Яҡуп Ҡолмой, Ҡолмөхәмәтов Яҡуп Хәйрулла улы (7 сентябрь 1918 йыл — 11 октябрь 1994 йыл) — башҡорт совет шағиры, журналист.
1940 йылдан — КПСС, 1944 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙниәт хеҙмәткәре (1978) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988).
Яҡуп Ҡолмой | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 сентябрь 1918 |
Тыуған урыны | Ҡанаҡай ауылы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 11 октябрь 1994 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡанаҡай ауылы, Ишембай районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Яҙма әҫәрҙәр теле | башҡортса |
Һөнәр төрө | шағир |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Яҡуп Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтов (Яҡуп Ҡолмой) 1918 йылдың 7 сентябрендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ишембай районының) Ҡанаҡай ауылында тыуған.
ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары комсомол мәктәбен тамамлаған (1948).
1934—1935 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡый. Уны тамамлағас, 1939 йылға тиклем «Ленинсы», унан һуң Ҡазан ҡалаһында «Яшь сталинче» гәзитендә эшләй.
1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Тыуған илебеҙҙең көньяҡ сигендә — Әрмәнстанда атлылар дивизияһында, Кавказ кавалерия полкында хеҙмәт итә, эскадрон командирының сәйәсәт буйынса урынбаҫары була.
Әҙәби ижадты ла онотмай, һалдат уяулығын данлап йырлай. Шиғырҙар тупланған тәүге китабы — «Аҙым» — һуғыш алдынан баҫылып сыға.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул, кавалерист булараҡ, полкташтары менән Көнбайыш фронтта, баш ҡалабыҙ Мәскәүҙе һаҡлап ҡалыуҙа ҡатнаша. Яу тынып торған арала, эйәренә ҡағыҙ һалып, шиғырҙар яҙа, уларҙы өс мөйөшлө хат итеп Өфөгә, Яҙыусылар союзына һәм гәзит-журналдарға оҙата. 1941 йылдың көҙөндә ҡаты бәрелештәрҙең береһендә ауыр яралана.
Яҡуп Ҡолмой ут яуғанда ла, ер тетрәгәндә лә: «Шиғыр һәм ат яҡын иптәшем», — тип ҡурҡыу белмәҫ көр тауыш менән йырлай. 1942 йылда инде уның Мәскәү өсөн барған дәһшәтле бәрелештәрҙә яҙған шиғырҙары тупланған «Фронтовик уйҙары» тигән китабы сыға.
Йәнә бер баҫмаһы Рәшит Ниғмәти мөхәррирлегендә 1944 йылда донъя күрә. Шул уҡ йылда уны СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алалар.
1945—1950 йылдарҙа — «Ҡыҙыл Башҡортостан»,1951—1952 йылдарҙа — "Ленинсы ", 1952 йылдан алып «Кызыл таң» гәзите хеҙмәткәре.
1958—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио дәүләт комитетының әҙәби тапшырыуҙар бүлегендә мөхәррир булып эшләй.
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнғән (1985).
Шиғриәт доньяһына Яҡуп Ҡолмой иртә килә. Уның тәүге әҫәрҙәре баҫмала 1936-сы йылдарҙа уҡ донья күрә. «Аҙым» исемле тәүге шиғырҙар китабы 1940 йылда баҫылып сыға. Бар ғүмерендә уның 20-нән ашыу шиғыр һәм поэма йыйынтығы баҫылып сыға.
Башҡортостандың бөтә билдәле композиторҙары ла тиерлек (Х. Ш. Заимов, З.Ғ.Исмәгилев, Р. М. Хәсәнов. Т.М Шәрипов, Х. Ф.Әхмәтов һәм башҡалар) уның һүҙҙәренә көй яҙған. Киң таралған йырҙарының һаны йөҙ илленән артып китә.
«Фронтовик уйҙары» (1942), «Күңел ҡояшы» (1990), «Йәшлек хаттары», «Уралым», «Былбылым», «Тыуған илем», «Томбойоҡ бүләк итмә», «Бәхет йыры» кеүек һәм башҡа бик күп йырҙары айырыуса халыҡлашып китте, ҡайһы берҙәре һаман моң һөйөүселәрҙе һөйөндөрә.
«Яуҙа сыныҡҡан йәшлек» тигән әҫәре танк экипажының ҡаҡшамаҫ дуҫлығын күрһәтә.
«Яҡташ» тигән героик поэмаһында Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың үлемһеҙ батырлығын күҙ алдына баҫтыра.
«Хаттар һөйләй» тигән трагик әҫәре лә тәрән кисерешле. Унда ҡыйыу лейтенант Ғәйфүштең аты менән бергә һәләк булыуы һүрәтләнә.
«Яҡты эҙ» поэмаһында иһә санитарка ҡыҙ образы күңелде яулап ала.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Яҡуп Ҡолмой, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.