Жуңғар Ханлығы

Жуңғар ханлығы (иҫк.

монг. телендә jegün γar-un qaγan-tu ulus, ҡалм. Зүн Һарин хаана улс; монг. Зүүнгарын хаант улс; шулай уҡ ҡалм. Дөрвөн өөрд улс — «Дүрт ойрат дәүләте», ҡалм. Догшн Зюнгара Нутг — «Уҫал Зюнгар Нутугы (дәүләте)») — XVII—XVIII быуаттарҙа хәҙерге Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Рәсәй һәм Монголия илдәренең территорияһында урынлашҡан ойрат дәүләте.

Жуңғар ханлығы

Жуңғар Ханлығы

← Жуңғар Ханлығы
← Жуңғар Ханлығы
Жуңғар Ханлығы 
1635 — 1755
Баш ҡала

Күлйә

Телдәр

ҡалмыҡ

Дин

тәңрелек, шаманизм
XVI быуаттан һуң буддизм (гелуг)

Халҡы

600,000 ойрат (XVIII б. уртаһы), уйғырҙар, алтайҙар, тывалар, хаҡастар, ҡаҙаҡтар

Идара итеү формаһы

монархия

Династия

Чорос

Ҡануниәт

Дала Уложениеһы

Дәүләт башлыҡтары
Хантайша
 • 1635—1653

Эрдэни-Батур

 • 1653—1651

Сенге

Хан
 • 1651—1697

Галдан-Бошогту

Хантайша
 • 1697—1727

Цэван-Рабдан

 • 1727—1746

Галдан-Цэрэн

 • 1746—1749

Цэван-Дорджи

 • 1749—1753

Лама-Даржа

 • 1753—1755

Давачи

Жуңғар Ханлығы Жуңғар ханлығы Викимилектә
Жуңғар Ханлығы
XVI быуатта монгол дәүләттәре: Монгол ҡағанаты, Ойрат ханлығы һәм Могулистан
Жуңғар Ханлығы
XVII быуатта монгол дәүләттәре: Монгол ҡағанаты, Жуңғар ханлығы, Ойрат ханлығы, Хотойғот ханлығы, Ҡалмыҡ ханлығы һәм Могулистан
Жуңғар Ханлығы
Ю. Г. Ренат тарафынан төҙөлгән Жуңғар ханлығының картаһы

Хәҙерге заман әҙәбиәтендә йыш ҡына Ойрат ханлығы тип атала.

Тарих

Жуңғарҙарҙың иртә тарихы буйынса ышансылы сығанаҡтар бик аҙ. Жуңғарҙарҙың барлыҡҡа килеүен Сыңғыҙхан ғәскәренең яҡынса 40 мең кешенән (дүрт төмәндән) торған «һул ҡанаты» (зуун-гар) менән бәйләйҙәр. Монгол империяһы тарҡалғас, XIV быуат уртаһында Ҡытайға сауҙа юлдарҙы контролдә тотоу өсөн ойрат һәм халха (көнсығыш монгол) хакимдары араһында күп йыллыҡ көрәш тоҡана. XV быуаттың беренсе яртыһында ойрат хакимдары Тогон (1418—1440) һәм уның улы Эссен бөтә Монголияны үҙҙәренә буйһондора, әммә тиҙҙән тар-мар ителеп һәм үҙ биләмәләренә ҡайтырға мәжбүр булалар. Артабанғы бер ярым быуат даамында Көнбайыш Монголия территорияһында башлыса бәләкәй кенәзлектәр була. 1620-йылдар аҙағына ҡарай, чоростарҙың юлбашсыһы Хаара-Хула чоростарҙы һәм дэрбэттарҙың күп өлөшөн берләштерә. Чоростар ҡыҫымы арҡаһында торгуттар һәм дэрбэттарҙың бер өлөшө Хо-Урлюк етәкселегендә түбәнге Волга үҙәндәренә китеп Ҡалмыҡ ханлығына нигеҙ һала. Ә хошуттар Туру-Байху хан (Гуши хан) етәкселегендә көньяҡҡа табан юллана һәм Кукунор күле тирәһендә ханлыҡ төҙөй. Был миграциялар һөҙөмтәһендә ойраттарҙың күсеп йөрөү урындары көнбайышта Каспий диңгеҙенән көнсығышта Алашангә, төньяҡта Уралдан көньяҡта Һиндостанға ҡәҙәр барып еткән.

