репортёрҙары уны «Сербияның Жанна д'Аркы» тип атай. 1912 йылда Париждың Le Petit Journal журналының беренсе битендә уның фотоһы донъя күрә. Икенсе Балҡан һуғышы тамамланғас, София тимер юлдар дирекцияһына чиновник булып эшкә юллана.

Тиҙҙән Беренсе донъя һуғышы башланған. София армияға кире ҡайта. 1914 йылдың 28 июленән 29-ына ҡарай төндә ул, Австро-Венгрияның һөжүмен кире ҡаҡҡан Белград өсөн беренсе алышта ҡатнаша. Срем ирекле отряды составында ул дошмандың позицияһын белеү һәм Земунға телефон линияһын өҙөү өсөн Сава йылғаһы аша Срем ҡалаһына күскән Сербия яугирҙарының беренсе төркөмө менән командалыҡ итә. София менән бергә Мирослав Голубович, Предраг Караклаич, Павле Арсенич һәм Миливое Лазаревич һөжүмгә бара. Улар үҙҙәре менән ике Сербия флагын ала һәм уларҙы вышкаларға ҡуйған, һуңынан боеприпастар менән ҡоралдарҙы алып, кире Белградҡа ҡайтҡан.

София Йованович Дрина йылғаһы буйындағы һәм Колубарҙағы алыштарҙа ҡатнаша. 1915 йылдың октябрендә Германия империяһының Сербияға һөжүме башланғас, ул Ада-Циганлиянан алып Дорчолға тиклем майор Драгутин Гаврилович етәкселегендәге киңлекте обороналап, Белград өсөн алыштарҙа ҡатнаша, һуңынан Сербия армияһы менән Албанияға сигенә һәм Салоники фронтын өҙөүҙә, шулай уҡ Белградты азат итеүҙә ҡатнаша. Алыштарҙың береһендә ул яраланған, уның табанын киҫкәндәр, һәм София инвалид булып ҡалған. Һуғыш ваҡытында ул йәмғеһе 13 наградаға лайыҡ булған.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа София үҙенең хеҙмәттәше Тихомира Крсмановичҡа кейәүгә сыға һәм кешеләр араһына сыҡмаған тиерлек. Ул 1979 йылда вафат була һәм Белградтың Яңы зыяратында ерләнә. Софияның бүләһе, актриса һәм режиссёр Саня Крсманович-Тасич үҙенең ҡартөләсәһе тураһында «Икмәк һәм ҡан шаһиттары» (сер. Приче хлеба и крви) пьесаһын яҙған.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

18951979БелградБеренсе Балҡан һуғышыБеренсе донъя һуғышыИкенсе Балҡан һуғышыСерб телеСербия короллеге

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

24 апрель23 апрельҠалаШвейцарияФазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улыАвтомобильИр енес ағзаһы20 апрельСидней21 мартДания25 апрельПлацебоЭлектроникаЖурналистикаБаязит БикбайТәкәләр (ырыу)ИорданияОктябрь (Ҡарасай)СәсәнУсманов Хәсән Хәжиәхмәт улыБашҡорттарБөрйән районыҺарытау1922 йылГригориан стилеВикиШаршамбы24 ғинуарАҡмуллаБәйләүесБатыршаВикимилекЕрәнсә сәсәнМостай Кәрим1873 йылБашҡортостан тарихы7 февральӘрмәнстан1975 йыл6 декабрьХәбиров Фәрит Барый улыКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыАһалтәкә атыӨфөӘхмәтшин Рәлиф Фәйзел улыҠурған (ҡала)27 мартТөмән өлкәһеАуылСәлимов Ниязбай Булатбай улыДжордано БруноӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улыДиалектТикеев Данис Солтан улыБерлинАң фәлсәфәһе14 октябрьИсламда фәрештә26 апрельБүре🡆 More