Топҡапы (төрөк.|Topkapi), иҫкесә Сераль — Ғосман империяһында XIX быуат уртаһына тиклем төп һарай.
Истанбулдың тарихи үҙәгендә, Сарайбурну морононда, Босфор менән Алтын Мөгөҙҙөң Мәрмәр диңгеҙгә тоташҡан ерендә урынлашҡан.
Һарай | |
Босфорҙан күренеш | |
Ил | Төркиә |
Бина тибы | Һарай |
Архитектура стиле | Ғосман архитектураһы |
Проект авторы | Алаюдин, Даут аға, Синан |
Нигеҙләүсе | Мәхмәт II |
Төҙөлөшө | 1465—1478 йылдар |
Билдәле йәшәүселәр | Сөләймән I |
Статус | Музей |
Сайт | Рәсми сайт |
Топҡапы Викимилектә |
Ғосман империяһы ҡолағандан һуң һарай музейға әйләндерелә, ул — майҙаны буйынса донъяла иң ҙур музейҙарҙың береһе. Дөйөм тамашаға ҡуйылған экспонаттар һаны 65 000 берәмеккә етә (был бөтә коллекцияның ундан бер өлөшө генә).
Диуарҙар менән уратылған һарай-парк ансамбленең дөйөм майҙаны уларға тоташҡан баҡсалар һәм төкәтмәләр менән бергә 700 мең квадрат метр тәшкил итә. Истамбулдың был тарихи районы 1985 йылда Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән ҡомартҡыларҙың береһе булып тора.
1453 йылда, төрөктәр Константинополде баҫып алғас, ғосман солтаны Яулап алыусы Мәхмәт башта хәҙерге Истанбулдың Баязит майҙанында уның өсөн төҙөлгән һарайға урынлаша. Был һарай бөтөнләй һаҡланмаған, әммә иҫке һарайҙың һәрәме тәүҙән үк Топҡапыла төйәкләнгән була. Был иҫке һәрәм әле «Сермәрле павильон» булараҡ билдәле.
1475—78 йылдарҙа Мәхмәт византий императорҙары резиденцияһының харабаларында яңы Топҡапы һарайын һалдыра башлай. Иҫке «Семәрле павильон» был һарайҙың ситендә тороп ҡала. Тәүге ярты быуатта Топҡапы солтандарҙың «эш» резиденцияһы булып ҡына хеҙмәт итә: «Семәрле киоск» менән һәрәм һарай комплексына инмәй.
XVI быуатта Роксолана (славян йәриәһе, һуңынан солтан Сөләймән I-нең ҡатыны) һәрәмде, солтанға яҡыныраҡ булыр өсөн, солтан һарайы Топҡапыға күсертә. Күркәм Сөләймән осоронда Топҡапы һәрәмен төҙөү Топҡапы һарайына уны һалған мәлдән алып беренсе тапҡыр индерелгән ҙур үҙгәреш була.
Артабанғы быуаттарҙа Топҡапы артабан киңәйә, зиннәтлегә әйләнә бара. 400-ләп йыл буйы һарай Ғосман империяһының төп һарайы булып ҡала — унда 25 солтан йәшәй һәм идара итә. 1854 йылда солтан Абдулмәжит I Европа өлгөһөндә төҙөлгән яңы резиденцияға — Долмабахче һарайына күсә.
1923 йылда, республика урынлашҡас, Топҡапы, башҡа һарайҙар кеүек үк, Мостафа Кәмал Ататөрк указы менән музейға әйләндерелә. Төрөк дәүләте башлығының резиденцияһы булып Долмабахче һарайы ҡала.
Топҡапы һарайы диуарҙар менән уратып алынған һәм бер-береһенән бүленгән дүрт ихата (авлу) принцибы буйынса ҡоролған:
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Топҡапы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.