«Венаны алған өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 9 июнендәге Указына ярашлы Бөйөк Ватан һуғышы барышында Вена ҡалаһын алыу хөрмәтенә булдырыла.
«Венаны алған өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 9 июнь 1945 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | «Берлинды алған өсөн» миҙалы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Проектлаусы | Sworykin[d] |
Һаны | 277 380 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Венаны алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар |
«Венаны алған өсөн» миҙалы Викимилектә |
«Венаны алған өсөн» миҙалы менән 1945 йылдың 16 марты — 13 апреле осоронда туранан-тура Венаны штурмлауҙа һәм алыуҙа ҡатнашҡан Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ Флоты хәрбиҙәре һәм НКВД ғәскәрҙәре, шулай уҡ ҡаланы азат иткәндә хәрби операцияларҙың етәкселәре һәм ойоштороусылары бүләкләнә.
«Венаны алған өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР ордендары һәм миҙалдары булған осраҡта «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.
1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Венаны алған өсөн» миҙалы яҡынса 277 380 кеше бүләкләнгән.
«Венаны алған өсөн» миҙалы баҡыр иретмәһенән эшләнә, диаметры- 32 мм, теүәл түңәрәк формала. Миҙал проекты авторы — рәссам Зворыкина.
Миҙалдың алғы яғында уртала — «ЗА ВЗЯТИЕ ВЕНЫ» яҙыуы, өҫкө өлөштә — биш осло йондоҙ, аҫта — лавр ботағы. Миҙалдың алғы яғы түңәрәк буйлап ҡаймаланған.
Миҙалдың кире яғында Вена ҡалаһын алған датаһы — «13 апреля 1945», уның өҫтөндә — биш осло йондоҙ.
Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.
Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалып менән тоташтырыла. Ҡалып киңлеге 24 мм зәңгәр төҫтәге ебәк муар таҫма менән урыталған. Диаметры — 24 мм. Таҫманың уртаһынан күк төҫтәге буй үтә. Киңлеге — 8 мм.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article «Венаны алған өсөн» миҙалы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.