Айвазовский Иван Константинович (әрм.
Баш диңгеҙ штабы рәссамы, Император Художество академияһының академигы һәм почётлы ағзаһы, Амстердам, Рим, Париж, Флоренция һәм Штутгарт Художество академияларының почётлы ағзаһы.
Иван Айвазовский | ||||||||
әрм. Հովհաննես Այվազյան | ||||||||
И. Айвазовскийҙың автопортреты (1874), Уффици | ||||||||
Исеме: | Ованнес Айвазян (әрм. Հովհաննես Այվազյան) | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған: | ||||||||
Тыуған урыны: | Феодосия (Ҡырым) | |||||||
Үлгән: | ||||||||
Үлгән урыны: | Феодосия (Ҡырым) | |||||||
Ил: | ||||||||
Жанр: | Маринасы рәссам, баталист | |||||||
Уҡыған урыны: | Император Художество академияһы, Максим Воробьёв | |||||||
Стиль: | романтизм | |||||||
Наградалары: | | |||||||
Работы |
XIX быуат әрмән рәссамдарының иң күренеклеһе. Әрмән тарихсыһы, Әрмән Апостол сиркәүе архиепискобы Габриэл Айвазовскийҙың ҡустыһы.
Ованнес (Иван) Константинович Айвазовский әрмән милләтле сауҙагәр Геворк (Константин) һәм Рипсиме Айвазяндар ғаиләһендә тыуған. Айвазовскийҙың ата-бабалары Галицияға Көнбайыш Әрмәнстандан XVIII быуатта күсеп килгән. Нәҫелдәренең Львов тирәһендә эре ер биләүсе булғаны билдәле, ләкин Айвазовскийҙың тамырҙарына нығыраҡ асыҡлыҡ индерерҙәй башҡа бер документ та юҡ. Атаһы Константин (Геворк) Феодосияға күскәндән һуң фамилияһын, поляктарҙыҡына оҡшатып, «Гайвазовский» тип үҙгәрткән. Айвазовский үҙенең автобиографияһында атаһының йәш сағында, ағай-энеһе менән талашып, Галициянан Дунай кенәзлектәренә (Молдавия, Валахия) күсеүе, сауҙа менән шөғөлләнеүе, унан Феодосияға барып төйәкләнеүе тураһында яҙа.
Айвазовский иҫән сағында сыҡҡан баҫмаларҙың ҡайһы берҙәрендә, уның һүҙҙәренән сығып, ата-бабалары араһында төрөктәр ҙә булғаны тураһында хәбәр бар. Уларҙа яҙылғанға ҡарағанда, Айвазовскийҙың мәрхүм атаһы һөйләп ҡалдырыуынса, рәссамдың әсәһе яҡлап ҡарт олатаһы төрөк хәрби начальнигының улы булған һәм рус ғәскәрҙәре Аҙауҙы баҫып алғанда (1696 йыл) бала ғына көйө һәләк булыуҙан бер әрмән тарафынан ҡотҡарылған, ул әрмән малайҙы христианлыҡҡа күсергән һәм уллыҡҡа алған (варианты — һалдат иткән). Рәссамдың вафатынан (1901) һуң уның биографы Н. Н. Кузьмин үҙенең китабында ошо уҡ тарихты, рәссамдың архивындағы ниндәйҙер документҡа һылтанып, уның атаһы менән булған хәл итеп һөйләгән; әммә был хикәйәтте дөрөҫләрлек бер нигеҙ ҙә табылғаны юҡ.
Рәссамдың атаһы Константин Григорьевич Айвазовский (1771—1841), Феодосияға күскәс, ошонда йәшәгән Рипсиме (1784—1860) исемле әрмән ҡыҙына өйләнә, өс ҡыҙҙары менән ике улдары — Ованнес (Иван) һәм Саргис (һуңынан монахлыҡтағы исеме — Габриэл) тыуа. Башта Айвазовскийҙың сауҙаһы уңышлы бара, әммә 1812 йылғы тағун киҙеүе ваҡытында ул бөлгөнлөккә төшә.
