Шаһзада Баязит

Шаһзада Баязит (1525, Стамбул — 25 сентябрҙә 1561, Казвин) — дүртенсе ул һәм бишенсе бала булып Бөйөк Сөләймән уның законлы ҡатыны Һөррәм солтандан тыуған.

Санжагын-бей Конья, Кютахья һәм Амасья.

Шаһзада Баязит
төр. Şehzade Bayezid
Шаһзада Баязит
 
Дине: ислам
Тыуған: 1525
Топҡапы
Үлгән: 25 сентябрь 1561
Ҡәзвин, Иран
Ерләнгән: Сивас[d]
Династия: Ғосмандар[d]
Атаһы: Сөләймән I
Әсәһе: Һүррәм солтан
Балалары: Михрумах Султан[d]
Айше Султан[d]

Биография

Шаһзада Баязит 1525 йылда солтан Сөләймән һәм Һөррәм Солтан ғаиләһендә тыуған. 1541 йылда Венгрия походында ҡатнаша. 1546 йылда санджакбей Конья итеп тәғәйенләнә . 1548 йылда ағаһы Мостафа менән бергә Фарсы ға ҡаршы Áикенсе.кампанияла ҡатнаша

1553 йылда Фарсыға ҡаршы өсөнсө кампания ваҡытында Мостафа язалап үлтерелә. Вариҫ тип Сәлим шаһзада иғлан ителә, Баязит икенсе вариҫы була. Ошо уҡ йылда Халебта Баязиттың кесе ҡустыһы Йыһангирҙе үлә. Мостафаның язалап үлетереле тураһындағы хәбәр бөтә ил буйынса сыуалыштарға сәбәп була. Ихтилалдарҙың береһен Мәхмәт Соколла тарафынан баҫтырыла. Баязитты ихтилалды ойоштороусы булараҡ

Шаһзада Баязит 
Сөләймән шаһзада Баязитты ҡәһәрләй. Hunername I, fol.211a


БОЛА

1558 йылда Һөррәм үлгәндән һуң ,туғандар араһындағы мөнәсәбәттәр киҫкенләшә. Был эштә мөһим роль Лала Мостафа паша (ике шаһзадалары остазы). уйнай. Сөләймән Ҡануни солтан, түңкәрелештән ҡурҡып, ике улын Истанбулдан йыраҡ империяһының провинциялары менән идара итергә ебәрә. Сәлим . Манисанан Коньяға күсерелә, ә Баязит — Амасҡа. Баязит бындай ҡарарға ҡаршылаша,сөнки Мостафаның вафатынан һуң булған сыуалыштар халыҡ хәтерендә әле тере була һәм Кютахьята ҡала, әммә атаһының талабы буйынса 21 декабрь 1558 йыл Амасҡа килә. Баязит үҙе яҡлыларҙы йыя, өлкән ағаһы ла шул уҡ эш менән шөғөлләнә. Баязит Яңычарҙың фавариты булды, ул үҙ атаһын хәтерләтте ул. һәм, улар фекер буйынса, холҡоноң яҡшы сифаттарын мираҫиткән. Сәлим яғында Соҡоп була. Сөләймән кесе улының был эшен бола буларвҡ баһалай һәм Сәлимгә ярҙам итә. . 29 майҙа 1559 йылда Баязит армияһы Конья районында Сәлим армияһы менән осрашты. Һан яғынан өҫтөнлөк иткән армия Сәлимгә еңеү тәьмин итә. Баязит Амасҡа ҡайтҡан, унан Джюрджани Мухьиддин мөфтөй солтанға ярлыҡлау тураһында үтенес хаты ебәргән.

Үлеме

Сөләймән ярлыҡлау тураһында үтенесте кире ҡаға. 7 июлдә Баязит дүрт улы менән Амасты ҡалдыра. Август уртаһында Баязит шаһ Тахмасп һарайында һыйыныу эҙләргә мәжбүр була.Солтандың илселәре Тахмас менән Баязитҡа яза биреү өсөн һөйләшеүҙәр алып бара. Тахмасп « батша аманаты» булған ер, ғосмандар тарафынан элек баҫып алынған Месопотамияға алышыуҙы һорай. Сөләймән һуғыш менән янай һәм Тахмаспа 400 мең алтын бүләк итеп ебәргән . Сәлим тағы ла 100 меңебәрә.