Жуңғар ханлығының барлыҡҡа килеү датаһы тип Хаара-Хулының улы Хоро-Хоцин Батор идара итеүенең беренсе йылы — 1635 йыл тип иҫәпләнә. Хоро-Хоцин Батор тибет далай-ламаһынан Эрдени-Баторхантайша титулын ала. Ул Хо-Урлюк һәм Гуши хан менән бәйләнеш тота, 1620 йылда атаһы башлап ебәргән Урыҫ дәүләте менән даими сауҙа һәм вәкиллек мөнәсәбәттәрен көйләй. Шулай уҡ Хоро-Хоцин Батор даими торама пункттарҙы төҙөй һәм игенселекте үҫтерә. 1640 йылда баторхантайша Жуңғар съезының инициаторҙарының береһе була. Был ҡорға 44 ойрат кенәзе, шул иҫәптән иң алыҫ яҡтарҙа көн иткән ойраттар, һм төп халха хакимдары килгән. Съезд «Бөйөк закондар йыйылмаһы» («Их Цааз») — закондар кодексын ҡабул итә, уның тәүге статьялары манжурҙарға ҡаршы көстәрҙе берләштереү характерын йөрөткән. Коалиция тиҙҙән тарҡала, Ҡытайҙы баҫып алып Цин династияһын нигеҙләгән манжурҙарға ҡаршы төп көрәшеүсе булып бөтә ойрат ханы Галдан булып китә. Уның вариҫтары — энеһе Цэвэн Равдан (1698—1727) һәм уның улы Галдан Цэрэн (1727—1745) хакимлыҡтары осоронда Жуңғар ханлығы бөйөндороҡһоҙ монгол дәүләтселегенең иң һуңғы терәге булып ҡала. Ул Рәсәй империяһы менән бәйләнеш тота, ҡаҙаҡ йөҙҙәре һәм манжурҙар менән уңышлы һуғыштар алып бара, Тибетҡа бер нисә яу ойоштора. Илдә һөнәрселек, шул иҫәптән буҫтаусылыҡ, игенселек, металл иретеү, пушкалар яһау үҫешә.

Галдан Цэрэн вафат булғас, ханлыҡта 10 йыл дауамында власть өсөн үҙ-ара көрәш бара. Бының менән Цин империяһы файҙалана, 1755—1757 йылдарҙа манжур-ҡытай армияһы өс тапҡыр Жуңғар ханлығына бағып инә, был ойрат кенәзе Амурсаны етәкселегендә ихтилал тоҡаныуына килтерә. Был баш күтәреүҙе баҫтырып һәм байтаҡ ҡына ойраттарҙы юҡ итеп, 1758 йылда манжурҙар Жуңғар ханлығын бөтөрәләр.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Златкин И. Я. История Джунгарского ханства, 1635—1758. — М., 1983. (рус.)
  • Моисеев В. А. Джунгарское ханство и казахи. XVII—XVIII вв. — Алма-Ата, 1991. (рус.)
  • Монгол улсын туух. Дотгоор боть. — Улаанбаатар, 2003.  (монг.)
  • Millward James A. Eurasian Crossroads: A History of Xinjiang. — illustrated. — Columbia University Press, 2007. — ISBN 0231139241. (инг.)
  • Perdue Peter C. China Marches West: The Qing Conquest of Central Eurasia. — reprint. — Harvard University Press, 2009. — ISBN 0674042026. (инг.)

Һылтанмалар

Tags:

Жуңғар Ханлығы ТарихЖуңғар Ханлығы ИҫкәрмәләрЖуңғар Ханлығы ӘҙәбиәтЖуңғар Ханлығы ҺылтанмаларЖуңғар ХанлығыМонгол телеМонголияРәсәйҠаҙағстанҠырғыҙстанҠытай

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Әбү-ДәбиТарихи БашҡортостанАфрикаЖанна д’АркЛос-АнджелесТаиландБельгияХалыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзыГалилео ГалилейСанскритБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыҺиндостанҠалдыҡһыҙ технологияИҫке Сытырман1996 йыл1861 йылФранцияҒәббәс IТалибанХаббл (телескоп)ПрагаШайбалы хоккей буйынса АҠШ йыйылма командаһы1758 йылСитдиҡ-МуллаМария ТерезияДарыу үҫемлектәреҺөйрәлеүселәр1838 йылСтебелев Андрей ВалентиновичСкандинав мифологияһыМөхәммәт (Пәйғәмбәр)WindowsБиографияУраҙаГабсбургтар -Лотарингскийҙар нәҫелеЯсир Арафат23 декабрьЛюксембургЛюдовик XIПарижКитап баҫыуҰСуң Чжә-киБураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙыПсихик ҡаҡшауThe BeatlesТашбашФашизмВольфганг Амадей МоцартТатарстан РеспубликаһыРәсәйҙә Граждандар һуғышыАвгустОдри ХепбёрнМедведев Дмитрий АнатольевичЕнси актQR-кодМюзиклАмерика Ҡушма ШтаттарыУралВизантия империяһыҮзбәкстанУэльсСыңғыҙханГрек алфавиты2018 йылБөжәктәр🡆 More