Яңы Ер

Яңы Ер (помор.

Яңы Ер административ округы булараҡ Рәсәйҙең Архангельск өлкәһе составына инә. Һәм урындағы үҙидара сиктәрендә Яңы Ер ҡала округы статусында тора.

Яңы Ер
Яңы Ер архипелагы
Яңы Ер архипелагы
Характеристикалар
Утрауҙар һаны> 200 
Иң эре уртауТөньяҡ  
Майҙаны83 000 км²
Иң бейек нөктәһе1547 м
Халҡы3576 чел. (2021)
Халыҡ тығыҙлығы0,04 кеше/км²
Урынлашыуы
HGЯO
Йыуыусы акваторияБаренц диңгеҙе, Кара диңгеҙе
Ил
РФ субъектыАрхангельск өлкәһе
Рәсәй
Красная точка
Яңы Ер
Яңы Ер Яңы Ер Викимилектә

Географияһы һәм климаты

Архипелаг ике ҙур утрауҙан — тар (2-3 км) Маточкин шар боғаҙы менән айырылған Төньяҡ һәм Көньяҡ, тағы ла сағыштырмаса ҙур булмаған утрауҙарҙан (улар араһында иң ҙуры — Междушарский) тора. Төньяҡ утрауҙың төньяҡ-көнсығыш осо — Флиссинг мороно — Европаның иң көнсығыш нөктәһе.

Яңы Ер 
Кусов Ере — Яңы Ер архипелагының сағыштырмаса ҙур утрауы

Архипелаг көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан 925 км-ға һуҙылған. Яңы Ерҙең иң төньяҡ нөктәһе — Ҙур Оран утрауҙарының көнсығыш утрауы, иң көньяҡ нөктәһе — Петухов архипелагының Пынин утрауҙары, көнбайыш — Көньяҡ утрауҙың Гусиная Земля ярымутрауындағы исемһеҙ морон, көнсығыш — Төньяҡ утрауҙың Флиссинг мороно. Бөтә утрауҙарҙың майҙаны — 83 мең км²; Төньяҡ утрауҙың киңлеге 123 км тиклем, Көньяҡ утрауҙың — 143 км тиклем.

Көньяҡта Вайгач утрауынан Карск ҡапҡалары боғаҙы (киңлеге — 50 км) менән айырыла.

Климаты арктик һәм ҡырыҫ. Ҡыш оҙон һәм һыуыҡ, йыш ҡына көслө ел (катабатик ел тиҙлеге 40-50 м/с етә) һәм бурандар була, шуның менән бәйле әҙәбиәттә Яңы Ерҙе ҡайһы берҙә «Елдәр иле» тип атайҙар. Һыуыҡтар -40 °C етә. Иң йылы айҙың — августың уртаса температураһы — төньяҡта 2,5 °C-тан көньяҡта 6,5 °C-ҡа тиклем. Архипелагтың үҙендә ҙур булмаған күлдәр күп; ҡояш нурҙары аҫтында көньяҡ райондарҙа һыу температураһы 18 °C тиклем етеүе мөмкин.

Төньяҡ утрауҙың майҙанының яҡынса яртыһын боҙлоҡтар биләй. Яҡынса 20 000 км² территорияла оҙонлоғо сама менән 400 км һәм киңлеге 70-75 км-ға тиклем һуҙылған тотош боҙ ҡатламы урынлашҡан. Боҙҙоң ҡалынлығы 300 метрҙан ашыу. Ҡайһы бер урындарҙа боҙлоҡ боҙ кәртәләре һәм айсбергтар барлыҡҡа килтереп фьордтарға төшә йәки асыҡ диңгеҙгә ҡапыл өҙөлә. Яңы Ер боҙлоҡтарыноң дөйөм майҙаны — 29 767 км², шуларҙың яҡынса 92 % — япма боҙлоҡ, 7,9 % — тау боҙлоҡтары. Көньяҡ утрауҙа арктик тундра райондары бар.

