Ҡарлыманбаш (рус. Карламанбаш) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл.
2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 204 кеше. Почта индексы — 453001, ОКАТО коды — 80235865004.
Ауыл | |
Ҡарлыманбаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды | 02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) буйынса өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (100 %).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 312 | ||||
1920 йыл 26 август | 372 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 431 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 315 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 179 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 224 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 204 | 108 | 96 | 52,9 | 47,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
XVIII быуат аҙағында шул уҡ исемдәге йылға буйында урынлашҡан Үрге һәм Түбәнге Ҡарлыман ауылдары билдәле була. Уларҙың беренсеһе XIX быуат башында Ҡарлыманбаш, икенсеһе — Ҡарлыман тип атала. 1795 йылда Ҡарлыманбашта 5 ихата һәм 24 кеше йәшәгән. Һуңғы һандар ревизия алдынан ауылға нигеҙ һалыныуын күрһәтә. 1850 йылда ауылда 15 йортта 160 кеше йәшәй. Уларҙың артабанғы үҫешен 1920 йылдағы мәғлүмәттәр иҫбатлай: Ҡарлыманбашта — 372 кеше һәм 75 ихата булған.
1839 йылда Ҡарлыманбаш кешеләренең 100 аты, 120 һыйыры, 25 һарығы, 30 кәзәһе була. Умартасыларҙың 200 умартаһы булған. Һәр береһенә 5 бот ҡыш һәм яҙғы иген сәсә. Иҡтисадтың төп тармаҡтарынан тыш, ауыл халҡы мәғдән һәм тоҙ ташыу менән шөғөлләнгән, ҡайһы берҙәре һунар иткән.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ҡарлыманбаш, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.