Иван Айвазовский бала саҡтан һынлы сәнғәткә һәм музыкаға һәләтле булыуын күрһәтә; үҙ аллы скрипкала уйнарға өйрәнә. Феодосия архитекторы Яков Христианович Кох беренсе булып уның һынлы сәнғәт һәләттәренә иғтибар итә, уға тәүге оҫталыҡ дәрестәрен бирә. Яков Христианович йәш Айвазовскийға ҡәләмдәр, ҡағыҙ, буяуҙар менән гел ярҙам итеп тора. Ул Феодосия ҡалаһы башлығы Александр Иванович Казначеевтың иғтибарын да йәш һәләткә йүнәлтә. Феодосия өйәҙ училищеһын тамамлағас, Айвазовский уның талантына һоҡланған Казначеевтың булышлығы менән Симферополь гимназияһына алына. Артабан Айвазовский ҡаҙна иҫәбенә Санкт-Петербург Император художество академияһына ҡабул ителә.
Айвазовский Петербургҡа 1833 йылдың 28 авгусында килә. Тәүҙә ул Максим Воробьёвтың пейзаж класында уҡый. 1835 йылда «Вид на взморье в окрестностях Петербурга» һәм «Этюд воздуха над морем» тигән пейзаждары өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнә һәм модала булған француз маринасыһы Филипп Таннерға ярҙамсы итеп тәғәйенләнә. Таннерҙа уҡыған Айвазовский, тегеһенең үҙ аллы эшләргә тыйыуына ҡарамаҫтан, пейзаждар төшөрөүен дауам итә һәм Художество академияһының 1836 йылғы көҙгө күргәҙмәһенә биш картинаһын тәҡдим итә. Айвазовскийҙың эштәре тәнҡитселәрҙең ыңғай баһаһын ала. Таннер Айвазовский өҫтөнән Николай I-гә зарлана, һәм батша ихтыяры буйынса уның бөтә картиналары күргәҙмәнән алына. Рәссам ярты йылдан ғына ғәфү ителә һәм хәрби баталиялар һынлы сәнғәте менән шөғөлләнеү өсөн профессор Александр Иванович Зауервейдҡа күсерелә. Зауервейд класында бер нисә ай уҡығандан һуң, 1837 йылдың сентябрендә Айвазовский «Штиль» тигән каринаһы өсөн Ҙур алтын миҙал ала. Айвазовскийҙың уҡыуҙа өлгәшкән ҙур ҡаҙаныштары өсөн академия өсөн ғәҙәти булмаған ҡарар сығарыла: Айвазовскийҙы академиянан ваҡытынан ике йыл алда сығарырға һәм үҙ аллы эшләһен өсөн ике йылға Ҡырымға, ә унан һуң алты йылға сит илгә командировкаға ебәрергә фарман бирелә.
1840 йылда Айвазовский Академиялағы пейзаж класы буйынса иптәше Василий Штернберг менән Римға юллана. Барышлай улар Венецияла һәм Флоренцияла туҡтап китәләр. Венецияла Иван Константинович Гоголь менән таныша, Изге Лазарь уртауында була, шунда оҙаҡ йылдар күрешмәгән ағаһы Габриэл менән осраша. Габриэл утрауҙағы монастырҙа йәшәгән була. Айвазовский монахтарға бүләк итеп Библия темаһына яҙылған «Хаос. Донъя яралыу» тигән картинаһын ҡалдыра.
Рәссам оҙаҡ ваҡыт Көньяҡ Италияла, атап әйткәндә, Соррентола эшләй. Бында ул асыҡ һауала оҙаҡ булмайынса, төп эште оҫтаханала, импровизацияның киң мөмкинлектәрен файҙаланып башҡарыу ысулын сығара. Донъя яралыу темаһына «Хаос» тигән тағы бер картинаһын папа Григорий XVI һатып ала, ул Айвазовскийҙы алтын миҙал менән бүләкләй.
