Мәскәү археология институты — Мәскәүҙә 1907 йылдан эшләп килгән юғары уҡыу йорто.
XX быуаттың 20-се йылдарында Мәскәү дәүләт университеты составына инә.
Мәскәү археология институты | |
Нигеҙләү датаһы | 31 август (13 сентябрь) 1907 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1920 |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Московского археологического института[d] |
Мәскәү археология институты 1907 йылдың 31 авгусында (13 сентябрь) ойошторола. Фәнни-тикшеренеүҙән тыш, ул археологтар һәм архивистар әҙерләү маҡсатын ҡуя. Тәүҙә институтҡа Раштыуа бульварында Маттерн йортондағы Лазарев институты бинаһында урын тәҡдим ителһә лә, ул Медведников гимназияһында урынлаша.
Мәскәүҙә Рәсәйҙәге икенсе археологик институт асылыуы тураһында тәүге фекерҙе Санкт-Петербург археология институтын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры Н. В. Калачов күтәреп сыға. Проекттың инициаторы һәм тормошҡа ашырыусыһы Халыҡ мәғарифының элекке министры генерал-лейтенант В. Г. Глазов (һуңынан уҡыу йортоноң почетлы попечителе була) һәм Харьков университетының приват-доценты А. И. Успенский була, һуңынан ул институты директоры вазифаһын башҡара. 1911 йылда Успенский менән А. К. фон Мекк Мәскәү археология институтының тыңлаусыларға яҙам итеү йәмғиәтен ойоштора. Йәмғиәттең почетлы ағзаһы булып У. Г. Иваск тора.
1915 йылда институт Миусс майҙанына күсә.
Үҫешеү менән Рәсәйҙең Европа өлөшөндә бер нисә филиал асыла, уларҙың күпселеге һуңынан ошо ҡалаларҙа ойошторолған вуздар составына инә. Филиалдар түбәндәге ҡалаларҙа ойошторола:
Институтта белем алыу ваҡыты — өс йыл була, ике бүлектә — археология һәм археография (археография Мәскәү археология йәмғиәтенең өлгөһө буйынса бүленә, унда был ваҡытта айырым археография комиссияһы ойошторола). Тыңлаусылар итеп юғары белеме булған йәки юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡыусылар ҡабул ителә; башҡалар ирекле тыңлаусылар статусына һәм курстан-курсҡа күсеү һәм сығарылыш имтихандарын пшырыу хоҡуғына эйә була. Институт шәхси булараҡ ойошторола, ул ҡаҙна аҡсаһына тотолмай һәм лекция тыңлаусыларҙың иғәнәһе («бер ниндәй пособие һәм түләүҙән азат итеүҙәрһеҙ» 80 һум) һәм шәхси ярҙам иҫәбенә тотола.
Өсөнсө курста студенттар профессорҙар етәкселегендә диссертация яҙа һәм уны йыл һуңында яҡлай. Бары тик шунан һуң ғына институты Советы уларға «ғалим археолог» һәм «ғалим архивист» дәрәжәһен бирә һәм институттың мөхбир ағзаһылығына алына. Өс тулы курс тамамлаған студенттарға ағза-хеҙмәткәр исеме бирелә. Шул уҡ ваҡытта айырым осраҡтарҙа ирекле тыңлаусыларға шулай уҡ магистр диссертацияларын яҡлау һәм ғилми дәрәжә алыу мөмкинлеге бирелә; 1911—1915 йылдарҙа 180 магистрант диссертация яҡлай.
Түбәндәге предметтар уҡытыла:
Һуңғы биш дисциплина элегерәк асылған Петербург археологмя институтта уҡытылмаған була. Бынан тыш, Мәскәү археология институты советы 1912 йылдың 26 ғинуарында институтта Мысырҙы өйрәнеү кафедраһын асырға ҡарар итә һәм уның етәксеһе итеп "Мюнхен университеты докторы ҡалим археолог В. В. Баллада"ны саҡыра.
Асылған мәлендә (1907), Мәскәү археология институты китапханаһында 5522 том китап иҫәпләнә, иҫке ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар тупланмалары һаҡлана. Ете йыл үткәс, 1914 йылда китапханала 16 мең том; институт ҡарамағындағы музейҙа биш мең экспонат була. Бынан тыш, Мәскәү археология институтының китапханалары һәм музейҙары эшләй.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Мәскәү археология институты, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.