Файҙалы ҡаҙылмалар

Архипелагта, тәү сиратта, Көньяҡ утрауҙа — файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары билдәле — күбеһенсә, ҡара һәм төҫлө металл мәғдәндәре. Иң әһәмиәтлеһе — Рогачёв-Тайнинск марганец-мәғдән районы, фаразлауҙар буйынса — Рәсәйҙә иң ҙуры. Марганец мәғдәндәре — карбонатлы һәм окислы. Составында 8-15% марганец булған карбонатлы мәғдәндәр яҡынса 800 км² майҙанда таралған, Р2 категориялы күҙалланған ресурстар 260 млн т тәшкил итә. Марганец миҡдары 16-24% алып 45%-ҡа тиклем булған оксидлы мәғдәндәр башлыса райондың төньяғында — Төньяҡ-Тайнинск мәғдән майҙанында тупланған, Р2 категориялы ресурстар прогнозы 5 млн т тәшкил итә. Технологик һынауҙар һөҙөмтәләре буйынса мәғдән металлургия концентраты алыу өсөн яраҡлы. Оксидлы мәғдәндәрҙең бөтә ятҡылыҡтары асыҡ ысул менән эшкәртелә ала.

Полиметалл мәғдән ятҡылыҡтары булған бер нисә мәғдән майҙаны (Павловское, Төньяҡ, Перевальное) асылған. Шул уҡ исемдәге мәғдән майҙаны сиктәрендә урынлашҡан Павловское ятҡылығы әлегә баланс запастары раҫланған Яңы Ерҙәге берҙән-бер ятҡылыҡ булып тора. Көньяҡ утрауҙа саф баҡыр һәм баҡырлы ҡомташ сығанаҡтары билдәле.

Билдәле мәғдән баҫыуҙары тәбиғәт шарттары, хужалыҡта етерлек кимәлдә үҙләштерелмәүе һәм архипелагтың айырым статусы булыу менән ауырлашҡан өҫтәмә өйрәнеүҙе талап итә.

Архипелагты йыуыусы диңгеҙҙәр акваторияһында нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләү өсөн перспективалы бер нисә геологик структура асыҡланған.

Рәсәй шельфында иң ҙур Штокман газоконденсат ятҡылығы, Яңы Ер яры буйынан 300 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Флора һәм фауна

Яңы Ер 
Русанов ярымутрауы
Яңы Ер 
Яңы Ер 
Рус Арктикаһы милли паркы: Яңы Ер архипелагының төньяҡ өлөшө

Яңы Ер архипелагы уникаль тәбиғәт төбәге булып тора. Уның фаунаһы һәм флораһы халыҡтың аҙ булыуы һәм кешенең техноген ҡыҫылыу булмау тиерлек һөҙөмтәһендә һаман да тәбиғи хәлен һаҡлап килә. Яңы Ерҙең экосистемалары арктик сүллек (Төньяҡ утрау) һәм арктик тундра биомаларына инә.

Фитоценоздарҙы барлыҡҡа килтереүҙә мүктәр һәм лишайниктар төп роль уйнайҙар. Лишайниктар бейеклеге 3-4 см артмаған кладоний төрҙәренән тора. Шулай уҡ арктик бер йыллыҡ үләндәр ҙә ҙур роль уйнай. Утрауҙарҙың ярлы флораһына хас күренеш булып йәйелеүсән төрҙәр хас, мәҫәлән, баҡатал, таштишәр, тау лишайнигы һәм башҡалар. Көньяҡ өлөшөндә күпселек йәһәттән кәрлә ҡайын, мүк һәм тәпәш үлән үҫә, йылға, күл һәм ҡултыҡтар янындағы райондарҙа бәшмәктәр күп була (гөрөз, баллы бәшмәктәр).

Иң ҙур күл — Гусиное күле. Унда сөсө һыуҙа йәшәгән балыҡ, атап әйткәндә, арктик еҙмыйығы бар.

Архипелаг акваторияһында зоопланктон, шул иҫәптән эвфаузиидтар һәм криль күҙәтелә. Бентос та бай: биомассаһы юғары булған райондар боҙ ситенә тура килә.

Төрлө авторҙарҙың берләштерелгән мәғлүмәттәре буйынса, Яңы Ер архипелагында иңкештәрҙең 6 төрө асыҡланған. Көньяҡ утрауында 6 төр көндөҙгө күбәләк табылған.

