Мифтахов Сәғит Мифтах Улы: башҡорт драматургы

Мифтахов Сәғит Мифтах улы (10 ғинуар 1907 йыл — февраль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет яҙыусыһы, драматург, 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Сәғит Мифтахов
Мифтахов Сәғит Мифтах Улы: Биографияһы, Иҫкәрмәләр, Әҙәбиәт
Тыуған көнө:

10 ғинуар 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Ҡыҙылъяр ауылы

Вафат булған көнө:

02.1942

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, драматург

Биографияһы

Сәғит Мифтах улы Мифтахов 1907 йылдың 10 ғинуарында Өфө губернаһының Ҡыҙылъяр ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында башланғыс белем ала һәм 1919 йылда Өфөләге уҡытыусылар курсында уҡый.

1922 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында өлкә совет-партия мәктәбен тамамлай. 1923 йылда Мәскәүҙәге Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетына (КУТВ) уҡырға ебәрелә. Бер ни тиклем ваҡыт Ульяновск өлкәһе Мәләкәс ҡалаһында ВЛКСМ-дың өйәҙ комитеты секретары булып эшләй. Шунда 1925 йылда ВКП (б)-ға ағза итеп ҡабул ителя.

Университетты уңышлы тамамлағандан һуң Өфөләге В. И. Ленин исемендәге урта мәктәптә һәм комвузда ижтимағи фәндәр уҡыта. 1930 йылда ВКП (б)-ның Баймаҡ район комитетының культура һәм пропаганда бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Бында ул тәү башлап «Ҡыҙыл Баймаҡ» тигән район газетаһын сығарыуҙы юлға һала.

1935 йылдан Өфө ҡалаһы берләштерелгән дәүләт театрҙарының (Башҡорт академия һәм рус драма театрҙары) директоры булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көнөндә үк үҙе теләп һуғышҡа китә һәм 1942 йылдың февраль айында батальон комиссары С. Мифтахов батырҙарса һәләк була.

Уның тәүге «Пандар илендә» тигән драмаһы 1929 йылда сәхнәлә ҡуйыла, «Һаҡмар», «Урал ҡаны», «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», «Зимагорҙар», «Ялан ҡыҙы» драмалары, «Күктән төшкән Хөрәйрә» комедияһы, «һаҡмар» һәм «Аҡбуҙат» либреттолары әле булһа театрҙар сәхнәһендә ҙур уңыш менән ҡуйылалар.

Мифтахов Сәғит Мифтах Улы: Биографияһы, Иҫкәрмәләр, Әҙәбиәт 
Өфөнең Карл Маркс урамындағы Сәғит Мифтахов 1934—1941 йылдарҙа йәшәгән 17/19-сы йортта ҡуйылған мемориаль таҡтаташ

Драматург тамамлаған «Блюхер рейды» һәм «Бөйөк шквал» кеүек драмаларына сәхнәлә ҡуйылыуға насип булманы.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Гайнуллин М. Драматургия С. Мифтахова. — Уфа, 1959.
  • Гайнуллин М. Сагит Мифтахов в кн.: История башкирской советской литературы. Ч. 1. — Уфа, 1963.

Һылтанмалар

Tags:

Мифтахов Сәғит Мифтах Улы БиографияһыМифтахов Сәғит Мифтах Улы ИҫкәрмәләрМифтахов Сәғит Мифтах Улы ӘҙәбиәтМифтахов Сәғит Мифтах Улы ҺылтанмаларМифтахов Сәғит Мифтах Улы10 ғинуар1907 йыл1942 йылСССР Яҙыусылар союзыФевраль

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

1868 йылПсихик ҡаҡшауЯһалма интеллектПекинТалибанОкеанСальвадор ДалиШарлотт (Төньяҡ Каролина)Рәсәй дәүләт китапханаһыВильсдруфНидерландГеометрияПали телеПанама каналыЭякуляцияГёрлицХалыҡ-ара стандарт серия номерыМәрйәм (исем)Бад-ШлемаТаиландБостонЯпонияИнка юлдарыСамоа1865 йылАҡбаш сыпҡайМарлен ДитрихҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЭйзенштейн Сергей МихайловичӘминева Резида Рәүф ҡыҙыАвстронезия халыҡтарыБиологияБилл ГейтсЯңы СылатҡанМәҙәни мираҫВизантия империяһыКатолик сиркәүеАнархизм11 февральВезувийТөрки ҡағанлығыГерманияның берләшеүе (1990)Футбол буйынса Бразилия йыйылма командаһыСкандинав мифологияһыАҠШ президентыКобальтЙәйге Олимпия уйындары 2012ИркутскИкенсе донъя һуғышының Тымыҡ океан хәрби хәрәкәттәр театрыАҠШ-тағы граждандар һуғышыҺөтимәрҙәрSonyСөнниҙәрКөньяҡ федераль округӘбүталипова Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙыАрыҫлан петроглифтары4 августБелемМусина Ольга ГеннадьевнаШухтовка1822 йылТроцкий Лев ДавидовичThe GuardianӘлмөхәмәтов Илдар Әмин улыҺарымһаҡКайман Утрауҙары🡆 More