Һаҙағай

Поляр балҡыш (Һаҙағай) (лат. aurora borealis, aurora australis, рус. полярное сияние) – Ерҙең (һәм башҡа планеталарҙың) поляр төбәктәренең күгендә күҙәтелгән тәбиғи яҡтылыҡ; йыһандан планетаның магнит яланы тарафынан тартылып ионосфераға ингән өлөшсәләр ағымынан барлыҡҡа килә.

Ғәҙәттә төнөн күҙәтелә. Һаҙағай типик рәүештә көньяҡ һәм төньяҡ киңлегенең 60-тан 72 градусҡаса, йәиһә көньяҡ һәм төньяҡ поляр түңәрәгенең эсендә ятҡан төбәктәргә барлыҡҡа килә; был региондарҙан тыш башҡа урында һирәгерәк күҙәтелә һәм күп осраҡта ябай күҙгә күренмәй.

Һаҙағай
Лабораторияла яһалған һаҙағай моделе

Төньяҡ магнит полюсына яҡыныраҡ килгән һайын һаҙағайҙы күҙәтеү ихтималлығы арта бара. Магнит полюсына яҡын урындан күҙәтелгән осраҡта һаҙағай күктә бейек күренеүе мөмкин; алыҫыраҡ төбәктәрҙән ул күктең төньяҡ өлөшөндә йәшкелт, һарғылт йәки ҡыҙғылт төҫтәге нурланыш рәүешендә күҙәтелә торған, ҡайһы бер осраҡтарҙа Ҡояштың ғәҙәти булмаған урындан сығыуына оҡшаш. Йыл миҙгелдәренә килгәндә, һаҙағай яҙ һәм көҙ көнө, йәғни көн менән төндөң тигеҙләшкән ваҡытта йышыраҡ күҙәтелә. Көньяҡ ярымшарҙа һаҙағай Антарктидала, Көньяҡ Американың һәм Австралазияның юғары киңлектәрҙәге урынлашҡан төбәктәренән күҙәтелә.

Һаҙағай
Ҡыҙыл һаҙағай

Башҡа планеталарҙа

Һаҙағай 
Юпитерҙа күҙәтелгән һаҙағай.

Юпитер менән Сатурндың магнит ҡырҙары Ерҙекенән күпкә көслөрәк (Юпитерҙың магнит ҡыры 4.3 гаусс, ә Ерҙеке 0.3 гаусс ҡына тәшкил итә); шулай уҡ, ике планетаның да киң радиация бүлкәттәре бар. Был планеталарҙың икәүһендә лә һаҙағай күҙәтелгәне бар; иң асыҡ күҙәтеүҙәр Хаббл телескобы менән үткәрелде. Уран менән Нептунда ла һаҙағайҙың барлығы асыҡланды. Ерҙә кеүек, газ гиганттарында ла һаҙағай ҡояш еленә бәйле, тип иҫәпләнә. Шулай уҡ, Юпитерҙың ҡайһы бер юлдаштары, бигерәк тә Ио, электр ағымын барлыҡҡа килтереп, һаҙағай тыуҙыра ала.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Ер (планета)ЙыһанЛатин телеРус теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Тригонометрик функцияларБөйөк Моголдар империяһыКансай халыҡ-ара аэропортыРита Леви-Монтальчини2002 йылБөйөк Константин IРәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең Һарытау хәрби институтыЭлвис ПреслиЙәкшәмбеСөнниҙәрКалифорнияАльмазанӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыЖюль ВернАҠШ Дәүләт департаментыЛинцНикарагуаСтатистикаМонголияЧеске-Будеёвице2017 йылМарс (Ауырғазы районы)Хөршидбаныу НатаванРаспутин Григорий ЕфимовичКәбисә йылБашҡорт телендә транскрипцияДауыт27 июль3 июльБейеүСүәйс (Суэц) каналыСовет Социалистик Республикалар СоюзыКлод МонеВикиӘбүғәлисинаӨсбосмаҡБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыКвадрат тамырАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыПушкин (Ауырғазы районы)СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатыКомиксМерил СтрипҠытай Халыҡ РеспубликаһыБөйөк Ебәк юлыДональд ТрампДжастин БиберХарьковТөрки халыҡтарНарыхҺағыҙаҡтарИнглиз телеТөркмәнстанДарыу үҫемлектәреИсламБеренсе донъя һуғышыДжакартаБурновкаЯнбаев Марат Салауат улыДжейн ФондаСифатЛитосфера🡆 More