Әминә бинт Үәһәб (ғәр.
Ҡорайыш ырыуының Бәни-Зөһрә тоҡомонан. Атаһы үҙ ырыуының башлығы булған..
Әминә бинт Үәһәб | |
ғәр. آمنة بنت وهب ғәр. آمنة بنت وهب بن عبد مناف | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Исем | ꠀꠝꠤꠘꠣ |
Тыуған көнө | 549 |
Тыуған урыны | Мәккә, Хижәз |
Вафат булған көнө | 575 |
Вафат булған урыны | Аль-Абва[d], Мәккә[d], Сәғүд Ғәрәбстаны |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Атаһы | Вахб ибн Абд Манаф[d] |
Әсәһе | Барра бинт Абд аль-Узза[d] |
Хәләл ефете | Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип |
Балалары | Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |
Һөнәр төрө | шағир |
Әминә бинт Үәһәб Викимилектә |
Әминәгә 14 йәш тулғас, уны ҡорайыш ырыуының иң аҫылдарының береһе Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлипҡа кейәүгә бирәләр. Ҡушылған кисен, йәғни, зөфаф кисәһен мосолмандар рәжәп айының тәүге йомаһында күренекле байрам итеп билдәләй һәм «рәғәйеб» тип аталған был кистә бик күп доғалар уҡып, Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарҙы ярлыҡауҙы үтенә, тәүбә итә.
Пәйғәмбәрҙең биографияһын теркәүселәрҙең хәҡиҡәткә иң яҡыны тип һаналған авторҙарҙан Ибн Хишамдың яҙмаларында билдәләнеүенсә, буйында булғанын белгәс, Әминә Инәбеҙ хикмәтле төш күргән. Имеш, ниндәйҙер рух тыуасаҡ баланың үҙ милләтенә баш буласағын әйткән һәм уны көнсөлдәрҙән, яман әҙәмдәрҙән һаҡларға ҡушҡан. Исеме Мөхәммәт булырға тейешлеген белдергән.
Тиҙҙән Пәйғәмбәрҙең атаһы сауҙа эштәре менән Сүриәгә йүнәлгән, әммә Мәҙинәгә еткәс, ҡаты ауырып китеп, 25 кенә йәшендә шунда гүр эйәһе булған
Әйтеүҙәренсә, Мөхәммәтте с.ғ.с әсәһе фил йылында рәбиғәл әүүәл айының ун икеһендә, шишәмбе көнөндә ҡулына ала. Улын биләп һалғас, әсәһе уның Ғәбд әл-Мотталип олатаһына хәбәр иттерә, хикмәтле төшөн һөйләп бирә. Олатаһы малайҙы алып, Ҡәғбәтуллаға йүнәлә һәм Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәрен әйтеп, бәпесте төштә әйтелгән исем менән нарыҡлай.
Һөйөклө ирен юғалтыу ҡайғыһы, донъяға сабый бүләк итеү көсөргәнеше, етмәһә, йылдың ифрат ҡоро килеүе арҡаһындағы яфалар йәш ҡатынды өҙлөктөрә. Олатаһы ейәненә һөт инәһе эҙләй башлай..
Сабыйҙы Сәғәдиә ибне Бәкер ырыуынан Хәлимә исемле ҡатынға тапшыралар, уның балалары Пәйғәмбәргә һөттәш туған булып сыға. Бына улар: Абулла ибн әл-Харис (йәғни, Харис улы), Үнәйсә бинт әл-Харис (Харис ҡыҙы) һәм әш-Шәймә ҡушаматлы Һизәмә бинт әл-Харис. Ҡушамат «аҡ йөҙлө» тигәнде аңлата. Белеүебеҙсә, исламда һөттәш балалар яҡын туған тип иҫәпләнә һәм үҙ-ара өйләнешә лә алмай.
Ибн Хишамдың яҙмаларынан күренеүенсә, бала ҡулына нисек килеп юлыҡҡанын ул ошолай һөйләп ҡалдырған:
Ул йылы илгә йот килде һәм беҙ бер нәмәһеҙ ҡалдыҡ. Һөтөм ҡороно, төндәр буйы ас сабыйыбыҙҙың илауынан йоҡлай алмай сыға инек. Ҡарт дөйәбеҙ ҙә һыуалды, етмәһә. Аслыҡтан ҡотолор өсөн сараһын эҙләп, Мәккәгә сығып киттек. Имеҙергә бала алып, хаҡына йән аҫрарға ҡарар иткәйнек. Мөхәммәттән юлдаштарым менән тотош баш тартып бөттөк, атайһыҙ икәнен белгәс, олатаһы менән әсәһе нимә генә бирә ала инде, тип уйланыҡ. Мин уны-быны уйлағансы, әхирәттәрем Мәккә сабыйҙарын таратып алып та бөткән. Бер үҙем балаһыҙ ҡалдым, Мөхәммәтте лә бер кем дә алманы. Кешеләр ҡайтырға йыйынды, буш ҡул менән ҡайтмаҫ өсөн алдым инде теге сабыйҙы. Аллаһ бер ярҙамын бирер әле, тип уйланым. Ирем дә хупланы
.
Улына алты йәш тулғанда Әминәр.ғ. уны туғандарына күрһәтер өсөн Мәккә менән Мәҙинә араһындағы әл-Әбүә тигән ергә ҡунаҡҡа барған. Шул сәфәренән Мәккәгә ҡайтҡанда ҡаты ауырып китеп, вафат булған.
Үкһеҙ етем ҡалған Мөхәммәтте бер нисә йыл олатаһы, ул вафат булғандан һуң олатаһының улы ҡараған.
1998 йылда сәғүд властары Өминә бинт Үәһәбтең ҡәберен ер менән тигеҙләйҙәр һәм һөлдәһен икенсе ергә күмәләр.
Атаһын бөтөнләй күрмәгән, әсә наҙынан кескәйҙән мәхрүм ҡалған Мөхәммәт, әлбиттә, ғүмере буйы уларҙы юҡһына. Хәҙистәрҙән уның мосолмандарҙан ата-әсәгә хөрмәтле булыуҙы талап итеүе асыҡ күренә.
Кемдер Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән: «Әй Рәсүлуллаһ, әҙәмдәрҙән кем иң яҡшы мөнәсәбәтемә лайыҡ?» — тип һораған. «Әсәйең», — тигән Рәсүлебеҙ. «Унан ҡала кем?» «Әсәйең.» «Унан ҡала кем?» «Әсәйең.» «Унан ҡала кем?» «Атайың».
Был хәҙистән күренеүенсә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр әсәйҙәрҙе атайҙарға ҡарағанда өсләтә нығыраҡ ҡәҙерләргә ҡушҡан
Ҡөрьән Кәримдә шулай уҡ әсәләргә төшкән ауыр вазифалар тураһында йомшаҡ һәм наҙлы һүҙҙәр менән телгә алына:
«Беҙ кешегә: ата-әсәңә изгелекле бул, тип васыят иттек. Әсәһе уны ниндәй ҡыйынлыҡтар менән ҡарынында йөрөтә. Ике йыл буйы һөтөнән айырмайынса имеҙеп үҫтерә. Тик, иң башта Миңә, унан һуң ата-әсәгә шөкөр ит, тип васыят иттек. Ҡайтарылыш бары тик Миңә генә булыр.» - «Лоҡман» сүрәһе, аят 14 |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Әминә бинт Үәһәб, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.