Архипелаг утрауҙарында Арктиканың Рәсәй районындағы иң ҙур ҡош баҙарҙарын табырға мөмкин. Бында кайралар, тупиктар, сарлаҡтар ҡуналар. Ҡоштарҙан был тирәгә поляр сарлағы, ҡара аҡсарлаҡтар (ҡыҫҡа ҡойроҡло, оҙонҡойроҡло, уртаса), йомағара, бургомистр, аҡ ағуна, сыбар ҡаҙ, сәңгелдәк ҡаҙ, ҡуян ябалағы, гага, юл турғайы, мөгөҙлө һабан турғайы, таштурғай, таҡыя турғай, аҡбаш турғай хас. Шулай уҡ ҡыйҡылдаҡ һәм бәләкәй аҡҡоштар осрай. Һыу ҡоштары һәм сәпсәүҙәр күбеһенсә күлдәрҙә, һаҙланған уйһыулыҡтарҙа, йылғаларҙа һәм шишмәләрҙә осрай. Поляр сүллек зонаһында ҡоштар бик аҙ — ер өҫтө ҡоштары өсөн туҡланыу базаһы етешмәүе һәм экстремаль климат шарттары ҡайһы бер төрҙәрҙең ҡырҡа кәмеүенә һәм икенселәренең бөтөнләй булмауына килтерә. Поляр сүллек зонаһында юғары һандарҙы диңгеҙ менән бәйле төрҙәр генә тота ала, шуға күрә был зонаның орнитофаунаһында сарлаҡтар (бургомистр, аҡ аҡсарлаҡ, поляр сарлаҡ) һәм сәпсәүҙәр өҫтөнлөк итә; турғай һымаҡтарҙан тик аҡбаш турғай ғына йәшәй.

Имеҙеүселәр ҡоштарға ҡарағанда аҙ һанлы һәм һирәгерәк осрай. Шуларҙан аҡ төлкөләр, леммингтар, шулай уҡ төньяҡ боландары таралған. Аҡ айыуҙар көньяҡ райондарға һыуыҡтар етеү менән килә, улар урындағы халыҡҡа хәүеф тыуҙыра. Әгәр аҡ төлкө һәм леммингтар даими йәшәүселәргә инәләр икән, болан һәм аҡ айыу утрау буйлап әүҙем күсенәләр. Лемминг утрау биләмәһендә һирәк осраған төрҙәргә ҡарай, ләкин уның һаны төрлө йылдарҙа һиҙелерлек тирбәлә. Диңгеҙ хайуандарынан нерпа, диңгеҙ ҡуяндары, морждар, киттар, шул иҫәптән белуха осрай. XVI—XVIII быуаттарҙа акваторияға атлантик морж, гренланд тюлене, бүрекле тюлень һәм һоро тюлень йөҙөп ингән булған. Әлеге ваҡытта ошо йәнлектәрҙең һаны ныҡ кәмегән һәм улар Яңы Ер районынан юғалған тиерлек. Архипелагтың төньяғында (Оло һәм Бәләкәй Оран утрауҙары, Гемскерка утрауы һәм башҡалар) морждарҙың ҙур булмаған ятҡылыҡтары һаҡланған.

Рус Арктикаһы милли паркы

Яңы Ер архипелагының төньяҡ өлөшөндә Рус Арктикаһы милли паркы урынлашҡан. 2009 йылдың 5 июнендә булдырылған милли парк составына дөйөм майҙаны 1 426 000 гектар тәшкил иткән запас ерҙәр ингән, шуларҙың 632 090 гектары — ҡоро ер, 793 910 гектары — диңгеҙ акваториялары. Төбәктә Төньяҡ ярымшарҙағы иң ҙур «ҡош баҙарҙары» (кайралар һәм гагалар) урынлашҡан, морж ятҡан урындар бар, аҡ айыуҙарҙың, гренланд киттың, сәпсәүҙәрҙең, гренланд тюлендәренең һәм нерпаларҙың йәшәү төйәге булып тора. Парк Арктиканың үҙенсәлекле тәбиғәтен һаҡлау өсөн булдырылған. Милли парк булдырыу тәҡдимен географ һәм поляр тикшеренеүсе П. В. Боярский яһаған. Милли паркта диңгеҙ, яр һәм диңгеҙ буйы экосистемалары өҫтөнлөк итә — хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең төп төрҙәре туҡланыу ресурстарына йәки йәшәү урынына бәйле.

Флора юғары арктик һәм арктик тундраға хас һәм поляр мәк, таштишәр, драба, поляр тал һ.б. үҫемлектәрҙән тора. Рус Арктикаһы парк биләмәһендә Рәсәйҙең һәм Халыҡ-ара ҡыҙыл китапҡа индерелгән йәнлектәрҙең бер нисә төрө йәшәй: аҡ айыу, атлантик морж, нарвал, гренланд киты, төньяҡ боланының яңы ерҙәге ярым төрө, шулай уҡ ҡоштарҙың бер төркөм төрҙәре, шул иҫәптән ҡара ҡаҙ, йыуан суҡышлы кайра.