1561 йылда Баязитты фарстар атаһына бирәләр, ә, һарайҙағы уның яҡлылалар менән 25 сентябрь 1561 йыл үлтерәләр. Баязит быуып үлтерелә Уның үҙенән башҡа биш улы язалап үлтерелә. Уларҙың иң кесеһе — өс йәшлек Морат, Сөләймән бойороғо буйынса, Бурсала быуып үлтерелә. Шаһзада Баязит өс улы менән бергә Сиваста тюрбе Мелик-и Аджем[tr]да ерләнгән. Баязиттың иң кесе улы Бурсала шаһзада Мостафа менән йәнәш ерләнгән.

Был турала Тахмаста хеҙмәт итеүсе Шәрәф-хан (1543-1603) яҙа, : « Солтан Баязитты улдары менән Хөсрәт паша һәм уның ярҙамсыларына тапшыра. Баязид солтанды улдары менән йәшерен рәүештә ат ярыштырыу майанында Казвинда үлтерәләр. Кәүҙәләрен табутҡа һалып, арбала Ванға килтерәләр,, унан Истанбулға килтереп ерләргә теләйҙәр һәм ҡапыл бойороҡ сыға: еңеүсе солтанды Сиваста ерләргә, һәм Истанбулға килтермәҫкә Бойороҡ ярашлы уларҙы Сиваста ерләйҙәр,, ҡаланың көнбайышында , юл янында».

Ғаиләһе

Баязиттың бөтәһе 9 балаһы була:

Шаһ

Шаһзада Баязит Шаһи исеме аҫтында ғосман-төрөк һәм фарсы телендә шиғырҙар яҙған. Ҡулъяҙма күсермәләре эмира Али[tr] (тур. Kütüphanesi Emirî Ali Millet китапханаһында һаҡлана). Баязиттың шиғырҙары төрөк теле тәржемә ителәләр, әммә ҡайһы бер тәржемәләре тәнҡиткә дусар була.

  • Төрөк сериалы «Һөррәм Солтан» шаһзада Баязит роленАлтана Энгин Дюзьятан башҡара.
  • Сериал «Күркәм быуат 2011 йыл, өлкән шаһзада ролен Булут Ийнемлить Ара башҡара.

Шулай уҡ

  • Шаһзадә Мостафа

Иҫкәрмә

Tags:

Шаһзада Баязит БиографияШаһзада Баязит ҮлемеШаһзада Баязит ҒаиләһеШаһзада Баязит ШаһШаһзада Баязит Шулай уҡШаһзада Баязит ИҫкәрмәШаһзада Баязит25 сентябрьИстанбулКютахьяСөләймән IҠәзвинҺүррәм солтан

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Берләшкән Милләттәр ОйошмаһыHTMLҺиндостанСүриә тарихыЯшин Лев ИвановичЙыуаЭстонияла исламМәтәлСәғүд ҒәрәбстаныПномпеньYouTubeДонецкГамеланАҡ сәскәләр (әҫәр)Дауыт ЮлтыйНатрий карбонатыИкенсе донъя һуғышыДилиАҡъюлов Әхмәтбаҡый Фәхретдин улыБашҡортостан РеспубликаһыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыСтокгольмҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүПушкин Александр СергеевичВупи ГолдбергНидерландОзонАлханай милли паркыШтрих-кодРун яҙмаһыБөтә Донъя СелтәреБәкәтинБыуат29 апрельНью-Йорк фонд биржаһыИман шарттары30 апрельРәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатыҒәззәКешеИнженерлыҡ эше5 июль1926 йылСоветтар Союзы Коммунистар партияһыАндропов Юрий ВладимировичМюнхенМаршалл Утрауҙары1907 йылБаш битАлыҫлыҡ28 февральҠытай Халыҡ РеспубликаһыЛи Куан ЮВыжигина Маргарита АлександровнаВикипедияИшембайАлен ДелонХафизов Динмөхәмәт Сәмәхужа улыИр енес ағзаһыУрҙы (йылға)ТөркиәВикимедиа хәрәкәтеДанияТайвань боғаҙыУрманАмесдорфШвейцарияИзраильЕнси акт🡆 More