Муллағолов Мирза Ғизетдин Улы

Муллағолов Мирза Ғизетдин улы (20 июль 1938 йыл — 14 февраль 2023 йыл) — ғалим-этнограф.

Тарих фәндәре кандидаты (1989). Рәил Кузеев исемендәге премия лауреаты (2009).

Муллағолов Мирза Ғизетдин улы
Тыуған көнө

20 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Бөрйән районы, Иҫке Монасип ауылы

Вафат көнө

14 февраль 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (84 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

этнография

Эшләгән урыны

Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре кандидаты

Награда һәм премиялары
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»
«Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе

Биографияһы

1938 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында Бибикамал һәм Ғизетдин Муллағоловтарҙың ете балалы ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбенең ете класын тамамлай.

1954—1956 йылдарҙа Темәс педагогия училищеһында махсус урта белем ала, был уҡыу йорто ябылғас, 1956—1958 йылдарҙа уҡыуын Белорет педагогия училищеһында дауам итә.

1958—1961 йылдарҙа Төркмән ССР-ы биләмәләрендә танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

1961—1962 йылдарҙа Бөрйән районында башланғыс кластарҙы тикшереүсе инспектор һәм Нәби башланғыс мәктәбе мөдире булып эшләй.

1962—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый.

1967—1968 йылдарҙа Белорет районының Асы урта мәктәбендә уҡыу эштәре мөдире булып эшләй. 1968—1971 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районындағы Бүреҡаҙған урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы була.

1971—1999 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй:

  • 1971 йылдан — кесе ғилми хеҙмәткәр,
  • 1991 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр.

1989 йылда «Башҡорт халыҡ транспорты. XIX—XX быуат башы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҙа һәм уны Ленинградта уңышлы яҡлап сыға.

1999—2006 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә этнология бүлеге мөдире була.

2006—2016 йылдарҙа — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының алдынғы ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

«Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия» һәм «Башҡорт энциклопедияһы» мәҡәләләренең авторы. «Башҡорттар» («Башкиры», 2016) хеҙмәтенең авторҙашы.

Фән ветераны оҙаҡ ауырығандан һуң 2023 йылдың 14 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1990)
  • Рәсәй Фәндәр академияһының маҡтау ҡағыҙы (1999) — «Рәсәй Фәндәр академияһында күп йыллыҡ емешле хеҙмәт өсөн һәм РФА-ның 275-йыллыҡ юбилейы айҡанлы»
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының маҡтау ҡағыҙы (2006)
  • «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» маҡтау билдәһе (2011)
  • Башҡортостан Фәндәр академияһының Рәил Кузеев исемендәге премияның тәүге лауреаты (2009)

Төп хеҙмәттәре

  • Башкирский народный транспорт в XIX — нач. XX в. Дис. … канд. ист. наук / АН СССР. Ин-т этнографии им. Н. Н. Миклухо-Маклая. — Уфа, 1989. — В 2 т.
  • Башкирский народный транспорт. XIX — начало XX в. / БНЦ УРО РАН. — Уфа, 1992. — 152 с.
  • Лесные промыслы башкир. XIX — начало XX в. / БНЦ УРО РАН. — Уфа, 1994. — 180 с.
  • Башҡорттарҙың урман кәсебе. — Өфө: Башҡортостан Ки­тап нәшриәте, 2000. — 208 бит.
  • Собирательство и рыболовство у башкир / Центр этнологических исследований УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2007. — 158 с.
  • Соколиная охота у башкир / Ин-т этнологических исследований им. Р. Г. Кузеева УНЦ РАН. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2013. — 160 с.
  • Архаичные способы хозяйства у башкир : традиции и новации. — Уфа : Китап, 2014. — 176 с.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Муллағолов Мирза Ғизетдин Улы БиографияһыМуллағолов Мирза Ғизетдин Улы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреМуллағолов Мирза Ғизетдин Улы Төп хеҙмәттәреМуллағолов Мирза Ғизетдин Улы ИҫкәрмәләрМуллағолов Мирза Ғизетдин Улы ҺылтанмаларМуллағолов Мирза Ғизетдин Улы14 февраль1938 йыл20 июль2023 йылФәнЭтнография

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

1951 йылАфинаРадийИндира Ганди22 мартВисбаденЯпон телеМария МонтессориХәйбуллин Ишморат Нәзир улыҠолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙыҠырмыҫҡалы (Ҡырмыҫҡалы районы)Аҡбуҙат (эпос)Яңы Зеландия1969 йылБашҡортостан ХөкүмәтеАҡман-тоҡман (фольклорҙа)Ҡотдос2012 йылАмазонкаБашҡорттарҙың хәрби хеҙмәтеПётр IКолумбияYouTubeКәбисә йылСәлихов Рәшит Ғөбәйҙулла улыАхун (Учалы районы)УЕФАТапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улыЯпония тарихыҒафуров Мадрил Абдрахман улы1958 йыл1812 йылғы Ватан һуғышыАсыҡ контентДилиУралбаев Радий Рәүеф улы26 августҠораллы Көстәр1940 йылСәлимов Марсель Шәйнур улыҮгеҙ тиреһе тиклем ер (риүәйәттәрҙә)Башҡортостан РеспубликаһыГорыня, Дубыня һәм Усыня (рус фольклоры)ЛиберияБаҡыИмпериализмӘкиәтМәскәү27 ғинуар1964 йылГерман ГессеКвадрат километрӘлимғолов Искәндәр Арыҫланбәк улыТитан (юлдаш)Суфый сиңерткәӘбүғәлисинаФранцияӨлкөндөРумынияЛенин орденыБашҡорт теленең диалекттарыӘл-Манар (ислам үҙәге)Бал«Әсәлек даны» миҙалы (Башҡортостан)Выру (этнос)1981 йылНьюстед аббатлығыВинсент Ван ГогУраҙа9 ноябрьЕҙтырнаҡ (төрки халыҡтар мифологияһында)🡆 More