Медея (бор.
грек. Μήδεια; бәлки, сығышы менән бәйле μήδομαι «ниәтләргә, уйлап сығарырға», μῆδος "уй, ниәт) — боронғо грек мифологияһында колхида батшабикәһе, сихырсы һәм аргонавт Ясондың һөйгән йәре.
Ясонға ғашиҡ булып, ул уға алтын руноны ҡулға төшөрөргә ярҙам итә һәм ул уның менән бергә Колхиданан Грецияға ҡаса. Ясон һуңынан башҡаға өйләнергә булғас, Медея көндәшен һәләк итеп, Ясондан булған ике балаһын да үлтерә лә ҡартатаһы Гелиос алла ебәргән ҡанатлы арбала юғала.
Медея колхида батшаһы ЭЭттың һәм океанида Идияның ҡыҙы, хоҙай Гелиостың ейәнсәре, Цирцеяның племянницаһы була. Сихырсы, шулай уҡ Гекатаның жрицаһы (йәки хатта ҡыҙы).
Аргонавтарҙың башлығы Ясонды яратҡанға, ул тылсымлы эсемлек ярҙамында уға алтын руноны ҡулға төшөрөргә һәм атаһы ҡушҡан бөтә һынауҙарҙы үтергә ярҙам итә. Башта Ясон баҫыуҙы тындары ут бөркөп торған үгеҙҙәр менән һөрөргә, шунан уға аждаһа тештәрен сәсергә тейеш ине. Тештәрҙән яугирҙәр үҫеп, тотош ғәскәр барлыҡҡа килә. Әммә Медея Ясонды алдан киҫәткәнгә Ясон ғәскәр уртаһына таш ташлай, һуғышсылар бер-береһен үлтерә башлай (сағ. Кадм). Шунан бергә Медея үҙенең үләндәре ярҙамында алтын тирене һаҡлаған драконды йоҡлата, Ясон алтын тирене урлай ала. (Мифтың ҡайһы бер версияһылары буйынса, Гераның Афродитаға биргән бойороғо арҡаһында ғына Медеяның йөрәгендә Ясонға ҡарата мөхәббәт ҡабына. Алиһә үҙе ҡурсалаған батырға кем дә булһа алтын тирене ҡулға төшөрөргә ярҙам итеүен теләй). Пиндар уны аргонавтарҙың ҡотҡарыусыһы тип атай.
Медея энеһе Апсиртты үҙе менән алып, аргонавтар менән Колхиданан ҡаса. Атаһының карабы "Арго"ны ҡыуып етә башлағас, Медея ҡустыһын үлтереп, тәнен киҫәктәргә бүлеп, диңгеҙгә ырғыта. Атаһының туҡтап, улының ҡалдыҡтарын йыясағын белеп, уны тотҡарлар өсөн шулай эшләй. (Икенсе вариант: Аспирт Медея менән ҡасмай, ә уны эҙәрлекләгән колхтарҙы етәкләй. Сихырсы Медея ҡустыһын алдатып, тоҙаҡҡа килтерә, ә Ясон уны үлтерә)
Аргонавт Аталанта етди яраланған була. Медея уны дауалай. Карапта Ясонға кейәүгә сыға, сөнки феакиҙар ҡасҡынды кейәүгә сығып өлгөрмәгән хәлдә генә кире биреүҙәрен талап итәләр. Ҡарап Медеяның инәһе Цирцеяның утрауында туҡтай, Цирцея үлтереү гөнаһынан таҙартыу йолаһын үткәрә.
Аргонавтар Иолкҡа ҡайтып еткәндә унда һаман Пелий тәхеттә ултыра. Ул Ясонға батшалыҡты биреүҙән баш тарта. Ясон атаһы, барлыҡ туғандары Пелий тарафынан үлтерелгәнен белә. Медея ярҙамында Ясон Пелийҙан үс ала. Медея Пелийҙың ҡыҙҙарына атайығыҙҙы йәшәртергә теләһәгеҙ, киҫкеләп, ҡайнап торған ҡаҙанға ташлағыҙ, ти. Улар ышанһын өсөн тәкәне өлөштәргә киҫкеләп ҡаҙанға ырғыта ла аҙаҡ уны терелтә. Ҡыҙҙар ышанып, аталарын үлтерәләр, ләкин Медея Пелийҙы терелтмәй.
Пелийҙың үлеменән һуң Ясон менән Медея Коринфҡа ҡасырға мәжбүр булалар.
Ясон һәм Медея Коринфта батшалыҡ итәләр тигән версия бар.
Төп версия буйынса, улар Коринфта Креонт батшала йәшәй башлайҙар. Уларҙың ике улы Мермер һәм Ферет тыуа. Унда 10 йыл бәхетле ғүмер итеп ҡалалар. Ясон Креонт батшаның ҡыҙы Главкҡа өйләнергә була. Ташланған, хыянаттан ярһыған Медея тылсымлы үләндәр һутына мансып көндәшенә бүләккә затлы пеплос ебәрә. Батша ҡыҙы уны кейеү менән күлдәк яна башлай, һәм Главка үҙен ҡотҡарырға маташҡан атаһы менән бергә һәләк була. Шунан Медея үҙҙәренең бәләкәй йәштәге улдарын (Мермер һәм Фересты) Ясондың күҙ алдында үлтерә лә ҡартатаһы Гелиос хоҙай (йәки Гекато) ебәргән ҡанатлы аттар (аждаһалар) егелгән арбала осоп китә.
Ясондан ҡасҡас, Медея Фиваға йүнәлә, унда ул Гераклды (шулай уҡ боронғо аргонавт) балаларҙы үлтергәндән һуң аҡылынан шашыуынан терелтә. Батыр рәхмәт йөҙөнән уға ҡалала ҡалырға рөхсәт итә, ләкин ярһыған фивандар сихырсы һәм енәйәтсе ҡатынды ҡалдырырға теләмәй ҡыуып ебәрәләр.
Медея Афинаға килә һәм Эгей батшаның ҡатыны була. Афинала Гиппот, Коринф Креонтының улы уны хөкөмгә бирә, ләкин Медеяны аҡлайҙар. Ул Эгейға Медей исемле ул таба.
Уларҙың ғаиләһен Тесейҙың пәйҙә булыуы емерә. Ул йәшерен тыуған һәм Трезендә үҫкән батша вариҫы. Тесей атаһына үҙен танытмай ҡунаҡҡа килә, батша был йәш кеше уға кем булғанын белмәй. Медея үҙенең улының батша булып ҡалыуына ҡурҡыныс янағанын һиҙенеп, Эгейҙы ҡунаҡты үлтерергә өгөтләй. Батша Тесейға ағыу һалынған шараплы кубок бирә, ҡунаҡ уны ирендеренә лә килтереп өлгөрмәй, Эгей уның билендә тәүге балаһының әсәһенә ҡалдырған ҡайышты күреп ҡала. Ул шарапты улының ҡулынан бәреп төшөрә. Медея улы менән бергә Афинанан ҡаса һала.
Медея тыуған яғына Колхидаға аждаһалы арбала әйләнеп ҡайта. Юлда ул Абсорида ҡалаһын йыландарҙан азат итә. Тыуған илендә атаһын ҡустыһы Перс тәхеттән бәреп төшөрөп, хакимлыҡ итә. Медеяның улы Медей Персты үлтереп, тәхеткә ултыра. Медей һуңынан Азияның байтаҡ өлөшөн яулай.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Медея, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.