Милли парктың үҙенсәлекле мәҙәни мираҫы ла бар: бында XVI быуаттан алып Рәсәй Арктикаһын асыу һәм үҙләштереү тарихы, атап әйткәндә, рус поляр тикшеренеүселәре Русанов һәм Седов эшмәкәрлеге менән бәйле урындар һәм объекттар, шулай уҡ унан алда көнбайыш европалылар өсөн ошо ерҙәрҙе асҡан Голландия диңгеҙ йөҙөүсеһе Виллем Баренц тың һәм унан алда булған рус поморҙары туҡталҡалары урынлашҡан.

Тарихы

Боронғо заманда Яңы Ерҙә Усть-Полуй археологик мәҙәниәтенә ҡараған билдәһеҙ ҡәбилә йәшәгән.

Көньяҡ утрауындағы Баҡыр ярымутрауында (Костин Шар боғаҙының көнсығыш яры) Малые губы ҡултығы ярының төньяҡ өлөшөндә ике таш лабиринт табылған.

Фаразлауҙар буйынса, Яңы Ерҙе XII—XIII быуатта Новгород сауҙагәрҙәре асҡан, әммә быны ышандырырлыҡ тарихи-документаль дәлилдәр юҡ. Архипелагты беренсе асыусылар боронғо скандинавтар тип тә әйтеп булмай. Ни тиһәң дә, утрау атамаһы бик боронғо рус сығышлы.

Көнбайыш европалыларҙан тәүгеләрҙән булып архипелагты 1553 йылда инглиз диңгеҙ йөҙөүсеһе Хью Уиллоби килеп күргән. Ул король Эдуард VI указы буйынса «Төньяҡ-Көнсығыш үтеү юлын эҙләү» һәм Рус дәүләте менән мөнәсәбәттәр булдырыу өсөн Лондондың «Мәскәү компанияһы» экспедицияһын етәкләй (1547-1553).

1594 йылда Голландия сәйәхәтсеһе Виллем Баренцтың беренсе экспедицияһы Яңы Ерҙәге Строганова ҡултығында зәңге ауырыуынан һәләк булған урыҫ ауылын таба. Экспедицияла ҡатнашыусылар тарафынан Яңы Ерҙең көнбайыш ярындағы бер нисә урында урыҫтарҙың булыу эҙҙәре табыла. XV—XVI быуаттар дауамында Яңы Ергә йәнлектәр һуғыу кәсебе менән шөғөлләнгән рус сәнәғәтселәренең килеүе асыҡ күренә.

1595 йылда фламанд ғалимы Герард Меркаторҙың картаһында Яңы Ер берҙәм утрау йәки хатта ярымутрау кеүек күренә.

Үҙенең өсөнсө экспедицияһы барышында Баренц 1596 йылда Яңы Ерҙең төньяҡ сиген урап үтә һәм Төньяҡ утрауҙың көнсығыш яры буйында Боҙло гавань (1597) районында ҡышлай. 1871 йылда Эллинг Карлсендың норвегия поляр экспедицияһында был урында Баренцтың һаҡланып ҡалған өйө табыла, унда һауыт-һаба, тәңкәләр, стенаға эленгән сәғәт, ҡорал, навигация ҡоралдары, шулай уҡ ҡышлау тураһында яҙма отчёт табыла.

Яңы Ер 
Блау атласындағы Рәсәй картаһында «Мурманск диңгеҙе» һәм Яңы Ер, 1645 йыл

1652 һәм 1671 йылдарҙа батша Алексей Михайлович указы буйынса көмөш мәғдән табыу өсөн Яңы Ергә Роман Неплюев һәм Иван Неклюдовтың экспедициялары юллана, һәм уларҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тиерлек һәләк була.

1671 йылда Парижда «Путешествие в Северные Страны» әҫәре сыға, уның авторы — Нормандия дворяны Пьер-Мартен де Ламартиньер — 1653 йылда Дания сауҙагәрҙәре карабында Яңы Ерҙә булып китә. Көньяҡ утрау ярына төшкәс, Дания моряктары һәм Мартиньер уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған ағас боттарға табынған һунарсыларҙы осрата.

