«Леопольдина» (Тәбиғәт фәндәре белгестәренең «Леопольдина» Германия академияһы, нем. Deutsche Akademie der Naturforscher Leopoldina; Deutsche Akademie der Wissenschaften) — Германия милли Фәндәр академияһы булып киткән тәбиғәт фәндәре белгестәренең иң боронғо немец йәмғиәте.
1652 йылда табип И. Л. Баушем[de] тарафынан Швайнфуртта Academia Naturae Curiosorum булараҡ нигеҙ һалынған. Германияның Федераль президенты патронаты аҫтында. Коммерцияға ҡарамаған ойошма булараҡ теркәлгән һәм Германия федераль хөкүмәте һәм үҙе урынлашҡан Саксония-Анхальт хөкүмәте финанслай. Донъяның 30 иленән 1,5 меңдән ашыу ағза иҫәпләнә, Германияла иң ҙур академия булып тора.
1789 йылда кенәз ҡатыны Воронцова-Дашкова академия тарихында беренсе ҡатын-ҡыҙ-академик була. 1925 йылда ойошманың ағза-корреспонденты итеп совет ботанигы Н. И. Вавилов һайлана, Шмальгаузен почетлы ағзаһы була (1958), В. М. Глушков ағзаһы була (1970).
1818—1858 Нес фон Эзенбек, Христиан Готфрид Даниэль (Эрланген, Бреслау)
1858—1862 Дитрих Георг фон Кизер (Йена)
1862—1869 Карус, Карл Густав (Дрезден)
1870—1878 Вильгельм Фридрих Бен (Дрезден)
1878—1895 Кноблаух, Карл Германн (Галле, шул ваҡыттан алып бында)
1895—1906 Фритч, Карл фон
1906—1921 Альберт Вангерин
1921—1924 Август Гуцмер
1924—1931 Вальтер, Иоганнес
1932—1950 Абдергальден, Эмиль
1952—1953 Отто Шлютер
1954—1974 Курт Мотес
1974—1990 Бетге, Хайнц
1990—2003 Бенно Партир
2003—2010 Фолькер тер Мойлен
2010— хәҙерге ваҡытта Йорг Генрих Хакер
Астрономияла
Академия хөрмәтенә 1918 йылда асылған астероид (893) Леопольдина[en] исеме менән аталған.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Parthier B.: Die Leopoldina. Ältesten deutschen Wandel Akademie Bestand und der. Druck-Zuck, 1994 Halle
B. Parthier, D. von Engelhardt (Hrsg.): 350 Jahre Leopoldina. Und Anspruch Wirklichkeit. Der Naturforscher der Leopoldina Festschrift 1652—2002 Akademie Deutschen. Druck-Zuck, 2002 Halle
Meulen Volker ter (Hrsg.): Der Deutsche Leopoldina Akademie Naturforscher — Geschichte, Struktur, Aufgaben. Druck-Zuck, 2006 Halle (2 MB)
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Леопольд Академияһы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses. ®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.