Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт флагы (ҡырғ.
Кыргыз Республикасынын Мамлекеттик туусу) — Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт символы. Ҡырғыҙ Республикаһының 1992 йылдың 3 мартындағы Жогорку Кенеш (Юғары Совет) ҡарары менән раҫлана.
Ҡырғыҙстан | |
Раҫланған | |
---|---|
Пропорция | 3:5 |
Авторлыҡ коллективы | |
Э. Айҙарбәков, Б. Жайчыбеков, С. Иптаров, Ж. Матаев, М. Сыдыков |
Ҡырғыҙстандың дәүләт флагы — ҡыҙыл тура мөйөшлө туҡыма, уның уртаһында алтын төҫтәге нурҙарын (ҡырҡ нур) тигеҙ таратыусы түңәрәк ҡояш дискыһы һүрәте урынлашҡан. Ҡояш дискыһы эсендә ҡыҙыл төҫтәге ҡырғыҙ тирмәһенең төндөгө һүрәте төшөрөлгән.
Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт флагының киңлеге уның оҙонлоғоноң биштән өс өлөшөн тәшкил итә. Нурлы дисктың диаметры — Ҡырғыҙ Республикаһының дәүләт флагы киңлегенең биштән өс өлөшө. Ҡояш һәм нурлы дисктарҙың диаметрҙары нисбәте биштән өс өлөш. Төндөк диаметры нурлы диск диаметрының яртыһын тәшкил итә.
Ҡырғыҙ халҡының орнаменталь мәҙәниәтендәге ҡояш яҡтылыҡты, асыҡлыҡты, йәшәү сыҙамлығын аңлата. Ялҡын теленә оҡшаш ҡырҡ нур — халыҡ булып берләшкән ҡырҡ ҡәбиләне аңлата.
Төндөк — сфера формаһындағы конструкция, ҡырғыҙҙарҙың "боҙ өйө"нөң (ҡырғыҙ тирмәһенең атамаһы) осонда ҡуйыла һәм ул яҡтылыҡ биреүсе тәҙрә булып тора. Төндөктөң түңәрәк рамаһы ике яғы менән тәре рәүешендә тоташтырылған бирсәләрҙән тора. Төндөк күк менән ерҙе тоташтыра һәм йорт усағының билдәһе итеп ҡабул ителә. Бынан тыш, ул илдә йәшәгән бөтә халыҡтарҙың берҙәмлеген, шулай уҡ төрки халыҡтарҙың исламға тиклемге дине — тәңреселекте символлаштыра.
Ҡырғыҙстан Республикаһының дәүләт флагы һәм уның һүрәте, ҙурлығына ҡарамаҫтан, Ҡырғыҙстан президенты резиденцияһында һаҡланыусы дәүләт флагы эталонының төҫлө һәм схемалы һүрәттәренә тап килергә тейеш. Дәүләт флагы төҫтәре ҠР дәүләт флагының техник спецификацияһында күрһәтелгән төҫтәргә тап килергә тейеш.
Төҫө | PANTONE | CMYK | RGB | HEX |
---|---|---|---|---|
Ҡыҙыл | PANTONE 1788 °C | 0-100-100-0 | 255-0-0 | #ff0000 |
Һары (алтын) | PANTONE Yellow C | 0-0-100-0 | 255-255-0 | #ffff00 |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ҡырғыҙстан флагы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.