Шәйбә ибн Хашим әл-Ҡорайши (ғәр.
Ғәбд әл-Моталлип | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Ҡушамат | الفياض |
Тыуған көнө | 480 |
Тыуған урыны | Мәҙинә |
Вафат булған көнө | 579 |
Вафат булған урыны | Мәккә, Хижәз |
Ерләнгән урыны | Джаннат аль-Муалля[d] |
Атаһы | Хашим ибн Абд Манаф[d] |
Әсәһе | Сальма бинт Амр[d] |
Бер туғандары | Асад ибн Хашим[d] |
Хәләл ефете | Фатима бинт Амр[d], Хала бинт Вухайб[d], Сумра бинт Джундаб[d], Любна бинт Хаджар[d], Натиля бинт Джанаб[d] һәм Муманнаа бинт Амр[d] |
Балалары | Абу Талиб ибн Абд аль-Мутталиб[d], аз-Зубайр ибн Абд аль-Мутталиб[d], Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип, Харис ибн Абд аль-Мутталиб[d], Хәмзә ибн Ғәбд әл-Моталиб, Сафия бинт Абд аль-Мутталиб[d], Әбү Ләһәб, Атика бинт Абд аль-Мутталиб[d], аль-Гайдак ибн Абд аль-Мутталиб[d], аль-Мукаввим ибн Абд аль-Мутталиб[d], Дирар ибн Абд аль-Мутталиб[d], Касум ибн Абд аль-Мутталиб[d], Хаджль ибн Абд аль-Мутталиб[d], Умама бинт Абд аль-Мутталиб[d], Умм Хаким бинт Абд аль-Мутталиб[d], Барра бинт Абд аль-Мутталиб[d], Арва бинт Абдул Мутталиб[d] һәм Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип |
Һөнәр төрө | сауҙагәр |
Шәйбә ибн Хашим Мәҙинәлә 497 йылда тыуған. Ул Хашим ибн Ғәбд Манафтың улы була (хашимиҙар нәҫеленең башлаусыһы).
Хашим ибн Ғәбд Манафтың вафатынан һуң хажды ойоштороу бурысы уның бер туғаны Моталлип ибн Ғәбд Манафҡа күсә. Моталлип ибн Ғәбд Манаф Мәҙинәгә килгәс, Шәйбәне лә үҙе менән Мәккәгә ала. Мәккәлә Шәйбәне Моталлиптың ҡоло тип уйлайҙар Ғәбд әл-Моталлип тип йөрөтә башлайҙар (ғәр. عبد المطلب — Моталлип ҡоло). Моталлиптың вафатынан һуң Ғәбд әл-Моталлип хаж ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә ала һәм кешеләрҙең ихтирамын яулай.
Мөхәммәттең (салләЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) әсәһе Әминә бинт Ваһаб үлгәс, Ғәбд әл-Моталлип аоты йәшлек ейәнен үҙенә ала. Әммә ул да ике йылдан баҡыйлыҡҡа күсә, һәм баланы ҡарарға уның улы Әбү Талип үҙенә ала.
Ғәбд әл-Моталлиптың 10 улы һәм 6 ҡыҙы була:
Балалары араһынан Ғабдуллаһ бик яратҡан улы була. Бәйән ителеүенсә, Ғәбд әл-Моталлип ун улы тыуһа, береһен ҡорбанға килтерәм тип нәҙер әйткән булған. Улдары үҫеп еткәс нәҙере иҫенә төшкән. Ҡорбанға йәрәбә һалғас, ул Ғабдуллаһҡа сыҡҡан. Ҡорайыштар кәңәше менән ул нәҙерен үҙгәрткән һәм улы өсөн йөҙ дөйәне ҡорбан итеп салған. Буласаҡ Пәйғәмбәрҙең атаһы булған ул йөҙ дөйә хаҡы менән алып ҡалған улы. Тик улы йәшләй — 25 йәшендә вафат булып ҡала.
Ғабдуллаһ ибн Ғәбд әл-Моталлип ҡайһы бер сығанаҡтарҙа улын күреп өлгәрмәгән, ҡайһы берҙәрендә ул үлгәндә буласаҡ Пәйғәмбәр ике айлыҡ булып ҡалған тип әйтелә.
Ғәбд әл-Моталлип, килене лә үлеп ҡалғас, ейәне Мөхәммәтте үҙенә аҫрарға ала, әммә бынан һуң ике йыл ғына йәшәп ҡала, баҡыйлыҡҡа күсә.
Ғәбд әл-Моталлиптың ысын исеме Ғәбд әл Ғүззә тигән улының ҡушаматы — Әбү Ләһәб. Уның исеме Ислам тарихында ҡара дошманлығы менән яҙылып ҡалған. Ул Пәйғәмбәрҙең рисаләтенә ышанмай, мыҫҡыллай, вәғәздәрен юҡҡа сығарып Ҡәғбәтуллаһ алдында сығыш яһай. Ҡатыны менән икәүләп Рәсүлуллаһны бик рәнйетәләр. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡыҙҙары Әбү Ләһәб улдарына йәрәшелгән була: Руҡайяны — Ғүтбәгә, Өммөгөлсөмдө Ғүтәйбәгә бирергә тейеш булаллар. Әммә Әбү Ләһәб уларҙы килен итеп алыуҙан баш тарта.
Уның хаҡында исемләп «Ләһәб» («Бау») тигән сүрә иңә. Мосолмандар Ҡөрьәнгә ингән ошо 111-се сүрәгә ярашлы уны «Ут Атаһы», «Тамуҡ Әһеле» тигәнде аңлатҡан ҡушаматы менән генә атап йөрөтә.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ғәбд әл-Моталлип, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.