Италияла Айвазовский уңышлы эшләй. Картиналары өсөн Париж Художество академияһының алтын миҙалын ала. 1842 йыл башында Айвазовский Швейцария һәм Рейн үҙәне буйлап Голландияға, унан Англияға китә, шунан Париж, Португалия һәм Испанияла була. Бискай ҡултығында рәссам ултырған карап дауылға эләгә һәм саҡ батмай ҡала, Париж гәзиттәрендә хатта уның һәләкәте тураһында хәбәр ҙә баҫылып сыға. 1844 йылдың көҙөндә 27 йәшлек рәссам Рәсәйгә әйләнеп ҡайта.
1844 йылда Айвазовский — Рәсәй Баш диңгеҙ штабы рәссамы, ә 1847 йылдан — Петербург Художество академияһы профессоры.
Иван Константинович башлыса диңгеҙ пейзаждары һәм баталиялары менән билдәле, әммә уның ижады былар менән сикләнмәй. Рәссам Ҡырымдың яр буйы ҡалалары портреттары серияһын төшөрә, Украина далаларын һүрәтләй. Библия һәм тарих темаларына картиналар яҙа. Айвазовский портреттар ҙа төшөрә, ләкин үҙен шәп портретсы тип һанамағанға күрә иң яҡын кешеләрен генә яҙа (өләсәһе, ата-әсәһе, ҡатыны, ағаһы, Феодосияның ҡала идарасыһы Казначеев, генерал Лорис-Меликов һәм флот етәксеһе Лазарев портреттары).
Айвазовский күп сәйәхәт итә. Европаның күп илдәренә, күп тапҡырҙар Константинополгә бара, Америка Ҡушма Штаттарында, Кавказда була. Һәр сәфәренән картиналар өсөн темалар алып ҡайта; мәҫәлән, Мысырға Суэц каналын асыу тантанаһына барып ҡайтҡас, үҙенә хас булмаған «Гизалағы бөйөк пирамида» тигән картинаны ижад итә. Америкаға сәйәхәттән һуң рәссам Ниагара шарлауығын төшөрә.
Айвазовскийҙың ижад юлы бик уңышлы була. Рәссам күп һанлы ордендар менән бүләкләнә, адмирал званиеһына тиң булған действительный тайный советник чинына эйә була (рангылар тураһындағы табелдең II класы). 1864 йылда уға мираҫлы дворянлыҡ бирелә.
1845 йылда адмирал Литке менән бергәлектәге диңгеҙ сәфәренән ҡайтҡас, Айвазовский, башлаған эштәрен тамамлар өсөн Ҡырымда булыу мөҙҙәтен оҙатйыуҙы һорап, Баш диңгеҙ штабына һәм Художество академияһына мөрәжәғәт итә; уға киләһе йылдың майына тиклем ҡалырға рөхсәт итәләр. Әммә шул уҡ йылды Айвазовский ҡаланың яр буйында йорт һала башлай һәм Феодосияла төпләнә. Айвазовский күп сәйәхәт итә, Петербургҡа йыш бара, әммә Феодосияны үҙ йорто итеп һанай.
Айвазовский Феодосия эштәре, уны төҙөкләндереү менән күп шөғөлләнә. Рәссам Феодосияла сәнғәт мәктәбен һәм картиналар галереяһын аса, Феодосияны Рәсәй көньяғындағы һынлы сәнғәт үҙәгенә әйләндерә, Ҡырым тәбиғәтен яҙған рәссамдар мәктәбен булдыра (Киммерия һынлы сәнғәт мәктәбе).
Археология менән ҡыҙыҡһына, Ҡырым ҡомартҡыларын һаҡлау мәсьәләләре менән шөғөлләнә, 90-лаған ҡурғанды ҡаҙытыуға етәкселек итә (табылдыҡтарҙың бер өлөшө Эрмитажда һаҡлана). Үҙ аҡсаһына һәм үҙ проекты буйынса Митридат тауында Феодосия ҡомартҡылар музейын төҙөтә (бинаны 1941 йылда Ҡырымдан сигенгәндә совет ғәскәрҙәре шартлата). Археологиялағы хеҙмәттәре өсөн Иван Константинович Одесса тарих һәм ҡомартҡылар йәмғиәтенең ғәмәли ағзаһы итеп һайлана.
