Ысыҡ-Күл

Ысыҡ-Күл (ҡырғ.

Республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Төньяҡ Тянь-Шань тауҙарында: Күндәй-Ала-Тоо һәм Терский Ала-Тоо һырты араһында 1609 метр бейеклектә урынлашҡан. Аҡмаған күлгә 80-гә яҡын ҙур булмаған йылға ағып төшә. Уларҙың иң ҙурҙары — көнсығыштан Түп һәм Джергалан. Көнбайыштан Шыу йылғаһы бик яҡында, шуға ла яҙғы ташҡын ваҡытында Кутемалды йылғаһы (оҙонлоғо 6 км) ҡушылып киткән саҡта һыуының бер өлөшө күлгә ағып төшә. Күлдең һыу кимәле цикллап үҙгәреүсән (йәғни йә таша, йә кәмей); цикл тиҫтә йылдар дауам итә. Һыуы тоҙло (минерализацияһы — 5,90 процент).

Ысыҡ-Күл
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Джергалан[d], Тамга[d], Tosor River[d] һәм Тюп[d]
Илдәрҙә объекттың бассейны Ҡырғыҙстан
Бассейн майҙаны 21 900 км²
Период обновления воды 305 йыл
Дәүләт Ысыҡ-Күл Ҡырғыҙстан
Административ-территориаль берәмек Эҫеккүл өлкәһе[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1606 метр
Мираҫ статусы Рамсарское угодье[d]
Оҙонлоҡ 182 km
Киңлек 60 km
Вертикаль тәрәнлеге 668 метр
Майҙан 6236 км²
Күләме 1738 км³
Периметр 688 km
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Иссык-Куля[d]
Ысыҡ-Күл Ысыҡ-Күл Викимилектә

Ысыҡ-Күл
Спутник фотоһүрәте NASA

Һыу күләме 1738 куб метр, һыу өҫтө майҙаны — 6236 квадрат километр, яр буйы оҙонлоғо — 688 км, уртаса тәрәнлеге — 278 м, иң тәрән урыны 2,5 тапҡырға күберәк һәм 702 метрға етә. Оҙонлоғо көнбайыштан көнсығышҡа — 182 километр, ә көньяҡтан төньяҡҡа — 58 км.

Ысыҡ-Күл
Ысыҡ-Күл буйындағы шәфәҡ (2002)
Ысыҡ-Күл
Ысыҡ-Күлдә ҡомло һыу инеү урыны

Климат

Яр буйында уртаса континенталь, йылы һәм ҡоро климат һаҡлана. Ғинуарҙың уртаса температураһы: Тамғала −2°, Сулпан-Атала −3°, Ҡарҡолда −6°. Июлдәге уртаса температура: +17°.

Күлдең көнбайыш ярында яуым-төшөм әҙ, ә иң ҡаҙанһыуҙың көнсығыш өлөшөндә күп.

Ҡояш 2700 сәғәт ҡыҙҙыра, Ҡара диңгеҙ менән сағыштырғанда күберәк. Сағыштырыу өсөн, Мәскәүҙә был күләм 700 сәғәткә тиң.

Исеме

Күлдең урыҫса исеме «Иссык-Куль», төрки яҙманан килә — «Иссиқ-Кўл». «Ысык кёль» (ысык көл) ҡырғыҙ теленән «ҡайнар (эҫе) күл» тип тәржемә ителә., сөнки күл ҡыш көнө лә туңмай. Ҡаҙанһыуҙың йылы ҡышы, һыуҙың йылылығы һаҡланып ҡалыуы, күлдең тоҙлолоғо уны туңыуҙан һаҡлай. Әммә Э. М. Мурзаев фекеренсә, (географ һәм топонимист) күлдең исеме элекке «ызык, эзых» (изге) һүҙенән килеп сыҡҡан. Күлдең изгелеге һәм уға ҡарата ҡырғыҙ халҡының ихтирамлы мөнәсәбәте хәҙерге көнгә тиклем дә һаҡланып ҡалған. Әммә был географик дәлилдәргә лә (Хакасия күлдән 2000 километр алыҫлыҡта ятанаходится на расстоянии), тел факттарына ла ҡаршы килә, сөнки ҡырғыҙ телендә «изге» мәғәнәһенә эйә һүҙ ыйык формаһына тура килә, а хакас телендәге зның ҡырғыҙ телендә сға әйләнеүе бер нисек тә аңлатылмай.

Жуңғар ханлығы осоро өсөн күлдең Тэмиртунор монгол атамаһы теркәлгән. (Ч. Ч. Валиханов күлде 1756 йыл осорона шул атамала иҫкә ала).

