Колумбия Яйлаһы

Колумбия яйлаһы (ингл. Columbia Plateau) — АҠШ-тың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, көнсығышта Ҡаялы тауҙар һәм көнбайышта Каскад тауҙары араһында урынлашҡан географик һәм геологик төбәк.

Вашингтон штатының көньяҡ-көнсығышында, Орегонштатының төньяҡ-көнсығышында һәм Айдахо штатының көнбайышында урынлашҡан. Майҙаны яҡынса 50 000 км2 һәм диңгеҙ кимәленән 700-1000 м бейеклектәге лава платоһынан ғибәрәт. Колумбия йылғаһы һәм уның иң ҙур ҡушылдығы Снейк йылғаһы плато территорияһын киҫеп, тәрән каньондар барлыҡҡа килтерә. Платоның өҫкө йөҙө яҫы йәки тулҡынлы; күп һанлы ҡоро каньондар бар (шуларҙың иң ҙуры — Гранд-Кули). Плато районындағы ҙур ҡалалар үҙ иҫәбенә Спокан, Якима, Песко, Кенневик, Голдендейл, Пуллман, Гермистон, Худ-Ривер, Те-Далс һәм башҡалар инә.

Колумбия яйлаһы
Дәүләт Колумбия Яйлаһы Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Вашингтон
Өлөшләтә тура килә Columbia Plateau[d] һәм Columbia Plateau[d]

Колумбия Яйлаһы
Колумбия яйлаһы Колумбия йылғаһының базальт төркөмөнөң ҙур өлөшөн биләй (йәшел төҫ менән күрһәтелгән)

Миоцен һәм плиоцен осоронда базальттың массив ағымдары магматик өлкә барлыҡҡа килтереп, ҙур территорияны ҡаплайҙар. 10-15 млн йыл дауамында ахыр сиктә 1,8 км ҡалынлыҡтағы базальт ҡатламы туплана. Был ҡеүәтле ҡатлам тупланғанда ер ҡабығы түбәнәйә, Колумбия йылғаһы бассейнын барлыҡҡа килтерә. Колумбия йылғаһының хәҙерге ағымы лава массивының төньяҡ-көнбайышҡа табан хәрәкәт итеүе менән бәйле. Лава ағымы, территория буйлап ағып, тәү сиратта йылға һәм шишмә үҙәндәрен тултыра, быуа күлдәренең барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булған тәбиғи быуалар барлыҡҡа килтерә. Был күлдәр ҡаҙылма флора һәм фауна тупланмаһынан ғибәрәт: ташҡа әүерелгән ағас, ҡаҙылма бөжәктәр, умыртҡалыларҙың һөйәктәре һәм башҡалар.

Иҫкәрмәләр

Tags:

АйдахоАмерика Ҡушма ШтаттарыВашингтон (штат)Инглиз телеКолумбия (йылға)Спокан (Вашингтон)Якима (ҡала)Ҡаялы тауҙар

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

5 декабрь1910 йылТөркиә тарихыӘхмәтов Сафа Әхмәт улыИләкшиҙеWinny Puhh (рок-төркөм)Америка футболыСемантикаБәләбәй (йылға)БиофизикаИҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы1913 йылҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүҒосман империяһыСөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улыИспанияДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыАлмаш (һүҙ төркөмө)Франц КафкаЕкатерина IIМарк ТвенӨфө ҡалаһыСәнғәтҠаҙағстанБөрйән районында мәғарифтың үҫешеИнформатикаРадийҒәмәл Әбдел НасырЛевитан Евгений АлександровичОтто фон Бисмарк1717 йылҒәлиәкбәрВоля Павел Алексеевич7 ноябрьФинанстарФилиппинЫрымбурГалилео ГалилейЭдда14 ғинуарТултырыусыIKEAДәүләт идара итеү формаһыМәшһәдФрансуа РаблеХорватияМалайзияХристианлыҡРигведаАятАҠШ долларыИсемЭТП буйынса илдәр исемлеге (номинал)Коммунистик интернационалБаймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбеЭритреяХань (династия)Ғәзизов Искәндәр Хәниф улыСүрәВикингтарНәғәтАхун (Учалы районы)Курдистан1949 йылБахрейнСоя🡆 More