Айвазовский «Феодосия — Джанкой» тимер юлын төҙөтөүҙе юллай, тимер юл 1892 йылда һалына. Феодосия портын киңәйтеү өсөн сығыш яһай, һөҙөмтәлә 1892—1894 йылдарҙа Феодосияла Ҡырымдағы иң ҙур сауҙа порты төҙөлә.
Айвазовский Феодосияла ҡала концерт залын, китапхана төҙөтөүҙе лә хәстәрләй.
1886 йылда Феодосия эсәр һыу етмәүҙән яфалана. 1887 йылда Иван Айвазовский ҡала думаһына үҙенең милкендәге Субаш сығанағынан ҡалаға һыу үткәреүҙе юллап мөрәжәғәт итә. Был сығанаҡ Феодосиянын 25 саҡрымда була. 1887 йылда һыу үткәргес һалыу эштәре башлана, шулай итеп, ҡала һыулы була. Яр буйындағы паркта рәссам урындағы халыҡ түләүһеҙ ала алыһн өсөн фонтан эшләтә. Хәҙер был фонтан Айвазовский исемен йөрөтә.
1880 йылда рәссам үҙ йортонда күргәҙмә залы аса. Унда Феодосиянан бер ҡайҙа ла сығарылырға тейеш булмаған картиналарын ҡуя. Был йыл рәсми рәүештә Феодосия картиналар галереяһын асыу йылы тип иҫәпләнә, уны рәссам ҡалаға васыят итә.
И. К. Айвазовскийға беренсе булып Феодосия ҡалаһының почётлы гражданы исеме бирелә.
Иван Константинович Айвазовский 1990 йылдың 19 апрелендә (яңы стиль менән 2 майҙа) тыуған ҡалаһы Феодосияла 82 йәшендә вафат була. Васыятына ярашлы, Феодосияла Урта быуаттарҙа һалынған Сурб Саркис (Изге Саркис) әрмән сиркәүенең ихатаһында ерләнә.
1903 йылда рәссамдың тол ҡалған ҡатыны Анна Бурназян иренең ҡәбере өҫтөнә саркофаг формаһындағы аҡ мәрмәр таш ҡуйҙыра. Таштың бер яғына боронғо әрмән телендә V быуат тарихсыһы Мовсес Хоренаци һүҙҙәре яҙыла: «Մահկանացու ծնեալ անմահ զիւրն յիշատակ եթող»- «Үлемле булып тыуған үҙе тураһында үлемһеҙ хәтер ҡалдырҙы»; артабан рус телендәге яҙма — «Профессоръ Иванъ Константиновичъ АЙВАЗОВСКIЙ 1817—1900».
1848 йылда Иван Константинович өйләнә. Юлия Яковлевна Гревс, рус хеҙмәтендәге инглиз штабс-докторының ҡыҙы, беренсе ҡатыны була. Дүрт ҡыҙҙары тыуа: Елена, Мария, Александра һәм Жанна. Айвазовский баш ҡалала йәшәргә теләмәгәнлектән, ғаилә ҡороуҙарына 12 йыл тигәндә Юлия Яковлевна иренән китә. Әммә никахтары 1877 йылда ғына өҙөлә. Айвазовскийҙың бер нисә ейәне лә билдәле рәссам булып китә.
Икенсе ҡатыны — Анна Никитична (Мкртичевна) Саркисова-Бурназян (1856—1944), әрмән. Айвазовский Анна Никитичнаны 1882 йылда ул мәрхүм ирен ерләгәндә күрә. Тол ҡалған йәш ҡатындың һылыулығына таң ҡала. Бер йылдан улар өйләнешә. Анна Бурназян иренән 40 йәшкә тиерлек йәшерәк була. Галереяла Анна Никитичнаның Айвазовский төшөргән портреты һаҡлана. Айвазовский әйтеүенсә, Аннаға өйләнеү уны үҙ әрмән «милләтенә тағы ла нығыраҡ яҡынайта төшә». Анна Никитична ирен ерләгәндән һуң тағы 44 йыл йәшәй һәм Ҡырымды немецтар оккупациялағанда Симферополдә мәрхүм була.