Тикшереү тарихы

Ысыҡ-Күл тураһында беренсе тапҡыр беҙҙең эраға тиклем II быуат аҙағындағы ҡытай йылъяҙмаларында иҫкә алына. Унда ул Же-Хай, йәғни «йылы диңгеҙ» тип теркәлә. Әммә күлде фәнни тикшереү бары тик XIX быуатта Рәсәй ғалимдары, шул иҫәптән үҙен Ысыҡкүл ярында ерләргә васыят әйтеп ҡалдырған Н. М. Пржевальский тарафынан башлана.

Ғалим, офицер, сәйәхәтсе Александр Фёдорович Голубев 1859—1864 йылдарҙа Европа ғалимдарынан беренселәрҙән булып Ысыҡ-Күлдең тирә-яғында астрономик билдәләмәләр менән шөғөлләнә башлай. Яр буйлап хәрәкәт итеп, ул төп пункттарҙың географик координаталарын билдәләй, ушл арҡала күл контуры карталарға аныҡ төшөрөлә.

2006 йылда Ҡырғыҙ-Рәсәй славян университетының Ҡырғыҙстан Фәндәр академияһының вице-президенты Владимир Плоских етәкселегендә ойошторған күл төбөнә археологик экспедиция 2,5 мең йыл элек йәшәгән билдәһеҙ боронғо цивилизауцияны аса.

Туризм

Диңгеҙ һәм тау климатының һирәк осраған берлеге күп һанлы ял итеүселәрҙе һәм туристарҙы йәлеп итә. Ярҙың буйынан-буйы пансионаттар һәм ял йорттары урынлашҡан. Ысыҡ-Күл Ҡырғыҙстан туризмының төп килем сығанағы булып тора. Шуға ҡарамаҫтан, уның ярында һаман да әле үҙләштерелмәгән ерҙәр бик күп һәм шуға ла яңынан-яңы уңайлы ял урындары барлыҡҡа килеп тора.

Туристар араһында Ысыҡ-Күлдә иң популяр урындар — Сулпан-ата һәм Ҡараҡол ҡалалары, Бостери, Сары-Ой (Һары өй), Чок-Тал (Суҡ тал), Булан-Сегеттю, Чон-сары-Ой, Тамчы курорт ауылдары, шулай уҡ Барскоон, Джети-Огуз, Григорьевское һәм Семеновское тарлауыҡтары.

Яр буйы туризмы Тамчы ауылынан төньяҡ ярҙан Корумду аулына тиклем һуҙыла. Миҙгел июнь уртаһынан август һуңына тиклем дауам итә.

Ысыҡ-Күлдә, нигеҙҙә, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм Рәсәй туристары ял итә.

Транспорт

Судноларҙа йөк һәм пассажирҙар ташыу киң таралған. Төп порттар — Ысыҡ-Күл һәм Пржевальск пристане.

Ысыҡ-Күл өлкәһенең Тамчи ауылында ошо уҡ атамалы аэропорт урынлашҡан (элек — «Иссык Куль» аэропорты).

Ысыҡ-Күл 
Пляжда фотограф дөйә менән (2006 йыл)

Экологияһы

Экологик хәл-торошо ыңғай. Күл урынлашҡан районда тирә-яҡты бысратыусы эре сәнәғәт предприятиелары юҡ.

1998 йылдың йәйендә ағыулы матдәләрҙе ташығанда авария һөҙөмтәһендә күл ҡушылдыҡтарының береһе булған Барскон суусу йылғаһына, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 0,5 — 1,7 тонна натрий цианиды эләгә. Һәр йыл авария урынында тикшереү үткәрелә һәм һөҙөмтәләр хәүеф юҡлығын күрһәтә.

Һынауҙар

СССР заманында күлдә һыу аҫты ҡоралланыуын тикшереү үткәрелә. Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының «Каракол» һынау базаһы әле лә бар.В Киргизии пройдёт парад российских военных кораблей — Артём Петров — Российская газета.

Шулай уҡ заманында күл ярында конструктор О. К. Антонов ҡатнашлығында Ан-10 самолеты ла һынау үтә. Аняыҡлап әйткәндә, самолеттың ҡырсын һыҙатына ултырыу мөмкинлеге тикшерелә. Дивгатель эшләмәгән осраҡ та имитациялана. Был хаҡта билдәле конструктор үҙенең китабында ентекләп яҙа.

Спорт

2014 йылда Рәсәй ультрамарафонсыһы Дмитрий Ерохин Ҡырғыҙстандың Балалар яман шешенә ҡаршы көрәш фондын хуплау йөҙөнән Ысыҡ-Күл яры буйлап 350 километр йүгерә.

