Дәғүәтсе Лоҡман

Лоҡман, Лүҡмәән (ғәр.

Ҡөрьәндең 34 аяттан торған 31-се сүрәһе Лоҡман исеме менән аталған һәм Мәккәлә «Саффат» сүрәһенән һуң иңгән. Ҡөрьән буйынса, Лоҡман бер Аллалыҡты төшөнгән аҡыл эйәһе булған.

Лоҡман
ғәр. لقمان
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1698
Вафат булған көнө 1769
Һөнәр төрө баснописец, табип
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Luqman
Дәғүәтсе Лоҡман Лоҡман Викимилектә

Тормош юлы

Лоҡмандың сығышы тураһында ышаныслы мәғлүмәттәр юҡ. Бер риүәйәттәр буйынса, ул үҙенең хужаһынан Исраил кешеһе азат иткән эфиоп ҡоло булған. Башҡаларҙың әйтеүенсә, ул Суданда (Омдурман) балта оҫтаһы һәм тегенсе булған.

Ҡөрьәндә

Ҡөрьәндең 31-се сүрәһендә Аллаһ Лоҡманға тәрән аҡыл бүләк итте, тиелә. Улына өгөт-нәсихәттәрендә ул ҡөҙрәтле Аллаһҡа ышанырға һәм Уға ширк тотмаҫҡа, доға ҡылырға, гонаһтан ситтә торорға, яҙмыш һынауҙарына түҙергә, тәкәббер һәм маҡтансыҡ булмаҫҡа васыят итә. Лоҡман улына атлағанда ла, телмәрҙә лә баҫалҡы булырға васыят итә, сөнки «иң йәмһеҙ тауыш — әлбиттә, ишәк тауышы».

Ҡөрьән тәфсирселәре йыш ҡына Лоҡманды Библиялағы Валаам тип таный. Ҡайһы берәүҙәр уны пәйғәмбәрҙәргә индерә, әммә күпселеге уны хаҡ тәҡүә (сәлих) тип һанай. Ислам әҙәбиәтендә Лоҡман исеменә бәйле күп аҡыллы һүҙҙәр һәм әйтемдәр билдәле. Һуңғы урта быуаттарҙа Лоҡманды Эзоп менән тиңләйҙәр, мәҫәлдәр авторы тип иҫәпләп, уны йәмһеҙ ҡара ҡол тип һүрәтләйҙәр.

Бик күп ғәрәп йолаларының килеп сығыуы уға бәйле һанала.

Версияларҙың береһе буйынса, Лоҡман Дауыт пәйғәмбәр заманында йәшәгән, уның менән осрашҡан, унда уҡыған. Диндең төрлө аспекттарын ул шул тиклем яҡшы белгән, шуға күрә Дауыт уны хатта судья итеп тәғәйенләгән.

Мәҙәниәттә

Лоҡман образына (Луқмон) Алишер Навои ҙа мөрәжәғәт итә. Уныңса был аҡыл эйәһе, фани донъя данын ҡалдырып, харабаларҙа төпләнә һәм әҙ генә менән ҡәнәғәт булып йәшәй. Аҡыл эйәһе Лоҡман образы төрлө халыҡ риүәйәттәрендә, атап әйткәндә, афған риүәйәттәрендә лә осрай.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Пиотровский М. Б. Лукман // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 147—148. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Лукман // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Һылтанмалар

Tags:

Дәғүәтсе Лоҡман Тормош юлыДәғүәтсе Лоҡман ҠөрьәндәДәғүәтсе Лоҡман МәҙәниәттәДәғүәтсе Лоҡман ИҫкәрмәләрДәғүәтсе Лоҡман ӘҙәбиәтДәғүәтсе Лоҡман ҺылтанмаларДәғүәтсе ЛоҡманЛуҡман сүрәһеҒәрәп телеҠөрьән

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Европа тарихыОлимпЖан МареБашҡорт әҙәбиәтеЙәләл-АбадАттилаҒарипов Рәми Йәғәфәр улыСәпсекСалауат Юлаев музейыАҠШ долларыҺинд океанында Британия биләмәләреБерлинЕвграфов Алексей РомановичМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыҠарға бутҡаһыБайкова Римма ИвановнаХисамов Ғәлим Афзал улы1804 йылҠобайырЭҙләүҙе оптималлаштырыуХәрби антХәбиров Фәрит Барый улыҠаҙағстанЙоһанн КрюгерTendenceКиотоТицианБикбаев Рауил Төхфәт улыУльева Иоланта ЕвгеньевнаЙен ЗигмундҠушма һөйләмБлаватский Владимир ДмитриевичSkypeЮл япрағыМиҙиәкБөйөк Ватан һуғышыҺессенМилләттәр БерләшмәһеМөхәммәт (Пәйғәмбәр)Павел РомановБал ҡорттарыАфған һуғышыISO 4217Урта быуаттарБереговой Георгий ТимофеевичҰВаҡытУрал батырАфғанстанАдольф ГитлерҠарас сәсәнГазпром Нефтехим Салауат1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышыЯбай һөйләмХәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙыБайдин Николай АнатольевичФәрүәз УрманшинҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрАмниоттарАсҡар (Әбйәлил районы)ЛантаноидтарӨхүд1934 йылБаймаҡ районыВаттЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы1999 йылҒәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы🡆 More