Билдәле голланд ғалимы-тәбиғәтсе Николаас Витсен «Северная и Восточная Тартария» (1692) китабында — Көнбайыш Европала Себер һәм Рус Төньяғы тураһындағы тәүге ғилми хеҙмәтендә — Пётр I Яңы Ерҙә хәрби форт төҙөргә ниәтләгән тип хәбәр итә.

1760-1761 йылдарҙа Савва Лошкин беренсе булып ладьяға ултырып Яңы Ерҙең көньяҡтан төньяҡҡа табан көнсығыш яры буйлап уҙа. Быға ике йыл сарыф ителә.

Яңы Ерҙе тәүге урыҫ тикшеренеүсеһе тип Фёдор Розмыслов (1771 й. үлә) һанала. 1768 йылдың июлендә Розмыслов етәкселегендә экспедиция өс мачталы кочта Маточкин Шар боғаҙын үлсәй һәм тикшерә, уға ентекле физик-географик, метеорологик тасуирламаһа яһай һәм яр буйының ентекле картаһын төҙөй. Архангельск ҡалаһы губернаторы А. Е. Головцын Розмыслов экспедицияның ғилми һөҙөмтәләре күсермәләре менән Екатерина II рапорт ебәрә. Унан һуң да тикшеренеүҙәр була.

Ғилми тикшеренеүҙәрҙәге уңыштарға ҡарамаҫтан, Яңы Ер XIX быуат аҙағына тиклем кеше йәшәмәгән архипелаг була, унда норвегтарҙың һәм поморҙарҙың балыҡ тотоу һәм һунар итеү ерҙәре булған. Тегеләр ҙә, башҡалар ҙа утрауҙарҙа йәшәй алмағандар, һәм Яңы Ер күсеп ултырыу пункты ғына булып ҡала. Ваҡыты-ваҡыты менән ваҡ дипломатик конфликттар килеп тыуа, уларҙа Рәсәй империяһы «Яңы Ер архипелагы Рәсәй биләмәһе булып тора» тип белдерә.

Архипелагта даими йәшәгән тәүге кеше — Фома Вылка. 1869 йылдан алып даими рәүештә, Печоранан карбаста ғаиләһен: ҡатынын, 2 улын һәм 2 ҡыҙын күсергәс, йәшәй.

Уларҙан һуң, Яңы Ергә 1872 йылда бер нисә ненец ғаиләһе даими йәшәргә күсеп килә. 1877 йылда Малые Кармакулы торамаһына нигеҙ һалына, ҡайҙа хакимиәт бойороғо буйынса 24 кешенән торған 6 ненец ғаиләһе күсерелә.

Яңы Ер 
Яңы Ер. Космостан күренеш.

Икенсе донъя һуғышы башланыр алдынан архипелагта 12 даими торама иҫәпләнгән. 1942 йылдың 18 авгусында Беломорье хәрби флотилияһы составында Новоземель хәрби-диңгеҙ базаһы ойошторола, 10 сентябрҙә Рогачёвта аэродром, 25 сентябрҙә Самоед бухтаһында диңгеҙ аэродромы төҙөлөп бөтә, Белушья Губа бухтаһында пирстар йыһазландырыла.

1988 - 2014 йылдарҙа архипелагта П.В. Боярский етәкселегендә Д.С. Лихачев исемендәге Рәсәй мәҙәни һәм тәбиғи мираҫ ғилми-тикшеренеү институтының Диңгеҙ арктик комплекслы экспедицияһы эшләй.

2009 йылда географ һәм поляр тикшеренеүсе П.В. Боярский башланғысы менән архипелагтың төньяғында «Рус Арктикаһы» милли паркы булдырыла.

2015 йылда Төньяҡ флот гидрографтары тарафынан ете морон һәм дүрт боғаҙҙоң барлыҡҡа килеүе теркәлә, Арктиканың Рәсәй өлөшөндә туғыҙ утрау асыла.

Бөтәһе Яңы Ер һәм Франц-Иосиф Ере архипелагтары районында 2015-2019 йылдар осоронда 40-ҡа яҡын яңы утрау, морон һәм бухта табылған һәм теркәлгән.

Халҡы

Яңы Ер 
Рогачёво (ҡасаба)
Яңы Ер 
Русаново ултырышы

Административ планда архипелаг Архангельск өлкәһенең айырым муниципаль берәмеге булып тора. Яңы Ергә инеү өсөн махсус пропуск талап ителә.