Легендалар

Апостол Матфей ҡеүәте тураһында легенда

Күл менән күп легендалар бәйле. Шуларҙың береһе төньяҡ яр эргәһендә һыу аҫтында ҡалған апостол Матфей ҡеүәте һаҡланған әрмән монастыре булыуы хаҡында һөйләй. 1375 йыл менән билдәләнгән Каталон картаһында күлдең төньяҡ ярында тәреле бина һүрәтләнгән һәм: «Ысыҡ-Күл тип аталған урын. Был әрмән туғандар монастырендә Апостол һәм Евангелист изге Матвей ерләнгән», — тип яҙылған.

Аҡһаҡ Тимер тураһында легенда

Тамерлан Ысыҡ-Күл ярҙарында кәм тигәндә өс тапҡыр — 1376, 1389 һәм 1392 йылдарҙа була. Ул урындағы ҡәбиләләрҙе оҙаҡ һәм уңышһыҙ буйһондорорға тырыша, әммә походтары һәр саҡ бер үк һөҙөмтә менән тамамлана: ғәскәр яҡынлашыу менән күсмә ҡәбиләләр күсенә, ғәскәр киткәс, ҡабат әйләнеп ҡайта.

Сираттағы походы алдынан Тамерлан Ысыҡ-Күл ярына килә. Һәм ғәскәренә берәр таш алып, уларҙы бер урынға ташларға ҡуша. таштарҙан бейек тау хасил була. Походтан ҡайтҡас, уны күпме яугиры ҡалғаны ҡыҙыҡһындыра һәм ул иәүге өйөмдән таш алып, икенсе өйөмгә өйөргә ҡуша. Һәм икенсе тауҙың беренсеһенән күпкә ҡайтыш икәнлеген күреп эсе боша. Ә таш өйөмө Санташ (Һанташ — «иҫәп ташы») тигән атама ала — Ысыҡ-Күлдән көнсығыштараҡ шундай атамалы артылыш бар.

Совет заманында артылыштағы ҡурғандарҙы тикшереүсе археологтар уларҙың береһе сак-усунь осорона ҡараған ҡәберлек булыуын асыҡлай.

Башҡа легендалар

Шулай уҡ батырылған ҡалалар һәм байлыҡтар хаҡында легендалар йәшәй. уларҙың күпселеге аныҡ факттарға нигеҙләнә. Һыу аҫты тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, яр буйы эргәһе зонаһында, ысынлап та, һуңыраҡ осорҙа батырылған урта быуат ҡалалары, шул иҫәптән усундарҙың баш ҡалаһы Чигу бар.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Ысыҡ-Күл КлиматЫсыҡ-Күл ИсемеЫсыҡ-Күл Тикшереү тарихыЫсыҡ-Күл ТуризмЫсыҡ-Күл ТранспортЫсыҡ-Күл ЭкологияһыЫсыҡ-Күл ҺынауҙарЫсыҡ-Күл СпортЫсыҡ-Күл ЛегендаларЫсыҡ-Күл ИҫкәрмәләрЫсыҡ-КүлКүлТянь-ШаньҠырғыҙ телеҠырғыҙстан

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

РадиоЧех телеMicrosoft9 сентябрьАлбаҫты (халыҡтар мифологияһында)15 майЙәстү намаҙы8 майҮгеҙ тиреһе тиклем ер (риүәйәттәрҙә)Хань (династия)ҠытайПольшаҺаҙанҠарағалпаҡтарҒабдулла Туҡай1966 йылБашҡортостан тарихыИсламАрғаяш кантоныЯпонияКәбисә йылМьянмаКвадрат километрТәрәүихБадминтонҠытай календары1937 йылХәйбуллин Ишморат Нәзир улыСәхәрХәүзаСовет Социалистик Республикалар СоюзыИсмәғилев Тимур Александрович6 декабрьМария МонтессориМайФәнДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыСан-Томе һәм ПринсипиРимЯҡшығолов Сафуан Суфиян улы1971 йылБиблияШүлгәнташ ҡурсаулығы1910 йыл22 августАлтын1949 йылМедуза горгонаТаулы-Карабах РеспубликаһыХеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены1994 йылПоляктарРәхмәтуллина Фәниә Зәкәриә ҡыҙыВыруБәләкәй БашҡортостанМөхәммәт (Пәйғәмбәр)Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙыТелевидениеСәлимов Марсель Шәйнур улыӘл-Манар (ислам үҙәге)ӨфөЭдда6 июньӘл-Фатиха сүрәһеАурангзебБалыҡтарЯпония тарихы🡆 More