Бишмәт — төркиҙәрҙең оҙон салғыйлы, билле, эслекле, еңле, төймәле өҫ кейеме.
Башҡорт милли кейеменә инә.
Бишмәт |
Күп кенә Кавказ, төрки һәм ҡайһы бер фин-уғыр халыҡтарында осрай.
Рәсәйҙәге төрлө халыҡтарҙыҡын дөйөмләштереп алғанда, ултыртма яғалы, салғыйлы, ғәҙәттә мамыҡ һалып һырылған, муйынға еткәнсе эленгән, тубыҡҡа етеп торған оҙонлоҡтағы өҫ кейеме. Еңдәрен барсанан, бәрхәттән дә теккәндәр. Архалук тигән өҫ кейеменә ля оҡшап ҡуя, ундайын кавказ аръяғы кейемдәренең төрөнә лә индергеләйҙәр . Һуңғараҡ бишмәт һырылған фуфайкаға (ватник) прототип булып китә, ә еңел, ҡыҫҡартып тегелгәнен — гимнастёрка прототибы тип атарға була .
Бишмәтте ғәҙәттә атлас, сатиндан теккәндәр; туҡымаһы — йөн, ебәк, репс һәм башҡалар. Оло йәштәге казактар күк, ҡара, көрәнтөҫтәге бишмәт, йәштәр — ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр төҫтәгеһен кейгән.
Бишмәт казак ғәскәрҙәрендә форма кейеме булған, төҫө һәм беселеше раҫланған бер рәүештә етештерелгән. Хәрби хеҙмәт үтәмәгәндә казактар бишмәтте үҙҙәре теләгән төҫтә һәм тегелештә кейә алған. Уны кешелеккә тип тә, көндәлек тә - өй араһында кейергә тәғәйенләп тә теккәндәр. Йәш казактар йәйгеһен ҡырға күңел асырға йә байрамдарға сыҡҡанда ла кейгән. Ҡарт казактар өйҙә мамыҡ ҡатлап һырылған бишмәт кейгән.
Бишмәт өҫтөнән ҡылыс билбауы тип йөрөтөлгән күн ҡайыш таҡҡандар, ул баҡыр һәм көмөш айыл менән биҙәлгән. Уға хәнйәр йә ҡылыс элгәндәр.
Ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙ бишмәттәре төрлөсә тегелгән. Бишмәтте фабрикала туҡылған ҡараһыу төҫтәге кизе‑мамыҡ туҡыманан, йә Урта Азия ебәгенән (әҙрәс) теккәндәр. Ҡатын‑ҡыҙ бишмәте еңел, Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш төбәктәрендә киң таралған булған; бөтә ерҙә лә ирҙәр бишмәте еңел итеп тә тегелгән, мамыҡтан һырылғандары Урал аръяғында һәм тау‑урман райондарында таралған. Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш райондарында шулай уҡ билле ҡыҫҡа бишмәт тә кейгәндәр. Күлдәк өҫтөнән, елән аҫтына ҡалдырып кейгәндәр.
Ҡатын-ҡыҙ бишмәте уҡа менән биҙәлгән.Ул камзул, күлдәк өҫтөнән кейелгән. Көндәлеккә лә, кешелеккә лә тәғәйенләп теккәндәр. Ҡалым малына ингән
М. Ғафури
Тышын ҡыҙыл кергәзиндән, эсен ҡара бәздән ҡуйып, мамыҡ менән һырып, бишмәт тектерҙеләр.
Йырҙан
Бишмәтеңдә һинең биш төймә,
Шул бишмәткәйеңде күп кеймә
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Бишмәт, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.