Гонконг университеты (ингл.
Университет 1911 йылда Британ империяһына буйһонған осоронда нигеҙләнгән. Уҡыу теле — инглиз теле.
Гонконг университеты (HKU) | |
Исеме | ҡыт. 香港大學 |
---|---|
Девиз | |
Асылған йылы | |
Студенттар | 21 652 (2009) |
Урынлашыуы | |
Сайт |
«Times Higher Education» британ журналы рейтингыһына ярашлы, Гонконг университеты Азияла 1-се урын һәм донъяла 21-се урын биләй. 2008—2009 йылдарҙағы мәғлүмәттәр буйынса, университетта 21 652 кеше белем ала, шул иҫәптән 11 962 студент, 7 326 аспирант һәм 2 364 тикшеренеүсе-аспирант.
Университет үҙенең тарихын, 1887 йылда Лондон миссионерлыҡ йәмғиәте тарафынан нигеҙләнгән, элекке Ҡытайҙар өсөн медицина колледжынан алып бара. Һуңыраҡ ул университеттың медицина факультеты булып китә. Был колледжда «милләт атаһы» Сунь Ятсен уҡыған.
Университетҡа 1911 йылда нигеҙ һалына. Шул ваҡыттағы Гонконг губернаторы Фредерик Лугард, Ҡытайҙа университет асыусы башҡа бөйөк державалар менән көнәркәшлек итеү өсөн (мәҫәлән Германия Шанхайҙа Тунцзи университетына нигеҙ һала), Гонконгта университет ойоштороу кәрәклеген һиҙә.
Медицина факультеты асылыуға ҡарамаҫтан, башта университет гуманитар фәндәргә ҙур өҫтөнлөк бирә. Ваҡыт үтеү менән инженерия һәм сәнғәт факультеттары ойошторола. 1916 йылдың декабрендә университет үҙенең 28 (шул иҫәптән бишеһе почётлы) сығарылыш студенттары менән тәүге йыйылышын уҙғара. 1920-се йылдарҙың икенсе яртыһынан көнсығыш мәҙәниәткә күберәк иғтибар бүленә башлана.
1941 йылда Япония Гонконгты яулап алғанда, университет бинаһы зыян күрә, университет 1945 йылға ҡәҙәр ябыла.
Икенсе донъя һуғышынан һуң университет тергеҙелә һәм яңынан асыла. 1967 йылда социаль фәндәре факультеты, ә 1969 йылда — юридик (хоҡуҡ) факультеты ойошторола. 1961 йылда студенттарҙың һаны 1941 йыл менән сағыштырғанда 4 тапҡыр арта.
2001 йылда университетта 10-сы факультет — бизнес һәм иҡтисад факультеты асыла. Барлыҡ Гонконг студенттарының дөйөм иҫәбенең яҡынса 10 % Гонконг университетында белем ала — был ҡала өсөн иң юғары күрһәткес.
Университеттың төп кампусы Гонконг утрауының Бонхам Роуд һәм Пок Фу Лам Роуд урамдарында урынлашҡан һәм Главный 160 000 м² майҙанды биләй. Был Гонконгта бик аҙ һаҡланып ҡалған британ колониаль өлгөләренең береһе булып тора. Медицина факультеты төп кампустан көньяҡ-көнсығышҡа 4,5 км алыҫлыҡта, Көньяҡ округта урынлашҡан. Бынан башҡа университет составына Яңы биләмәләрҙә урынлашҡан ауыл хужалығы тикшеренеү үҙәге һәм Гонконг утрауының д’Агилар моронондағы Диңгеҙ фәндәре институты керә.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Гонконг университеты, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.