Әзербайжан Википедияһы (әзерб. Azərbaycanca Vikipediya) — Википедияның әзербайжан телендәге бүлектәре.
Әзербайжан Википедияһы | |
Нигеҙләү датаһы | ғинуар 2002 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Azərbaycanca Vikipediya |
Хужаһы | Wiki |
Әҫәрҙең теле | Әзербайжан теле |
Яҙыу | Латин алфавиты |
Хеҙмәтләндереүсе | Wiki |
Продукция | интернет-энциклопедия[d] |
Рәсми сайт | az.wikipedia.org |
Лицензия | 🅭🅯🄎[d] һәм GNU FDL[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | защищено авторским правом[d] |
Число записей | 158 352 |
Эндпоинт API | az.wikipedia.org/w/api.p… |
Викимедиа проекттарында тел коды | az |
Әзербайжан Википедияһы Викимилектә |
2002 йылда булдырыла. Беренсе мәҡәлә 2004 йылдың апрелендә барлыҡҡа килә, 33 мәҡәлә менән декабрҙә үҙ аллы бүлек булып айырылып сыға.
2015 йылға тиклем, башҡа күп Википедияларҙан айырмалы, Әзербайжан Википедияһында мәҡәләләр ике алфавитта: латин һәм ғәрәп алфавитында яҙыла. Был шуға бәйле: Әзербайжанда йәшәгән әзербайжандар латиница, Иранда йәшәгәндәр ғәрәп яҙмаһы менән ҡуллана.
2015 йылдың 22 июлендә Википедияның ғәрәп яҙмалы Әзербайжан бүлеге, латин яҙмалы Әзербайжан Википедияһынан айырылып, үҙ аллы йәшәй башлай.
2019 йылдың 30 ноябренә ҡарата Википедияның латин яҙмалы әзербайжан бүлегендә 152 056 мәҡәлә бар. Унда 184 934 ҡатнашыусы теркәлгән, шуларҙың 682-һе һуңғы 30 көн эсендә ниндәй ҙә булһа ғәмәл эшләгән, 15 ҡатнашыусы хаким статусына эйә. Дөйөм төҙәтеүҙәр һаны — 4 938 936.
Википедияның латиин яҙмалы Әзербайжан бүлеге бөтә бүлектәр араһында мәҡәлә һаны буйынса 50-се урынды биләй.
2019 йылдың 30 ноябренә Википедияның ғәрәп алфавитлы бүлегендә 152 193 мәҡәлә бар. 2 722 ҡатнашыусы теркәлгән, уларҙың 91-е һуңғы 30 көндә ниндәй ҙә булһа ғәмәл эшләгән, хакимдар юҡ. Дөйөм үҙгәртеүҙәр һаны — 1 152 945.
Энциклопедия сифатын үлсәү ябайҙан түгел. Айырым тел бүлектәренең үҫешкәнлегенең бер күрһәткесе итеп 2006 йылда «тәрәнлекте» баһалау алымы тәҡдим ителә. «Тәрәнлекте» иҫәпләгән саҡта бүлектең дөйөм биттәре һаны иҫәбенә ингән ярҙамсы биттәр менән мәҡәләләр нисбәте ҡарала һәм һәр мәҡәләгә тура килгән уртаса төҙәтеүҙәр һаны иғтибарға алына. Тәрәнлеге буйынса (29) Әзербайжан Википедияһы 2014 йылдың 27 мартына ҡарата Википедияның 100 меңдән ашыу мәҡәләле 42 бүлеге араһында егерме бишенсе урынды биләй.
2019 йылдың 30 ноябренә ҡарата Википедияның латин алфавитлы әҙербайжан бүлегендә 124 һайланған мәҡәлә була, ә яҡшы мәҡәләләр һаны 67-гә етә.
2014 йылдың 4 мартына ҡарата Википедияның һәр тел бүлегендә булырға тейешле мәҡәләләр күләме буйынса Әзербайжан Википедияһы башҡа тел бүлектәре араһында 54-се урынды биләй.
Әзербайжан Википедияһы бөтә бүлектәр араһында инеү һаны буйынса 46-сы урында тора — уның биттәре сәғәтенә 7500 тапҡыр ҡарала (2014 йылдың февраленә ҡарата).
2014 йылдың мартына ҡарата 200-ләп википедиясы йәшәгән урыны тип Әзербайжанды йә уның берәй ҡалаһын күрһәтә .
Илдәрҙән төҙәтеүҙәр проценты | ||||
---|---|---|---|---|
Страна | % от правок | |||
Әзербайжан | 84.3 % | |||
Төркиә | 3.2 % | |||
Иран | 3.2 % | |||
Рәсәй Федерацияһы | 2.2 % | |||
Европа Берләшмәһе | 1.7 % | |||
Германия | 0.8 % | |||
АҠШ | 0.5 % | |||
Бөйөк Британия | 0.5 % | |||
Другие | 3.1 % | |||
Источник |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Әзербайжан Википедияһы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.