Айвазовский беренсе сиратта маринасы була. Йыш ҡына картинаның сюжеты диңгеҙ тулҡындарын һүрәтләү өсөн һылтау ғына булып тора, мәҫәлән, «Наполеон Изге Елена утрауында» тигән картинала Наполеон һыны киндерҙең бик бәләкәй генә урынын биләп тора. Рәссамдың эш ысулы шунан ғибәрәт: ул картиналарын натуранан төшөрмәй, ә схематик рәсемдәре ярҙамында хәтерҙән яҙа.
1845 йылда Ф. П. Литке етәкселегендәге диңгеҙ географик экспедицияһы менән Кесе Азия яр буйҙарына бара. Рәссамды Константинополь әсир итә. Экспедиция тамамланғас, ул күп картиналар яҙа, Константинополгә бағышланғандары бигерәк тә күп була.
1850 йылда «Туғыҙынсы тулҡын» («Девятый вал») тигән данлыҡлы картинаһын ижад итә, ул Рус Дәүләт музейында һаҡлана. Был картинаһы рус һынлы сәнғәтендә романтик йүнәлештәге иң сағыу әҫәр булып тора.
Константинополгә өсөнсө тапҡыр И. К. Айвазовский 1874 йылда бара. Айвазовскийҙың бер картинаһын Саркис бей (Саркис Балян) Абдулазиз солтанға бүләк итә. Картина солтанға шул тиклем оҡшай, ул шунда уҡ рәссамға Константинополь һәм Босфор күренештәре һүрәтләнгән 10 картинаға заказ бирә. Был заказды эшләгәндә Айвазовский солтан һарайында бик йыш була, уның менән дуҫлаша, һөҙөмтәлә, уға 10 ғына түгел, 30-лап төрлө картина яҙа.
Рус рәссамдары араһында беренсе булып Айвазовский Петербург һәм Мәскәүҙә генә түгел, Европа баш ҡалаларында ла, Рәсәйҙең провинциялағы ҡалаларында ла (Симферополь, Одесса, Николаев, Рига, Киев, Варшава, Харьков, Херсон, Тифлис һ.б.) күргәҙмәләрен ойоштора башлай.
Айвазовскийҙың диңгеҙҙәге алыштарҙы һүрәтләгән картиналары рус хәрби-диңгеҙ флоты ҡаһарманлыҡтарының йылъяҙмаһына әйләнә, уларҙа Наварин, Чешмә, Синоп алыштарының күренештәре мәңгеләштерелгән. Ике картинаһын Айвазовский Меркурий бригының батырлығына арнай, Севастополде обороналауҙан картиналары күп. Улар араһында: «Севастополдең ҡамалыуы», «Рус ғәскәрҙәренең Төньяҡ яҡҡа күсеүе», «Севастополде алыу». Ҡырым һуғышы башланғас, рәссам Севастополдә һуғыш картиналарынан күргәҙмә ойоштора. Ҡамалған Севастополде бик оҙаҡ ташлап китә алмай, бары тик вице-адмирал Корниловтың рәсми бойороғонан һәм оҙайлы өгөтләүҙәрҙән һуң ғына Харьковҡа ҡатыны менән ҡыҙҙары янына китә. 1854 йылда «Севастополде ҡамау (бомбаға тотоу)» тигән бик ҙур картинаһын яҙа һәм уны Севастополь музейына бүләк итә. 1893 йылда, Ҡырым һуғышы бөткәндән һуң ҡырҡлап йылдан, Айвазовский «Малахов ҡурғаны» тигән картинаһын Севастополде обороналаған ҡаһармандар иҫтәлегенә яҙа.
Айвазовский әрмән тарихына һәм Библия темаларына йыш мөрәжәғәт итә. Был картиналарҙы ул Феодосияның әрмән сиркәүҙәренә бүләк итә. Картиналарында яҡынса 10 тапҡыр Арарат тауын һүрәтләй. «Арарат туғайы» һәм башҡа ҡайһы бер картиналарына ул ҡултамғаһын әрмәнсә ҡуя.
