Үҙәк Һәм Көнсығыш Европа

Үҙәк һәм Көнсығыш Европа, ЦВЕ, ингл. Central and Eastern Europe, CEE — Үҙәк һәм Көнсығыш Европаның Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенә (БДБ) инмәгән элекке социалистик дәүләттәренең исеме.

Үҙәк һәм Көнсығыш Европа
Нигеҙләү датаһы 2010
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы ВЦЕ, EŚW һәм SVE
Дәүләт Үҙәк Һәм Көнсығыш Европа Польша
Үҙәк Һәм Көнсығыш Европа Словения
Нәшер итеүсе Институт политических исследований Польской академии наук[d]
Рәсми сайт europasrodkowowschodnia.pl
Урынлашыу картаһы
Число детей, не учащихся в школе 3 449 476

Әҙәбиәттә Көнсығыш Үҙәк Европа (ВЦЕ) атамаһы ла осрай.

Үҙәк һәм Көнсығыш Европа составы

Элек, «тимер шаршау» өҙөлгәнгә тиклем, иҡтисади (СЭВ), сәйәси (ОВД) интеграция сиктәрендә тығыҙ бәйләнгән дәүләттәр төркөмөн характерлау өсөн ҡулланылған термин.

Үҙәк һәм Көнсығыш Европа дәүләттәренә һәм илдәренә Германиянан (Берләшкән Германия) көнсығыштараҡ һәм Балтик диңгеҙенән көньяҡтараҡ Греция сигенә тиклем урынлашҡан дәүләттәрҙе индерәләр:

Хәҙерге тикшеренеүселәр элекке ССР Союзының союздаш республикаларын: Латвияны (элек — Латвия ССР-ы), Литваны (элекке Литва ССР-ы) һәм Эстонияны (элекке Эстон ССР-ы), Европа берлегенә ингәнлектәренә күрә, ЦВЕ дәүләттәре һәм илдәре иҫәбенә индерәләр.

Советтар Союзына ингән һәм Көнсығыш Европа территорияһында урынлашҡан башҡа элекке социалистик илдәр: Белоруссия (элек — Белорус ССР-ы), Украина (элек — Украина ССР-ы), Молдавия (элек Молдавия ССР-ы), Рәсәй (элек РСФСР), күпселек осраҡта Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәренә инмәйҙәр. Унда шулай уҡ, ҡағиҙә булараҡ, Көнсығыш Европа һәм Көнбайыш Азия киҫешкән ерҙә урынлашҡан Кавказ аръяғы илдәрен дә индермәйҙәр: Әзербайжан (элек Әзербайжан ССР-ы), Әрмәнстан (элек Әрмән ССР-ы), Грузия (элек — Грузин ССР-ы). Был дәүләттәр, Украинанан (ул БДБ-ла ағзалығын ратификацияламай һәм 2018 йылға тиклем уның эшендә күҙәтеүсе сифатында ғына ҡатнаша), Грузиянан, шулай уҡ танылмаған, Молдованың рәсми территорияһының бер өлөшөн контролдә тотоусы Днестр буйы Молдова Республикаһынан башҡа, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенә инәләр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Неославизм
  • Вишеградская группа
  • Еврославизм

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Үҙәк Һәм Көнсығыш Европа Үҙәк һәм Көнсығыш Европа составыҮҙәк Һәм Көнсығыш Европа Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙәк Һәм Көнсығыш Европа ИҫкәрмәләрҮҙәк Һәм Көнсығыш Европа ӘҙәбиәтҮҙәк Һәм Көнсығыш Европа ҺылтанмаларҮҙәк Һәм Көнсығыш ЕвропаБойондороҡһоҙ Дәүләттәр БерләшмәһеИнглиз теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

3 июльБураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙыИнә ҡорт һөтөХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыВикимедиа фондыАрубаРоза ЛюксембургИо (юлдаш)БразилияСыйырсыҡБензинЭнди УорхолБашҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыларыХолокостОкеанияЛуи де ФюнесӘл-Бәҡара сүрәһеТажикстанҠырҡҡоласКонсерватизмБөйөк Владимир кенәзлегеХарьков2019 йылПневмонияМилләтселекСаентологияПарфенонТригонометрик функцияларНарыхМесси ЛионельQueenХалыҡ-ара стандарт китап номерыДиваев Әбүбәкер Әхмәтйән улыАй тотолған төндә (пьеса)Ураҙа10 июляУрыҫтарРита Леви-МонтальчиниДарыу үҫемлектәреКомиксТәрәүихДүшәмбеРуденко Сергей ИвановичКүрһәткесле функция1701 йылФәлсәфәНАТО13 апрельБеренштайн (Мәғдән тауҙары)Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең Һарытау хәрби институтыӘл-Фатиха сүрәһеСтәрлетамаҡ өйәҙеҒәлләмов Салауат Абдрахман улыӘзербайжанКузеев Рәил Ғүмәр улыҒәрәп яҙмаһыРичард I Арыҫлан ЙөрәкВуди АлленРобин Уильямс2002 йылБильбаоМурзин Даян Баян улы🡆 More