Телмәр өндәре һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәргә бүленә.
Һуҙынҡы өндәрҙе әйткәндә, тауыш ярылары ҡатнаша һәм тауыш барлыҡҡа килә. Был осраҡта үпкәнән килгән һауа ҡаршылыҡҡа осрамай, уларҙы үпкәләге тын бөткәнсе һуҙып әйтергә мөмкин. Шуға ла улар һуҙынҡы өн тип атала. Ә тартынҡыларҙы әйткәндә, үпкәнән килгән һауа ҡаршылыҡҡа осрай һәм уларҙы тын бөткәнсе һуҙып әйтеп булмай.
А, ә, о, ө, ы, э (е), у, у, и — башҡорт теленең һуҙынҡы өндәре.
Быларҙан тыш урыҫ теленән ингән һүҙҙәрҙә генә ҡулланыла торған о, ы, э өндәре бар. Уларҙың әйтелеше урыҫ телендәгесә: полк, вышка, элеватор, электрик, сыр.
Һуҙынҡы өндәр талғын һәм нәҙек була:
а, ы, о, у — ҡалын һуҙынҡылар: бала, был, тор, тура, олатай.
а, э (е), ө, у, и — нәҙек һуҙынҡылар: әсәй, бел, төр, ирек, элек.
Һүҙҙең бер генә өнөн алмаштырһаң да, уның мәғәнәһе үҙгәрә: ҡар — ҡор — -ҡол — ҡал — бал — бар; ҡорол — борол.
О, ө, у, у һуҙынҡылары ирен ярҙамында әйтелә. Шуға күрә улар ирен һуҙынҡылары тип атала.
Һуҙынҡылар ижек яһап, баҫым ҡабул итә ала, тартынҡылар һуҙынҡыларҙан башҡа ижек яһай алмай. Һуҙынҡы өн — ижек (һүҙҙең бер тын менән әйтелә торған быуыны) яһаусы төп элемент. Ижектәр, үҙҙәренә баҫым ҡабул итеү-итмәүҙәренә ҡарап, көслө лә, көсһөҙ ҙә әйтелә, йәғни баҫымлы һәм баҫымһыҙ була ала. Был хәл ҡайһы осраҡта мәғәнә айырмалығы ла тыуҙыра: алма — яблоко, алма — не бери; бүлмә — комната, бүлмә — не дели; не перебивай.
Башҡорт һүҙҙәре йә нәҙек һуҙынҡылы, йә ҡалын һуҙынҡылы була. Ҡалын һуҙынҡылы һүҙҙәргә ҡалын ялғау, нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәргә нәҙек ялғау ҡушыла: тала + лар, арба + лар, урман + дар; булмә + ләр, әсәй + ҙәр, инәй + ҙәр.
Башҡорт һүҙҙәрендә ҡалын һуҙынҡылар эргәһендә тартынҡылар ҡаты, нәҙек һуҙынҡылар эргәһендә йомшаҡ әйтелә. Мәҫәлән, булды, булде һүҙҙәре бер-береһенән ҡалынлыҡ-нәҙеклек буйынса айырыла. Булды һүҙендә, у һәм ы һуҙынҡылары ҡалын булғанлыҡтан, б, л, д тартынҡылары ҡаты әйтелә, ә бүлде һүҙендә, ү һәм е һуҙынҡылары нәҙек булғанлыҡтан, б, л, д тартынҡылары йомшаҡ әйтелә.
Төп башҡорт һүҙҙәрендә ҡ, ғ өндәре ҡалын һуҙынҡылы һүҙҙәрҙә (ҡалаҡ, ҡалпаҡ, йылға), к, г өндәре нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәрҙә (кәрәк, күлдәк, тегеүсе) ҡулланыла.
Ғәрәп-фарсы һүҙҙәрендә т, ғ өндәре нәҙек һуҙынҡы эргәһендә лә килергә мөмкин: тәғәм, сәғәт, иғтибар, мәғариф.
Урыҫ теленән үҙгәрешһеҙ алынған һүҙҙәрҙә ҡалын һуҙынҡы ла, нәҙек һуҙынҡы ла, ҡаты тартынҡы ла, йомшаҡ тартынҡы ла бер рәттән килеүе мөмкин: февраль, апрель, октябрь.
Башҡорт телендә тартынҡылар яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларға бүленә. Бөтә тартынҡылар яһалғанда шау ҡатнаша. Ләкин бер төр тартынҡы өндәрҙе әйткәндә, тауыш ярылары ҡалтырап, тауыш та ҡатнаша.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.