Беҙҙең заманда ла рәссам ижадына ҡыҙыҡһыныу кәмемәй. Улар төрлө аукциондарҙа һатыла. Мәҫәлән, 2008 йылда «Сотбис» аукционында Айвазовскийҙың «Ризыҡ таратыу» һәм «Ярҙам карабы» тигән ике полотноһы $2,4 миллионға һатыла.
Christie’s аукционы 2004 йылда «Исаак соборы һалҡын көндә» тигән картинаны 1,125 млн стерлинг фунтына һата. Ошо уҡ аукционда 2009 йылдың июнендә ике ҙур булмаған марина (£32 меңгә һәм £49 меңгә) менән ике ҙур полотно (£421 меңгә һәм £337 меңгә) һатыла.
2007 йылда «Кристис» аукционында «Карап Гибралтарҙағы ҡаялар янында» картинаһы 2,708 миллион стерлинг фунтына һатыла. 2012 йылдың 24 апрелендә Sotheby’s аукционында Айвазовскийҙың 1856 йылғы «Константинополь һәм Босфор күренеше» картинаһы 3,2 миллион стерлинг фунтына һатыла.
.
1894—1896 йылғы ваҡиғаларҙан һуң Айвазовский бөтә төрөк наградаларын диңгеҙгә ырғыта, таҫмаларын ғына алып, төрөк солтанына ебәрә.
1888 йылда И. К. Айвазовский янына А. П. Чехов килә.
22 июль, Феодосия. Кисә мин Шаһ-Мамайға, Феодосиянан 25 саҡрымдағы Айвазовский утарына барҙым. Бер аҙ әкиәткә оҡшаш зиннәтле утар; бындай утарҙарҙы, моғайын, Фарсияла күрергә булалыр. Айвазовский үҙе, 75 йәштәрҙәге теремек ҡарт, ихлас ҡына әрмән менән һауалы архиерей ҡатнашмаһын кәүҙәләндерә; үҙенең баһаһын белә, ҡулы йомшаҡ, күрешергә уны генералдарса һуҙа. Аҡыллы тип әйтерлек түгел, әммә холҡо ҡатмарлы һәм иғтибарға лайыҡ. Унда генерал да, архиерей ҙа, рәссам да, әрмән дә, бер ҡатлы олатай ҙа, Отелло ла ҡатнашҡан. Бик матур йәш ҡатынға өйләнгән, уны ҡаты ҡулда тота. Солтандар, шаһтар һәм әмирҙәр менән таныш. Глинка менән бергә "Руслан и Людмила"ны яҙған. Пушкиндың әшнәһе булған, әммә Пушкинды уҡымаған. Үҙ ғүмерендә ул бер китап та уҡымаған. Уға уҡырға тәҡдим итһәләр, ул: «Ниңә миңә уҡырға, минең үҙ фекерҙәрем бар ҙаһа?» — тип яуап бирә. Мин уның янында көнө буйы булдым, төшкө аш ашаныҡ.
2007 йылдың 15 сентябрендә Кронштадтта совет осоронан һуңғы Рәсәйҙә Айвазовскийға беренсе һәйкәл асыла. Рәссамдың билгә тиклемге һыны Макаров яр буйына ҡуйылған. Скульпторы — Владимир Горевой. Һәйкәлде асыу тантанаһында рәссамдың тыуасары Ирина Касацкая ҡатнаша.
Бер туған Айвазяндарға (Иван менән Габриэлға) Ҡырымдағы «Луис» әрмән милли йәмғиәте һәйкәл ҡуйҙыра. Скульпторҙары — Л. Токмаджян һәм улдары, архитекторы — В. Кравченко. П. Е. Дыбенко исемендәге сквер, Совет майҙаны.
Айвазовский документтарының архивы Рәсәй Дәүләт әҙәбиәт һәм сәнғәт архивында, М. Е. Салтыков-Щедрин исемендәге дәүләт асыҡ китапханаһында (Санкт-Петербург), Дәүләт Третьяков галереяһында, А. А. Бахрушин исемендәге Театр музейында һаҡлана.
2016 йыл 4 март архивланған.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Айвазовский Иван Константинович, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.