Жвачкин Сергей Анатольевич

Жвачкин Сергей Анатольевич (20 ғинуар 1957 йыл) — Рәсәй сәйәсмәне.

2012 йылдың 17 мартынан 2022 йылдың 10 майына тиклем Томск өлкәһе губернаторы. Томск өлкәһе Думаһы депутаты (1999-2007). «Востокгазпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең президенты (1999—2004). «Томскгаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры (1995—1999).

Жвачкин Сергей Анатольевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Жвачкин Сергей Анатольевич Рәсәй
Тыуған көнө 20 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Пермь, СССР
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре
Биләгән вазифаһы Губернатор Томской области[d]
Уҡыу йорто Төмән дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d]
Түбәнге Новгород дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Берҙәм Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Жвачкин Сергей Анатольевич Жвачкин Сергей Анатольевич Викимилектә

Биографияһы

Сергей Анатольевич Жвачкин 1979 йылда Төмән инженер-төҙөлөш институтының сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшө факультетын тамамлай.

1979—1984 йылдарҙа тәүҙә мастер, унан прораб, баш инженеры, «Томскнефть» производство берекмәһендә «Томскнефтестрой» төҙөлөш-монтаж идаралығының 3-сө тресы начальнигы була.

1983 йылда Горький инженер-төҙөлөш институтысәнәғәт етештереүе һәм төҙөлөш ойоштороусылары факультетын тамамлай .

Стрежев КПСС ҡала комитетының инструкторы (1984–1985).

1985 йылдан — Главтрубопроводстройҙың «Томскгазстрой»тресы идарасыһы урынбаҫары.

1985—1987 йылдарҙа «Томскнефть» производство берекмәһенең «Васюганнефть» нефть-газ табыу идаралығының начальнигы урынбаҫары була. 1987 йылдан 1994 йылға тиклем «Томскнефть» ОАО «Томскнефтестрой» тресы идарасыһы вазифаһын биләй . «Томскнефтестрой» тресының партком секретары (1987—1989). 1991 йылда Килдә (Германия) халыҡ хужалығы академияһын тамамлай.

1995 йылдың ғинуарынан алып «Томскгаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры була. 1999 йылдың апреленән 2004 йылдың авгусына тиклем —«Востокгазпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты .

17-се ике мандатлы Төньяҡ һайлау округынан Томск өлкәһе Думаһының икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш депутаты (1999-2007), «Берҙәм Рәсәй» фракцияһында тора. Иҡтисади сәйәсәт буйынса комитетта эшләй. Тәбиғәт ресурстары, нефть-газ һәм энергетика комплексы мәсьәләләре буйынса даими комиссия составына инә.

Сергей Жвачкин 2004 йылдың авгусында «Кубаньгазпром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһына тәғәйенләнә, ул «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бүлендек предприятиеһы була һәм Кубань, Ростов өлкәһе һәм Адыгей Республикаһы территорияларында эшләй. Томск өлкәһенән географик алыҫлыҡ Жвачкиндың депутатлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатмай. Ул 2007 йылдың март айында депутат вәкәләтлеге тамамланғанға тиклем Томск өлкәһе Думаһының исҡтисади сәйәсәте комитетының эшендә ҡатнашыуын дауам итә.

2007 йылдың апрелендә «Газпром трансгаз-Кубань» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры вазифаһына тәғәйенләнә (2011 йылдың июленән — «Газпром трансгаз Краснодар»).

Сергей Жвачкин Кубандә эшләү ваҡытында «Газпром» халыҡ-ара экспорт проекттарын тормошҡа ашыра. «Газпром трансгаз Краснодар» «Зәңгәр ағым» һәм «Көньяҡ ағым» газ үткәргесәтеренң газ операторы була.

1999 йылдан 2004 йылға тиклем һәм 2012 йылдың 16 февралендә — «Томь» футбол клубы президенты.

2012 йылдың 7 февралендә шул саҡта РФ Президенты Дмитрий Медведев Томск өлкә думаһына губернаторы вазифаһына Жвачкиндың кандидатураһын тәҡдим итә. 15 февралдә Томск өлкәһе Думаһы Сергей Жвачкинды губернатор вазифаһында арҫлай. Уның кандидатураһы өсөн 39 депутаттан 32 депутат тауыш бирә. Инаугурацияһы 17 мартта үтә.

2013 йылдың майынан — Томск дәүләт университетының Милли тикшеренеү попечителлек советы рәйесе

2014 йылдың июленән — Томск дәүләт Милли тикшеренеү университетының күҙәтеү советы рәйесе . Губернатор Светлый лицейының Попечителлек советы рәйесе .

2013 йылдың 3 октябренән 2014 йылдың 9 апреленә тиклем — Рәсәй Федерацияһының Дәүләт советы президиумы ағзаһы.