1990-сы йылдар башына тиклем Яңы Ерҙә торама пункттарҙың булыуы дәүләт сере була. Белушья Губа ҡасабаһының почта адресы «Архангельск-55» була, Рогачёво ҡасабаһының, Төньяҡ утрауҙың көньяғында һәм Көньяҡ утрауҙа урынлашҡан "нөктәләр"ҙеке — «Архангельск-56»; Төньяҡ утрауҙың һәм Франц-Иосиф Еренең төньяғында урынлашҡан «нөктәләр»ҙеке - «Красноярск крайы, Диксон-2 утрауы» (улар менән Диксон аша бәйләнеш була). Административ үҙәге — Көньяҡ утрауҙа урынлашҡан Белушья Губа ҡала тибындағы ҡасабала 2861 кеше йәшәй (2022). Яңы Ерҙәге кеше йәшәгән икенсе торама пункт — Белушья Губанан 12 км алыҫлыҡтағы Рогачёво ҡасабаһы (715 кеше, 2022). Бында хәрби аэродром - Амдерма-2 урынлашҡан. Маточкин Шар боғаҙының көньяҡ ярында — Северный ҡасабаһы урынлашҡан (даими халҡы юҡ), ер аҫты һынауҙары, тау һәм төҙөлөш-монтаж эштәре базаһы ролен үтәй. Төньяҡ утрауҙа әлеге ваҡытта торама пункттар юҡ.

Урындағы халыҡ — ненецтар 1950 йылда хәрби полигон ойошторолған осорҙа утрауҙарҙан тулыһынса күсерелә. Ҡасабалар халҡы башлыса хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән һәм төҙөүселәрҙән тора.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Морской сборник. — 1991. — № 9. — С.6-11.

  • Кудрявцев Г. Г. Архипелаг возмездия, или как создавался новоземельский ядерный полигон. // Военно-исторический журнал. — 1993. — № 3. — С.71-76.
  • Испытания ядерного оружия и ядерные взрывы в мирных целях в СССР. — М.:РФЯЦ—ВНИИЭФ, 1996.
  • Шитиков Е. А. В интересах флота. Новая Земля. // Морской сборник. — 1994. — № 9.
  • Ядерные взрывы в СССР. Северный испытательный полигон. Вып. 2. — М.: НПО Радиоинститут им. В. Г. Хлопина, 1993.

Һылтанмалар

Tags:

Яңы Ер Географияһы һәм климатыЯңы Ер Файҙалы ҡаҙылмаларЯңы Ер Флора һәм фаунаЯңы Ер ТарихыЯңы Ер ХалҡыЯңы Ер ИҫкәрмәләрЯңы Ер ӘҙәбиәтЯңы Ер ҺылтанмаларЯңы ЕрАрхангельск өлкәһеАрхипелагБаренц диңгеҙеКара диңгеҙеПоморҙарРәсәйТөньяҡ Боҙло океан

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Шығай (Силәбе өлкәһе)Карл МарксЧегодаевИтальян телеҒиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улыҠытай Халыҡ РеспубликаһыЙәнВикимилекЭякуляцияЯбай һөйләмКинотеатрТатар дәүләт гуманитар-педагогия университетыСан-ФранцискоДәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улыЛантаноидтарНазар НәжмиЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыҺүҙ төркөмдәреСалауат (доға)Батанов Бәхетғәлей НиколаевичҮрге АвстрияОзеров Николай Николаевич (комментатор)Ҡариҙел (йылға)КурдтарБеларусьМәскәүИҫәкәй (Бишбүләк районы)Ғабдулла ТуҡайҠырғыҙстан райондарыМилләттәр БерләшмәһеШүрәлеЙылӘбйәлил районыБойцова Мария Филипповна1924 йылҠыҙрасов Юлай Фәүҡәт улыНатрий карбонатыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүҠырғыҙстанЛаосМетаболизмИндонезияАнна БобровскаяБашҡортостанЭҙләүҙе оптималлаштырыуМәжит ҒафуриТанзиматБашҡортостандың Ҡыҙыл китабыБикбаев Рауил Төхфәт улыАсланова Маргарита СемёновнаЙәләл-АбадКарман һыҙатыXVIII быуатПутин Владимир ВладимировичИсмәғилев Заһир Ғариф улыХанлыҡАмерика Ҡушма Штаттары президенттары исемлегеЕ. А. Букетов исемендәге Ҡарағанды дәүләт университеты1880 йылБлаватский Владимир ДмитриевичМәхмүт (Салауат районы)БАССР Юғары СоветыВикикитапханаУрал батыр🡆 More