Ғәммәр Ибн Йәсир

Ғәммәр ибн Йәсир, Әбү әл-Яҡзан Ғәммәр ибн Йәсир әл-Мәзхажи (ғәр.

х.">22 июль 657 Сиффин) — Мөхәммәт Пәйғәмбәр сәхәбәләренең береһе. Ул Пәйғәмбәр менән бергә Мәҙинәгә.күсенгән мөһәжирҙәрҙең береһе була .

Ғәммәр ибн Йәсир
араб. عمار بن یاسر
Портрет
Күфә наибы (наместнигы)
Алдан эшләүсе:

?


Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Ғәммәр ибн Йәсир ибн Әмир әл-Мәзхажи

Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

полководец, вали, шағир

Тыуған көнө:

570

Тыуған ере:

Мәккә, Хижәз

Үлем көнө:

22 июль 657({{padleft:657|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Үлгән ере:

Q3960268?

Ил:

Ғәммәр Ибн Йәсир Хаҡ хәлифәт

Дине:

ислам

Атаһы:

Ясир ибн Амир[d]

Әсәһе:

Сүмәйә бинт Хәйәт

Бәрелештәр:

Бәҙер һуғышы, Битва при Табуке[d], Битва под Акрабой[d], верблюжья битва[d] һәм Сиффинская битва[d]

Эш урыны:

Әл-Күфә

Ғәммәр Ибн Йәсир Ғәммәр ибн Йәсир Викимилектә

Биографияһы

Тулы исеме: Әбү Яҡзан Аммар Ибн Ясир ибн Әмир Ибн Мәлик Әл-Мәзһажи.Атаһы сығышы менән Йәмәндән, һуңынан Мәккәгә күсеп китә. Ул Аллаһ Рәсүле менән бер йылда тыуған. Ғәммәр пәйғәмбәрлек иңгәнгә тиклем үк Мөхәммәттең дуҫы була. Әсәһенең исеме Сүмәййә бинт Хәйәт, ә атайһы — Йәсир ибн Әмир.

Ғәммәр ислам ҡабул итә. Уның менән бергә ата-әсәһе лә ислам ҡабул итәләр. Беренсе мосолмандарҙың күбеһе кеүек үк, Ғәммәрҙең ғаиләһе лә йәберләүҙәргә дусар була. Уның атаһы Мәккә кешеһе булмағанға, ә әсәһе Мәхзүмиттәрҙең хеҙмәтсеһе булыу сәбәпле, уларҙың хәле башҡа мосолмандар ҡарағанда ауырыраҡ була. Мәккәлеләр, уларҙы исламдан баш тарттырырға теләп, бик ҡаты язалайҙар, һәм, ахыр сиктә, Ғәммәрҙең ата-әсәһе үлтерелә. Әбү Йәһел үлтергән Сүмәййә - Ғәммәрҙең әсәһе - ҡатын-ҡыҙҙан Исламдағы беренсе шәһит һанала.

Ғәммәр үҙе лә бер нисә тапҡыр мәжүсиҙәр яғынан кәмһетеүҙәргә һәм язалауҙарға дусар була. Бер ваҡыт Ғәммәрҙе язалағанда ул үҙен күп илаһлы тип әйтә. Мөхәммәт пәйғәмбәр уға асыуланмаған, сөнки бының язалауҙар арҡаһында эшләгәнен белгән.

Ғәммәр Мәҙинәләге мәсеттәр төҙөлөшөндә ҡатнаша.

Ғәммәр беренселәрҙән булып Мәҙинәгә һижрәт итә. Ул унда ислам дәүләтенең нығыуына үҙ өлөшөн индерә. Әбү Бәкер һәм ибн әл-Хаттаб хәлифәте осоронда Бәҙерҙән Табуҡҡа тиклем шулай ул бөтә һуғыштарҙа ҡатнаша .

Хәлифә Әбү Бәкер идара иткән осорҙа ул Йәмәмәлә диндән баш тартыусыларға ҡаршы һуғыша. Ғүмәр заманында ул Әл-Күфәнең идарасыһы булып китә Әммә Күфә халҡы, ҡорайыштарҙан булмаған өсөн, уны лидер итеп ҡабул итмәй. Ике йылдан уны Әбү Муса ал-Әшғари алыштыра. Усман хәлифә идара иткән осорҙа ул сәйәси хәлде өйрәнеү өсөн Мысырға юллана һәм Усманға был провинцияла фетнә башланыуы тураһында хәүефле хәбәрҙәр менән ҡайта.

Вафаты

Али ибн Әбү Талип хәлифә ваҡытында Ғәммәр уның хакимлығын таный, һәм граждандар һуғышы ваҡытында хәлифә яғында һуғыша. 657 йылдың 22 июлендә Сиффин янындағы һуғыштаһәләк була (һижри 37 й. ,4 сәфәр ) .

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

  • Али-заде А. А. Аммар ибн Йасир // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8. (CC BY-SA 3.0)
  • Ammār b. Yāsir / Reckendorf, H. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed : [англ.] : in 12 vol. / ed. by P. J. Bearman, Th. Bianquis, C. E. Bosworth, E. van Donzel, B. Lewis, W. P. Heinrichs et al. — Leiden : E.J. Brill, 1960—2005. (платн.)


Tags:

Ғәммәр Ибн Йәсир БиографияһыҒәммәр Ибн Йәсир ИҫкәрмәләрҒәммәр Ибн Йәсир ҺылтанмаларҒәммәр Ибн Йәсир22 июльМәҙинәМөхәммәт (Пәйғәмбәр)МөһәжирРус телеҒәрәп теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Аҡ ҡурғашАнглияДурбанАтауллин Талха Атаулла улыӨлкән ЭддаЕҙтырнаҡ (төрки халыҡтар мифологияһында)МәҙинәТНК-BPМадридТонгаКабулИраҡ1941 йыл9 декабрьКубаҠыҙыл паша (пьеса)Шиғриәт1925 йылАвстрияКвадрат километрХатшепсутУкраинаИслам тарихы22 мартМалайзияВенаСиреналарЦементКесе ЭддаҠыҫалаҠылымРәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы1921 йылҒафуров Мадрил Абдрахман улыБашҡортостан тарихыХоккейСүрәФранцияВампир1949 йылМагнит (тау)6 декабрьКаратеЧех телеАнархизм1844 йылФранц КафкаТормошАсыҡ контентЗволлеӘҙәбиәтБашланғыс белемРадиоШвецияҠытайБөйөк БританияРостов өлкәһеСанкт-ПетербургДжибути1918 йылYouTubeБоронғо Греция архитектураһыИсламабадКөршәк яһауБерләшкән Милләттәр ОйошмаһыСан-Томе һәм ПринсипиСәхәр🡆 More