Жвачкин Сергей Анатольевич 
Рәсәй Президенты
Владимир Путин менән осрашыу, 7 июль 2015 йыл


2017 йылдың 21 февралендә һайланған губернатор вазифаһына ингәнгә тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Томск өлкәһенең губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.

2017 йылдың 10 сентябрендә халыҡтың 60,58 % тауышын йыйып икенсе срокка губернатор итеп һайлана. Инаугурация 18 сентябрҙә үтә.

2022 йылдың 10 майында Томск өлкәһе губернаторы посынан китеүгә ғариза яҙа , үтенесен шул уҡ көндә Президент Владимир Путин ҡабул итә.

Рәсәй Инженерлыҡ академияһы академигы һәм РФ Технология фәндәре академияһы ағза-корреспонденты. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы.

Бүләктәре

  • «Ер аҫты байлыҡларын үҙләштереү һәм Көнбайыш Себер нефть-газ комплексын үҫтереү өсөн » миҙалы (1985).
  • РФ Президентының Рәхмәт хаты (1996)
  • РФ яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997).
  • Почет ордены (1999).
  • РФ Хөкүмәтенең Рәхмәте (2000)
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2000).
  • Урыҫ православие сиркәүенең II һәм iii дәрәжә «Изге Мәскәү кенәзе Даниил» ордены (2001, 2002).
  • «Рәсәйҙең иң яҡшы менеджеры» алтын билдәһе (2001, 2003).
  • Томск өлкәһенең почетлы гражданы (2004)
  • «Рәсәй балаларҙы яҡлау эшендә ҡаҙаныштары өсөн» почетлы миҙалы (2014)
  • Дуҫлыҡ ордены (2016)
  • Александр Невский ордены (2022).

Ғаиләһе

Өйләнгән, ике ҡыҙы бар.. 2017 йылға ҡарата ҡатыны Украина территорияһында күсемһеҙ милеккә эйә була ҡатынға ҡарата украина территорияһы буйынса да күсемһеҙ милек (дача йорто 277,6 кв. м, ер участкаһы 31,72 сутый). Жвачкин бер ҡыҙы, Анастасия, билдәле адвокат һәм телетапшырыуҙар алып барыусы Павел Астаховтың улы Антон Астаховта кейәүҙә.

Мауығыуҙары

Һунар, балыҡ тотоу.Оҡшаған урындарҙы фотоға төшөрөү.

Әҙәбиәт

Жвачкин, Сергей Анатольевич // Томск от А до Я: Краткая энциклопедия города. / Под ред. д-ра ист. наук Н. М. Дмитриенко. — 1-е изд. — Томск: Изд-во НТЛ, 2004. — С. 114. — 440 с. — 3000 экз. — ISBN 5-89503-211-7.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Жвачкин Сергей Анатольевич БиографияһыЖвачкин Сергей Анатольевич БүләктәреЖвачкин Сергей Анатольевич ҒаиләһеЖвачкин Сергей Анатольевич МауығыуҙарыЖвачкин Сергей Анатольевич ӘҙәбиәтЖвачкин Сергей Анатольевич ИҫкәрмәләрЖвачкин Сергей Анатольевич ҺылтанмаларЖвачкин Сергей Анатольевич1957 йыл20 ғинуарРәсәй Федерацияһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ҡарткиҫәк мәктәбен тамамлаған һәм башҡа мәктәптәрҙә уҡытҡан уҡытыусыларБоронғо МысырПригожин Евгений ВикторовичБөгә (Мата ҡушылдығы)ТәриҡәтҒаләмКаракуц Владимир НикитовичВикимилекБикбов Юныс Юлбарыҫ улыБашҡорт ВикипедияһыИндонезияГрек алфавитыПермь крайыТаулы Ҡарабах (регион)БадминтонГданьскЭрнест РезерфордАналитик химияАтомНизами ГәнжәүиТулыланыусы энергияЖуңғар ханлығыИшмырҙаМираҫ хоҡуғыИртәнге намаҙҮрмәкселәрҺуғышБүреҠорман1 ғинуарАгглютинатив телдәрХалыҡ-ара стандарт китап номеры1970 йылYouTubeФункция (математика)Евразия берлегеҺоло турғайыҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыСөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улыУрманӨҫтәмә ҡиммәткә һалымИндигиркаПольша1866 йылПетипа Мариус ИвановичИзобреталь КомфортПсихологияСтәрлетамаҡ өйәҙеИглин районыҠөрьән2018 йылда йыһанға осороуҙар исемлегеХань (династия)ЭминемСәғәт бүлкәтеWikiLeaksБәшнәктәрӨфө губернаһыАлыҫ ТөньяҡСимон БоливарМалакка ярымутрауыБеларусьПоляк телеДжо Байден🡆 More